Айгиз театр аса24.01.2019
Ҡаҙағстанда быйыл Йәштәр йылы иғлан ителде. Ошо айҡанлы Күксәтау ҡалаһында (Аҡмулла өлкәһе) Йәштәр театры асыла. Мәҙәни усаҡ тәүге миҙгелде билдәле башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса әҙерләнгән "Яҡты хыял" тигән премьера менән башлай.

Әле урындағы Сәнғәт институты студенттарынан йыйылған труппа репетициялар менән мәшғүл. Әҫәрҙе Аҡмулла ҡаҙаҡ өлкә музыкаль-драма театры режиссеры Фәрхәдбәк Ҡәнәфин сәхнәләштерә. "Йәштәр театры көн ҡаҙағындағы мәсьәләне күтәрергә тейеш, тап шуға ла Айгиз Баймөхәмәтовтың етем балаларҙың ауыр яҙмышы тураһындағы әҫәрен һайланыҡ", – ти был хаҡта режиссер.

Әйткәндәй, был повесть буйынса әҙерләнгән спектакль Бүрәт Республикаһында ла ҙур уңыш менән бара. Әле Ҡаҙағстанда фильм төшөрөргә йыйыналар.

Премьера 20 февралдә буласаҡ. Тамашаға авторҙы ла саҡырғандар.



Вернуться назад