Иркә ҡатын22.01.2019
Мәүлиҙәне палатаға санитарка етәкләп индерҙе. Биш кешелек палата яҡты, йылы. Төшкө ашты ашарға йыйынған ханымдар яңы таныштарын ашханаға әйҙәне.

— Юҡ, рәхмәт, бармайым. Ашай алмайым. Тиҙерәк ятыр инем... Ошо пакетты коридорҙағы иремә сығарып бирә алһаммм... уффф... — тип ауыр һулап, ҡулындағы юл сумкаһын карауат аҫтына шыуҙырҙы.

Коридорҙағы күн тышлы креслола ултырған ирҙе күргәс, уның Мәүлиҙәнең иптәше икәнен аңланы ҡатындар. Пакетты ҡатын үҙе түгел, уға система ҡуйырға ингән шәфҡәт туташы сығарып бирҙе. Ир, палата ишеген ҡағып, ҡатыны менән хушлашып, ҡайтырға юлланды.

* * *
“Сирҙәрем күп”, ти ҡатын. Ашҡаҙаны таушалған, үт ҡыуығына таштар тығылған, йөрәге күптән борсой... Ҡарап тороуға һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле сибәр сыуаш ҡатынын ауырыу тимәҫһең. Кәүҙәгә ябыҡ түгел, “тултырылған тауыҡ”тай, бик килбәтле, алһыу йөҙлө, сәс-башы ҡаралған, тырнаҡтары буялған. Яңы пенсия йәшенә еткән, ә үҙе ейәненең балаһын да һөйөргә өлгөргән.

— Ун ете йәшемдә тормошҡа сыҡтым. Ирем бик һәйбәт кеше. Уҡытты, кеше итте. Рәхәт йәшәй­беҙ. Ҡыйынлыҡ күрмәнек. Ҡыҙым да үҙем кеүек иртә башлы-күҙле булды, институт тамамлап, яратҡан эшен тапты. Балалар үҫеп бөттө. Ейәнемдең сабыйына тиҙҙән йәш тула инде. Их, шул баланың үҫеүен күрә алһам инде... Булмаҫ шул... — йәнә ауыр һулап ҡуйҙы Мәүлиҙә.

— Улай тимә, һеңлем. Алдыңа килмәһен. — Бер йыл элек ирен ерләгән Йәмилә ҡатынға кәңәшен бирҙе.
— Хәлдәрем шәптән түгел шул, апай...

— Ә һеҙҙе нимә борсой? — Быныһы ҡан баҫымы күтәрелеп дауаханаға ингән Ирина.

— Эй, ашай ҙа, эсә лә алмайым. Ашаһам, эсһәм, гел ҡоҫам. Һуңғы ике айҙа шундайға әйләндем, уффф... — система энәһе ҡаҙалған ҡулын хәрәкәтһеҙ тотоуҙан арыған ҡатындың маңлайына тир бәреп сыҡты.

Палатаға үҙәк дауахана хирургы менән Өфөнән килгән табип үтте. Карауатта хәлһеҙ ятҡан ҡатындың пульсын тикшерҙеләр, хәлен һораштылар, үткәргән операциялары менән ҡыҙыҡһын­дылар.

— Операцияһыҙ булмай тор­ғандыр инде миңә, шулаймы? — Ауырыу ҡатын мөлдөрәмә күҙҙәре менән табиптарға баҡты.

— Операция менән сабыр итербеҙ. Динамиканы ҡарап эш итергә тура килер. Һеҙ билдәләгән дауалау курсы дөрөҫ. Дауам итегеҙ, — тине Өфө табибы.
* * *
Ауырыуҙың хәле яҡшырыуға барманы. Ашай ҙа, эсә лә алмай өҙгөләнде. Йәнәшә ятҡан йәш ҡатын Индира, туғандары мандариндар килтергәс, башҡаларға ла өләште.

— Әй, әселеге! Мә, алығыҙ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Мәүлиҙә, емеште тәмләп ҡарау менән.

Мандариндарҙың татлы икән­леген тәмләп ҡараған ауы­рыуҙар уға сәйерһенеп ҡараны:
— Ай, иркә лә инде был ҡатын... — киске ашҡа ашханаға юллан­ғанда Ирина менән Йәмилә шулай һөйләнде.

— Кеше хәлен кеше белмәй, ҡыҙҙар. Үҙ хәлен беләлер, — тине һикһән йәште уҙған Саймә әбей.

— Шул тиклем дә булмаҫ. Ире лә килешкән... Телефондан шылтыратһа ла, гел көйөн көйләтә. Булғас була икән шундай иркә лә кешеләр... — Ирина башын сайҡап ҡуйҙы.

Улар ашхананан килеүгә Мәүлиҙәнең ҡыҙы әсәһе менән ҡосаҡлашып ултыра ине.

— Ҡара, нисек оҡшағанһығыҙ. Ҡыҙығыҙ хас үҙегеҙ инде, — тине палаталаштары.

— Эйе, күптәр беҙҙе апалы-һеңлеле тип уйлай, — Мәүлиҙә һөйләнә-һөйләнә, ҡулындағы, беләгендәге, муйынындағы алтын биҙәүестәрен сисеп, ҡыҙының усына һалды.

— Ал, ҡыҙым, донъя хәлен белеп булмай. Төҫөм итеп тағырһың...

Әсәһе кеүек йомро кәүҙәле Лариса, танауын тарта-тарта, алтындарҙы сумкаһына һалды.

* * *
Төндә Мәүлиҙә ыңғырашып, һаташып сыҡты. Таң атҡансы шәфҡәт туташы ике арала йүгерҙе. Хирургты саҡыртты. Ҡатынға система ҡуйырға уйланылар, тамырҙарын таба алмай аҙапландылар. Анализдар әҙерләргә ҡушылды.

— Ой, ҡыҙҙар, бара алмайым мин унда тиклем...

— Нишләп бара алмайһың? Яҡын бит. Тотоп алып барырбыҙ.

— Юҡ, булмай...

— Креслоға ултыртып алып барырбыҙ...

— Булмай, хәлем юҡ...

Хәлде ситтән күҙәткән Йәмилә менән Ирина коридорға сығып иркен диванға ултырҙы.

— Ирле кеше — иркә кеше. Ҡара нисек иркәләнә. Үҙен ҡуя белә. Беҙгә ҡайҙа инде шулай көйҙө көйләтергә? — Ирина һүҙҙе дауам итте.

— Өйрәнгән ғәҙәтен ҡыуа инде... — Йәмилә лә Иринаны ҡеүәтләне.

...Улар палатаға ингәндә Мәү­лиҙәне кейендереп, тәгәрмәсле каталкаға һалырға торалар ине.

— Беҙ әҙер, әйҙә, әкрен генә тор, каталкаға күсереп ултырта­быҙ, — тине шәфҡәт туташы.

— Их, шул тиклем барғым килмәй! Әллә нимә булды. Мин үлермен инде, ҡыҙҙар...

— Юҡты һөйләмә! Бына күрерһегеҙ, ике-өс көндән йүгереп йөрөй башларһығыҙ.

Палата бушап, етемһерәп ҡалды. Береһенең дә һөйләшкеһе килмәне. Йәмилә ҡулына китабын алып тәҙрә ҡаршыһына ултырҙы. Ирина кроссвордтар журналына ҡапланды. Саймә ҡарсыҡ, эш тапмағанда бер эш булһын, тигән һымаҡ, карауатын йыйыштырҙы, әйберҙәрен барланы. Индира ҡолағына наушниктарын кейеп, яратҡан музыкаһын тыңларға тырышты.

Ваҡыт оҙаҡ үтте. Санитарка киске ашҡа тиклем алма таратып сыҡты. Алһыуланып бешкән алмаларға береһе лә үрелмәне.

— Мәүлиҙәнең хәлен беле­шәйек әле, — тип Ирина урынынан ҡуҙғалды.

— Наркоздан айный башлар ваҡыты етә торғандыр, — тине Йәмилә.

Хирургия бүлеге коридорында Мәүлиҙәнең ире, ҡыҙы, кейәүе, тағы әллә кемдәр йыйылышҡан. Илашалар. Был ни хәл?

Операция залына индереп наркоз бирә башлау менән ҡатын йән биргән. Көтөлмәгән хәлдән барыһы ла телһеҙ ҡалды.

— Сире көслө булған инде бисараның, — тине Йәмилә.

— Эй, Алла, хәленә ышанмай, нимә генә уйламаным, нимә генә һөйләмәнем? Хәҙер үҙемә ҡыйын. Карауаты яғына ҡарай ҙа алмайым. Их, өс көнлөк донъяла ниңә кеше тураһында шулай насар уйланым икән? — тип өҙгөләнде Ирина.

— Күңел ул шуға күрә, ҡыҙым!.. — тине Саймә ҡарсыҡ.

— Бик өҙгөләнмәгеҙ инде. Һеҙ үҙегеҙ ҙә ҡыҙарып киттегеҙ, ҡан баҫымығыҙ күтәрелмәнеме икән, шәфҡәт туташы үлсәп ҡараһын әле, — Индира постағы аҡ халатлыны саҡырҙы.

— Йөҙ туҡһанға һикһән, — тине шәфҡәт туташы һәм Иринаға укол яһаны.
* * *
Палаталағы ҡатындар Мәү­лиҙәне ире, ҡыҙы һәм кейәүенең ярты йыл элек Өфөгә алып барып, эске органдарын тулыһынса тикшертеп, табиптарҙың “күп булһа, дүрт-алты ай йәшәр” тигән хөкөм сығарғанын белмәй ине шул...


Вернуться назад