“Ер һүҙе”нең тәүге аҙымы21.01.2019
Республикала “Ер һүҙе” I Халыҡ-ара кинофорумына заявкалар ҡабул итеү башланды. Уның төп саралары 12 – 14 апрелдә Өфөлә үтәсәк. Беренсе, ситтән тороп уҙғарылған тур ваҡыты – 21 ғинуарҙан 4 февралгә тиклем.

– Беҙҙең йыйын иң яҡшы режиссура йәки оператор эше өсөн ярышҡа әйләнмәһен, ә аралашыу, фекер алышыу майҙаны булһын ине, – тип үҙ теләген белдерҙе кинофорум президенты Булат Йосопов.

Сарала ижади һәм фәнни секциялар эшләйәсәк. Тәүгеһендә республика халыҡтары телдәрендә ижад ителгән фильмдар күрһәтелһә, икенсеһендә ошо йүнәлеш буйынса билдәле ғалимдарҙың сығыштары көтөлә.

Проект республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.


Вернуться назад