Театр йылы “Ҡәнифә юлы”нан башланды18.01.2019
Тамашаның тәрбиәүи әһәмиәте көслө.

“Сулпан” Театр йылын “Ҡәнифә юлы” (билдәле драматург Сәрүәр Сурина пьесаһы) спектакле менән башлап ебәрҙе. Режиссер Зиннур Сөләймәнов сәхнәләштергән был тамаша үҙенең етдилеге, тәрбиәүи әһәмиәте, халыҡсанлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә.

...Спектакль башындағы рекурсия – режиссерҙың табышы, тип әйтергә мөмкин, сөнки ул тамашасыны көтөлмәгәнлеккә, ҡырҡыу хәлдәргә әҙерләй, унда үҙ ереңдең патриоты булыу, илһөйәрлек, төрлө хәл-ваҡиғалар алдында ебеп ҡалмау тойғолары уята. Ғөмүмән, пьеса авторының әйтергә теләгән һәр детален төптән аңлап, халыҡсан, аңлайышлы алымдар менән эш иткән режиссер.

Төп ролдә уйнаған йәш актриса Яҙгөл Ниғмәтуллина үҙ персонажын бөтә тулылы­ғында һәм ышандырырлыҡ итеп асып бирә алды. Тамашасы ҡыҙ менән бергә янып-көйөп, уның шатлыҡтарына ҡыуанып, батыр­лығына һоҡланып туйманы. Ҡәнифәнең һеңлеһе Әлимә ролендә уйнаған Айгөл Юлмөхәмәтова ла тамашасыларҙың ихлас һөйөүен ҡаҙанды.

Әйтергә кәрәк, “Ҡәнифә юлы” спектакле Яҙгөл менән Айгөл һәм Әбеш ролен башҡарған Илфаҡ Исҡужин өсөн тәүге етди һынау булды. Улар өсөһө лә “бишлегә” сығыш яһаны! Был Сибай концерт-театр берекмәһе етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов менән “Сулпан” балалар театрының художество етәксеһе Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосоповтарҙың ижади кадрҙарҙы һайлағанда теүәл һәм аныҡ интуицияға эйә булыуҙарын тағы бер тапҡыр иҫбатлай.

Сәхнә ветерандары Фәһим Сөнәғәтов (Йомаҡай), Альбина Байназарова (Аҡһылыу), Юлдаш Юлдыбаев (Әбеш), Борис Мәхмүтов (Ғимран), ижад юлында әҙме-күпме тәжрибәгә эйә булған актерҙар Фидан Шәйәхмәтов (Юлтый ҡасҡын), Динис Нурғәлин һәм күмәк сәхнәлә уйнаған башҡа актерҙар тураһында ла йылы һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин.

Ғөмүмән, “Ҡәнифә юлы” – асылыбыҙ байлыҡ һәм дан артынан ҡыуыу, кешелеклелек төшөнсәләрен юғалтыу, кешеләрҙең үҙҙәрен генә ҡайғыртыуы, башҡалар хаҡында уйлауҙы һуңғы планға ҡуйыу өҫтөнлөк ала барған бөгөнгө заманда көнүҙәк һәм үҙенсәлекле сәхнә әҫәре. Уны йөрәгендә башҡорт рухы булған, милләтем, телем, ерем-һыуым тип янған һәр кем ҡарарға тейеш.

Спектакль аҙағында тамашасылар менән фекер алышыу ойошторолдо. Педагогия ветерандары Миңъямал Әхмәтова, Дилә Әҙеһәмова, драматург Әминә Яхина һәм башҡалар, ошондай тамашалар йышыраҡ ҡуйылһын һәм уларға бөтә башҡорт балалары ла йәлеп ителһен ине, тип теләк белдерҙе. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа күпселек мәктәптәрҙә уҡытыусыларҙың спектакл­дәрҙе рус телендә генә ҡуйыуҙы һорау­ҙары, шул сәбәптән балаларҙың милли сығанаҡтарҙан ситләштерелеүе тура­һында әсенеп һөйләүселәр ҙә булды.

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан тарих уҡытыусыһы, һәүәҫкәр эҙәрмән – Ҡәнифә юлын махсус өйрәнгән шәхес Рәсих Әхмәтов та үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм спектаклгә юғары баһа бирҙе.

– Ҡәнифә юлын Ҡуңырбуға юлы, Таңдыса юлы, Ебәк юлы менән бутауҙарына асыҡлыҡ индереү өсөн миңә, үҙ сиратымда, нәҡ шул юлдан байтаҡ саҡрым үтергә тура килде, уларҙың бер-береһенән айырылыуын аңланым, – тине “Сулпан” театры ҡунағы. – Ҡәнифә юлының тарихы ла бер нисә вариантта бәйән ителә. Уларҙың һәр береһе үҙенсә бик ҡыҙыҡлы һәм ышандырғыс...


Вернуться назад