Ихлас күңелдән һөйләшеү15.01.2019
Әбйәлил район үҙәк китапханаһында “Ысын күңелдән һөйләшеп алайыҡ” тип аталған ғаилә байрамы үтте. Кисәне алып барыуҙа ойоштороусы Айгөл Тоҡомбәтоваға Асҡар ауылындағы 1-се мәктәп уҡыусылары Фидан Баястанов һәм Рина Әхтәмова, шулай уҡ Юлиә Истамбаева, Илназ Мансуров ярҙам итте.

Был матур сараға китапхана янындағы “Горница”, Фәүҡинур Фәтхуллина етәксе­легендәге “Урал ҡыҙҙары” клубтары ағзалары һәм уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре килде. Улар үҙҙәре төшөргән һүрәттәрен, открыткаларын килтерҙе.

Айгөл Афзал ҡыҙы төрлө илдәрҙең йолалары хаҡында бәйән иткәс, шуға ярашлы уйындар уҙғарылды. Уларҙа тәүҙә балалар ғына ҡатнашһа, аҙаҡтан ололар ҙа дәрт­ләнеп китеп, ихлас ҡушылды. Уйындарҙы алып барыуҙа Балалар китапханаһы хеҙмәткәре Раушания Фәсхетдинова менән Илзирә Ҡарасова ярҙам күрһәтте.

Артабан ҡунаҡтар үҙҙәре бешергән ризыҡтар менән таныштырып үтте һәм уларҙы әҙерләү серҙәре менән бүлеште. Кемдер сәксәк, кемдер бәлеш, кемдер тултырылған картуф, кемдер ҡоймаҡ, йыуаса килтерҙе. Мәҫәлән, Данфира Харасова йорт хайуаны формаһында яһалған ҡойҡа, Фәүҡинур Фәтхуллина баҡса емеш-еләктәре ҡушып әҙерләнгән ҡорот менән һыйланы.

Бынан тыш, саҡырылған ҡунаҡтар йырлы-моңло күстәнәс тә бүләк итте. “Горница” клубы ағзалары йырҙар башҡарһа, “Урал ҡыҙҙары” матур бейеү менән һөйөндөрҙө.

Байрам йылы мөхиттә, бик матур уҙҙы. Был кистә ҡунаҡтар араһындағы йәш айырмалығы ла онотолдо, ололар үҙҙәрен бала саҡҡа ҡайтҡандай хис итте. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Улар өсөн Таңһылыу һәм Көнһылыу Ярҡынбаева­ларға ҙур рәхмәт.


Вернуться назад