“Керәшен һыуыҡтары” күңелде йылытыр11.01.2019
“Керәшен һыуыҡтары” төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы республикала конкурс миҙгелен аса. Байрам йәш музыканттарҙы, йырсыларҙы, эстрада төркөмдәрен, бейеүселәрҙе үҙ майҙансығына йыя. 25-се юбилей фестивале Бөрө ҡалаһының мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә 24-26 ғинуарҙа уҙғарыла.

Ижади ярыш вокал, хореография һәм вокаль-инструменталь ансамбл­дәр кеүек өс айырым конкурсты үҙ эсенә ала. Ҡатнашыусылар икешәр әҫәр тәҡдим итергә тейеш. Хәҙер эстрада вокаль һәм хореография коллективтары өсөн йәш категорияһы бер аҙ арттырылды. Әлегә тиклем конкурста 16 йәштән ҡатнашалар ине, хәҙер иһә – 14 йәштән. Шул уҡ ваҡытта вокаль-инструменталь коллективтар өсөн йәш сикләнмәй.

Конкурсанттарҙы Пермь крайы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре вәкилдәре ингән абруйлы жюри баһалай. Фестиваль барышында оҫталыҡ дәрестәре үткәреү күҙаллана. Ике сағыу гала-концерт сараның финалы буласаҡ.

Ижади ярыш йәш таланттарҙы асыҡлау, уларға булышлыҡ итеү маҡса­тында үткәрелә. Уны Башҡорт­остандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөрө районы хакимиәте ойоштора.

Конкурсҡа ғаризалар 23 ғинуарға тиклем [email protected], [email protected] электрон адрестарына ҡабул ителә. Ентекле мәғлүмәт алыу өсөн телефондар: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20.


Вернуться назад