Мәҙәниәт йорто кәрәк!11.01.2019
Мәҙәниәт йорто кәрәк!Ғафури районының Ташбүкән ауылына мәҙәниәт йорто кәрәк! Ошо йәһәттән ауыл хакимиәте һәм халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға ниәтләй.

Проектҡа ярашлы, әгәр Ташбүкән ауылы конкурстан үтһә, төп финанс республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк, ҡалған сумманы урындағы халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйыу ҡаралған. Ауыл халҡының күпселеге был тәҡдим менән риза һәм төҙөкләндереү эштәрендә лә әүҙем ҡатнашыу теләген белдерә.

Бөгөн иһә ауыл клубы бикле торһа ла, хеҙмәткәрҙәр үҙ эшен даими алып бара, төрлө мәҙәни саралар ойоштора, район кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнаша, халыҡты рухи-мәҙәни ялдан мәхрүм итмәй. Шулай ҙа киләһе Яңы йылдарҙы һәм башҡа байрамдарҙы һыуыҡ урамда түгел, ә яҡты, йылы мәҙәниәт йортонда үткәрергә өмөттәре ҙур!


Вернуться назад