"Етемдәр" ҙә сәфәргә сыға10.01.2019
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Рәсәй буйлап гастролгә йыйына. Ул мәҙәни усаҡтың һәм республиканың 100 йыллыҡ юбилейҙарына арнала.

Мәскәү, Ҡазан, Санкт-Петербург, Улан-Удэ, Ырымбур тамашасылары Гүзәл Яхинаның "Зөләйха күҙҙәрен аса", Мөхәмәтша Буранғоловтың "Шәүрәкәй" һәм йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Хыялға ҡаршы" спектаклен ҡарай аласаҡ.

Әйткәндәй, балалар йортонда тәрбиәләнгән етемдәр тормошон сағылдырған "Хыялға ҡаршы" спектакле илебеҙҙең шаҡтай төбәктәрендә күрһәтелеп, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.

Гастролдәр февралдә башлана.




Вернуться назад