Беҙҙең театрҙы Мәскәү көтә03.01.2019
Быйыл февралдә Мәскәүҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре көтөлә. Ул республикабыҙҙың һәм театрҙың үҙенең бер быуатлыҡ юбилейына арнала.

4 – 6 февралдә Пушкин исемендәге театрҙың төп сәхнәһендә “Зөләйха күҙҙәрен аса”, “Шәүрәкәй”, “Хыялға ҡаршы” спектаклдәре күрһәтеләсәк. Мәғлүм булыуынса, улар үҙебеҙҙә ҙур уңыш менән бара.

Гастролде бөтөн коллектив ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша менән тамамлау ҡаралған. Бар спектаклдәр башҡортса буласаҡ.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика