Емешле иттегеҙ тормошомдо – мең рәхмәт, Зәйнәб апай!02.01.2019
...Бибеш, Йәнеш, Гөлйемеш,
Гөлйемеш шаҙра, имеш...


“Кәмһетелгәндәр” романында Байрастың Емеште шулай тип үсекләүен уҡып, малайға ҡапыл үпкәләйем, ҡыҙып китәм. “Ниңә ул шаҙра булһын?! Матур ғына ҡыҙыҡай ҙаһа!..”

Тулҡынланып торған ҡара ҡуйы сәстәрен икегә ярып, толомлап үргән, аҡ йөҙлө, оҙон керпекле, эшкә шәп, шымыҡай Емеш... Уның менән “бергә үҫтем” тиерлек. Һәр яҡлап оҡшарға тырыштым үҙенә. Күп һөйләп тормаҫҡа, йүгереп йөрөп эшләргә, өлкәндәрҙе тыңларға, малайҙарҙы урап үтергә, уларға һыр бирмәҫкә... Емешкә эйәреп, хатта шәл бәйләргә лә өйрәндем – ауылыбыҙҙа шул һөнәргә оҫта бер инәй бар ине.

Тәүге бүлекте уҡығас, трилогияның артабанғы “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарын таба алмай йонсоп, төндәрен һыҡтап илағанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Тормошомдағы тәүге һынауҙарҙың береһе булғандыр был. Китаптар табылғас, ҡайһылай шатланғайным!..

Эйе, бала сағым Емешле булды. 2 ғинуарҙы – бөйөк Зәйнәб Биишеваның тыуған көнөн – элек-электән иң әһәмиәтле даталарҙың береһе тип ҡабул иттем, яҙыусыға күңелемдән изге теләктәремде, яратыуымды, хөрмәтемде еткерә инем.

Бөгөн дә таң менән Емешле бала сағымды һағынып уянып киттем. Әҫәрҙәге яҡтылыҡ өсөн көрәшкән шундай ябай, ихлас, тормошто яратҡан геройҙарҙы юҡһынам, уларҙан һаман да өлгө алам. Ҙур рәхмәт, Зәйнәб апай, ошондай оло тәрбиәгеҙ, хеҙмәтегеҙ өсөн!

Әйткәндәй, бөгөнгө ҡыҙҙарҙың минең кеүек “йығылып ятып” уҡыған китаптары, юғары өлгө итеп күргән геройҙары бармы икән?


Вернуться назад