Рушана финалға сыҡты!29.12.2018
Яҡташыбыҙ, Ауырғазы районының Талбазы ауылынан Рушана Вәлиева Беренсе каналда барған “Тауыш” йыр конкурсында финалға үтте. 19 йәшлек ҡыҙ ярымфиналда Өфө ҡыҙы Земфираның “Аривидерчи” йырын башҡарҙы.

Тағы бер ҡатнашыусы Даниель Рөстәмов менән икеһе араһында тамашасы Рушананы һайланы. Улар бергәләп билдәле Филипп Киркоров менән уның “Кәйеф төҫө күк” йырын да йырланы.

Конкурстың етенсе миҙгеле финалы 2019 йылдың 1 ғинуарында уҙасаҡ. Яҡташыбыҙ был юлы ла беҙҙең ярҙамды көтә – уның файҙаһына смс-хәбәрҙәребеҙҙе йәлләмәйек!





Вернуться назад