Ура, яңы фильм!28.12.2018
Өфөлә Мостай Кәримдең повесы буйынса “Өс таған” фильмын төшөрөп бөттөләр. Төп өлөш үткән йәй Ғафури районының Толпар ауылында әҙерләнгән булһа, баш ҡалабыҙҙа ҡалған кадрҙар өҫтөндә эш барҙы.

Фильмдың режиссеры Айнур Асҡаровтың һүҙҙәре буйынса, картинаны ҡорау тамамланыу өҫтөндә. Тиҙҙән тауышландырыу башланасаҡ, шулай уҡ “Өс таған”дың музыкаль өлөшө лә яҙҙырыла башлаған.

Тулы метражлы фильмдың премьераһы прокатҡа киләһе йылда сығасаҡ, ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.



Вернуться назад