Рәсәйҙең әҙәби үрҙәренә кем артылды?25.12.2018
Интернациональ яҙыусылар союзы әҙәби конкурстарға йомғаҡ яһаны. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә лауреаттарҙы һәм номинациялар еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.

Башҡортостан яҙыусыларынан Марсель Сәлимов 2018 йыл өсөн Рәсәй әҙәби премияһының “Йыл яҙыусыһы” номинацияһы еңеүсеһе тип иғлан ителде. Уға диплом һәм Владимир Набоков исемендәге миҙал тапшырылды.

Журналист һәм яҙыусы Фирдәүсә Хәзипова Владимир Набоков һәм Антуан де Сент-Экзюпери исемендәге премияларҙың номинанты булараҡ билдәләнде.


Вернуться назад