ЙЫЛ АКТЕРЫ! Азат Вәлитовтың “йондоҙло сәғәте”25.12.2018
Быйыл уны күптәр яңынан асты. “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә Иван Игнатов, “Прометей”ҙа Прометей ролдәре менән хәтергә уйылып ҡалды М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Азат Вәлитов.

Сәхнә әҫәренең тик ыңғай йәки кире геройҙарынан тыш, үҙҙәре хаҡында төрлө ҡараш тыуҙырғандары ла була. Азат Вәлитов уйнаған Игнатов – тап шундайҙарҙан. Спектакль башында тамашасы уны күрә алмаҫҡа мөмкин, аҙаҡ уға ҡарата йәлләү, һоҡланыу, рәхмәт хисе лә уяна. Ошондай ҡатмарлы образды тулыһынса асҡан актер.

Уның Прометейы хаҡында бик оҙаҡ һөйләргә була. Спектакль дауамында әллә күпме икеләнеүҙәр, әрнеүҙәр кисерә ул, уға ҡарап йөрәк һыҙыла. “Прометей”ҙа бик уңышлы ҡулланылған проектор алымында Азаттың экрандан бик асыҡ күренгән йөҙөнә ҡарайһың да уға ышанаһың. Унан бик яҡшы киноактер сығыр ине, тип уйлайһың ирекһеҙҙән.

Кино тигәндәй, Азат Вәлитовтың шулай уҡ драма театры актрисаһы Илгизә Ғилманова менән Сәғиҙулла Байегеттең Миңзәлә Яхина һүҙҙәренә һәм көйөнә яҙылған “Ашыҡма, йәнем” йырының клибында уйнауын тамашасы бик йылы ҡабул итте. Шулай булмай ни, сюжеттағы аяныслы хәлдең бар хистәрен һәм кисерештәрен асып бирә ул. Был уның һәләтенә тағы бер дәлил булды.


Вернуться назад