ЙЫЛ ФЕСТИВАЛЕ! Рок-музыкала — башҡорт рухы25.12.2018
“Урал батыр” республика рок-фестивале быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылды һәм “Дәрүиш-хан” төркөмө солисы, билдәле йырсы Дим Мәннәндең яҡты иҫтәлегенә арналды. Сарала йәмғеһе туғыҙ рок-төркөм ҡатнашты, уларҙың барыһына ла Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенән дипломдар һәм статуэткалар тапшырылды.

“Урал батыр” рок-фестиваленең төп маҡсаты – ошо йүнәлештә сығыш яһаған һәләтле музыканттарҙы табыу һәм уларҙың ижады өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, йәш быуын араһында үҙебеҙҙең моңға, телгә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыу.

Роктың башҡорт моңона ни ҡыҫылышы бар, тиергә ашыҡмағыҙ, йәмәғәт. Ҡурай, думбыра, ҡумыҙ рок-музыкала нисек шәп һәм аһәңле яңғырағанын күрһәгеҙ ине! Хәйер, быларҙың барыһы ла фестивалдә күҙәтелде. Һәр кемдең сығышы тәү сиратта башҡорт рухы менән һуғарылғайны. Был бик тә отошло: рокты үҙ иткән йәштәрҙә яратҡан музыка йүнәлеше аша милли үҙаң көсәйәсәк кенә.


Вернуться назад