Яңы йылға шәп бүләк17.12.2018
Бүләктең дә бит ниндәйе! Яңы йыл тамашаһын хәтәр шәп үткәрә торғаны – күп функциялы клуб.

Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылы халҡы капиталь ремонттан һуң заманса яңыртылған өр-яңы мәҙәни усаҡлы булды. Был – төбәктә асылған күп функциялы клубтарҙың алтынсыһы. Әйткәндәй, быйыл ғына районда бындай типтағы дүрт мәҙәниәт учреждениеһы сафҡа инде.

Сәхнә яңыртылған: ҙур һәм яҡты, музыка аппараттары һатып алынған. Быҙаулыҡтарға хәҙер буш ултырыу мөмкин түгел, сөнки ололар һәм кескәйҙәр өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Теләйһең икән, шашка йә шахмат уйна, балалар уйын бүлмәһендә рәхәтләнеп мәж килә. Шулай уҡ теннис уйнарға йәки төрлө түңәрәктәргә йөрөү мөмкинлеге бар. Иң мөһиме – Яңы йылды яңы клубта ҡаршылай ауыл халҡы.



Вернуться назад