Өфө-II ҡаласығы — китапта03.12.2018
“Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы “Өфө-II ҡаласығы” китабын нәшер итте. Ул археолог Нияз Мәжитов иҫтәлегенә арналған. Ғалим хәҙерге Өфө аҫтындағы урта быуаттар биләмәһен асыуға һәм тикшереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе.

Китап “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығының археология фондында һаҡланған Урта быуаттар дәүерендәге музей әйберҙәренең ентекле каталогын үҙ эсенә ала. Улар араһында ҡиммәтле, төҫлө һәм ҡара металдан, һөйәктән, быяланан һәм аҫыл таштарҙан, балсыҡтан яһалған әйберҙәрҙең фоторәсемдәре бар. Баҫмала шулай уҡ алтын, көмөш, бронза биҙәүестәрҙе, кейем-һалым деталдәрен, Иртә Византия һәм Алтын Урҙа дәүерендәге тәңкәләрҙе күрергә мөмкин.


Вернуться назад