“Мин башҡортса шаяртам”02.12.2018
Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында “Мин башҡортса шаяртам” тип аталған КВН ярышы үтте. Унда уҡыу йортоноң бар факультеттарынан һигеҙ команда көс һынашты. Башҡортса йыр-моң, юмор һәм сатира кисәһе барыһына ла ныҡ оҡшаны.

“Иң яҡшы ир-егет роле”нә Илдус Сурин (технология факультеты) лайыҡ булһа, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ” исемен Наҙгөл Байтурина (иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты) яуланы. “Өмөт” призы тәбиғи-математика факультетының “Дәртлеләр” командаһына эләкһә, “Иң яҡшы шаяртыу”ҙа - “Әпипәләр”, “Иң яҡшы сығыш” номинацияһында “Тубырсыҡтар” билдәләнде (икеһе лә - педагогия факультетынан).

Гран-приҙы педагогия факультетының “Баҡырса” командаһы яуланы. Кисәне “Даръя” фәнни-лингвистик клубы етәксеһе Ридә Латипова юғары кимәлдә ойошторҙо.



Вернуться назад