“Башҡортостан” бүләктәр өләшеүен дауам итә!27.11.2018
“Башҡортостан” гәзите үҙенең тоғро дуҫтарына сюрприздар эшләүен дауам итә. Аҙна һайын киләһе йылға баҫмаға яҙылыусылар, баҫылып сыҡҡан сканворд-кроссводтарға дөрөҫ яуап биреүселәр араһында төрлө бүләктәр уйнатыла. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә тороусылар иғтибарына ла конкурстар тәҡдим ителә.

Был юлы төркөмдәге кешеләр 13 декабрҙә Өфө ҡалаһындағы Йәштәр һарайында үтәсәк Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерованың концертына ике кешелек саҡырыу билеты отоу мөмкинлегенә эйә.

Бының өсөн гәзиттең төркөмөнә өҫтәлергә һәм ошо хаҡтағы белдереүгә “лайыҡ” ҡуйып, үҙеңдең диуарыңа күсерергә кәрәк.
Конкурсҡа йомғаҡ 10 декабрҙә яһаласаҡ.


Вернуться назад