Бесәй менән сысҡан, энә менән еп...27.11.2018
Ғаилә институтын үҫтереү – Тәтешле районы етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Төбәктә күп бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә, ғаилә менән бәйле саралар даими ойошторола, уларҙың ялын ойоштороуға иғтибар ҙур.

“Лимпопо” Балалар күңел асыу үҙәгендә сираттағы “Ғаилә уйындары” тип аталған күңелле кисә, уны бүтәнсә ғаилә ялы тиергә лә мөмкин, уҙҙы. Ҡағыҙҙан ҡырҡып уйынсыҡ әйберҙәр эшләү буйынса “Әсәләр өсөн открытка” тигән оҫталыҡ дәресен 3-сө “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Ғәлиева үткәрҙе, ә “Планета-спорт” физкультура-һауыҡтырыу комплексының тренеры Гүзәл Гәрәева иһә фитнес яратҡан әсәйҙәрҙе үҙенең янына йыйҙы.

Иркен уйын бүлмәһе балалар тауышынан гөрләп торҙо – “Бесәй-сысҡан”, “Мин кем?”, “Борсаҡ – батша”, “Энә менән еп” кеүек уйындар ҡыҙҙарға һәм малайҙарға оҡшаны.



Вернуться назад