Радий Хәбиров Гөлфиә Юнысованы юбилейы менән ҡотланы27.11.2018
Өфөлә билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысованың "Туҡтатмағыҙ юлдарымдан..." тигән әҙәби-музыкаль кисәһе үтте. Сәхнәнән билдәле артистар һәм актерҙар башҡарыуында юбилярҙың шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын ҡотларға дуҫтары, элекке хеҙмәттәштәре килгәйне. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та юбилярҙы тәбрикләне. Ул элегерәк яҙыусы менән бергә эшләргә тура килгәнен белдереп, уға һаулыҡ, ижади уңыштар теләне.


Вернуться назад