Халыҡ шағиры менән аралаш27.11.2018
“Һеҙ ниндәй кәйеф менән һигеҙенсе тиҫтәгеҙгә аяҡ баҫаһығыҙ?”, “Беренсе шиғырығыҙҙы ҡасан яҙҙығыҙ?”, “Республикалағы һуңғы ваҡиғаларға ҡарашығыҙ нисек?” Бына ошондайыраҡ һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, халыҡ шағирына.

Ошо йомала, 30 ноябрҙә, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән 12.00 – 13.00 сәғәт арауығында “тура бәйләнеш” ойоштора. Рәхим итеп һорауҙарығыҙҙы 272-05-43 телефонына шылтыратып әйтә алаһығыҙ. Уларҙы социаль селтәрҙәге төркөмдәр аша бирергә, электрон почтаға ла һалырға мөмкин, бары тик алдан ебәрергә кәрәк. Иң ҡыҙыҡлы өс һорау авторына халыҡ шағирының ҡултамғаһы менән китаптары бүләк ителәсәк.


Вернуться назад