Халыҡ яҙыусыһы нефтекамалар менән осрашты01.11.2018
Нефтекама ҡалаһының үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу үтте.

Йәнле әңгәмәләшеүгә ҡоролған сарала китапханаға даими йөрөүселәр, йәштәр, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар халыҡ яҙыусыһының ижадына, тормошона ҡағылышлы һорауҙар яуҙырҙы.

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы уларҙың һәр ҡайһыһына ихлас яуап ҡайтарып, ғүмер юлындағы ҡыҙыҡлы, фәһемле хәлдәр, ижад баҫҡыстары тураһында һөйләне. Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ, осрашыуҙа ҡатнашыусыларға матур йыр ҙа бүләк итте.

Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бөгөн Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” пенталогияһы китап һөйөүселәр араһында ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡылған иң популяр йыйынтыҡтарҙың береһе һанала.


Вернуться назад