Легендар пьеса буйынса – спектакль28.10.2018
Туймазы дәүләт татар театрында Александр Арбузовтың “Аяуһыҙ уйындар” пьесаһы буйынса ошо уҡ исемле спектаклде сәхнәләштергәндәр.

Был ғәмәл “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тыуып-үҫкән яҡтың мәҙәниәте” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Театрға федераль ҡаҙнанан – 3,96 миллион һум, республиканан 540 мең һум аҡса бүленгән. Финанс театрҙың яҡтылыҡ, тауыш ҡорамалдарын яңыртыу, тегеү цехы өсөн йыһаздар, кәрәк-яраҡтар һатып алыу һәм башҡа ихтыяждарҙы кәметеү мөмкинлеген биргән.

Илнур Муллабаев ҡуйған премьераны ҡала халҡы бик йылы ҡабул иткән. Пьесаны сәхнәләштереү өсөн режиссер Элистанан билдәле рәссам-сценограф Валерий Яшкуловты, Мәскәүҙән хореграф Ярослав Францевты һәм башҡа билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәрен саҡырған.

Спектаклдең төп темаһы – ата-әсәләр һәм балалар араһындағы мөнәсәбәт.


Вернуться назад