Ғүмеремдең алсаҡ бер көнө29.08.2018
...Бала сағым яулыҡ болғап
ҡалды
Алыҫтарҙа, тыуған төбәктә.
Дим ярында шаулай бер
ҡайынҡай.
Тамырҙары – минең йөрәктә.


Был юлдарҙы мин, яңы ғына тыуған ауылынан айырылып, баш ҡалабыҙ Өфөгә уҡырға килгән ун ете йәшлек кенә ҡыҙыҡай, яҙғайным “Ҡайыным” тигән шиғырымда. Һағыныу-һағыш хис-тойғоларым күңелемде ҡуҙғытҡан, талпындырған булғандыр.


Иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр

Ғүмерлеккә бәйләнгәнбеҙ шул инде тәпәй баҫып, атлап киткән тыуған тупра­ғыбыҙ, иң тәү күреп һоҡланған тәбиғәтебеҙ һәм, әлбиттә, беҙгә йәшәү бүләк иткән атай-әсәйебеҙ, күмәкләп тәрбиәләп үҫтер­гән яҡындарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ менән. Шуға ла ярты быуаттан ашыу ҡалала йәшәһәк тә, тыуған ауыл үҙенә тарта ла тора. Ун йыл элек, миңә алтмыш йәш туласаҡ йәйҙә, тыуған-үҫкән атай нигеҙенә ҡаршы ғына ерҙә йорт һалып индек. Яҙҙан көҙгә тиклем ярты ғүмеребеҙ шунда үтә. Эшһеҙ тормаһаҡ та, “Ял итергә, илһам алырға ҡайтабыҙ”, тиеүебеҙ ҙә дөрөҫ, өйө булғас, баҡсаһы ла бар, унда әрем менән алабута ғына үҫтереп булмай бит.

Яҙ тәүге ҡайтыуға уҡ ауылыбыҙҙың мәҙәниәт тормошо өсөн яуаплы бер туғандар Зөлфирә Шәрипҡолова менән Сажиҙә Һайранова хәл белешергә килеп етте. Зөлфирә утыҙ өс йыл инде элекке колхоз үҙәге булған, әле ауыл хакимиәте урынлашҡан Себенле ауылында йәшәй, китапхана мөдире булып эшләй. Беҙҙең ауылдағы клубта урынлашҡан китапхана ла уның ҡарамағында. Ә Сажиҙә Һарыштан китеп торманы, атай йортон ҙурайтып, заманса матурлап, уңайлы шарттар тыуҙырып, Рәмил кейәү менән гөрләтеп донъя көтә, үҙебеҙҙең мәҙәниәт усағын һүндермәй.

– Апай, быйыл һеҙҙең юбилей ҙа инде, – тип һүҙ башланы ҡыҙҙар, хәл-әхүәл һорашҡас.

– Эйе шул, һеңлекәштәр, үҙемдең бер шиғырымдағыса:

Алтмыш йәшкә саҡ өйрәндем,
Етмеш тә килеп еткән.


– Бына ошо ваҡиғаны ҙур байрам итеп үткәрәйек әле, апай, ауылда.

– Һуң, миңә арнап ике тапҡыр байрам үткәрҙегеҙ бит инде уҙған йылдарҙа, гел дә улай килешмәҫ ул. Көҙгә Өфөлә уҙғарыласаҡ ижад кисәмә, Алла бирһә, рәхим итеп йыйылып килегеҙ. Һарыш менән Өфө араһы инде... Беҙ еҙнәң менән аҙна һайын тиерлек ҡайтып йөрөйбөҙ бит әле.

– Был көндө ауыл халҡы ҡыштан бирле көтә, Яңы йыл кисәһендә тәҡдимдәр булды. Үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ: байрам һеҙҙән бигерәк беҙгә, яҡташтарға, кәрәк, яҙғы, йәйге эштәр тамамланды. Кешеләр­ҙең гөрләшеп, ҡыуанышып ял да иткеһе килә. Бер ни өсөн дә борсолмағыҙ, мәшә­ҡәт­ләнмәгеҙ, бөтәһен дә үҙебеҙ эшләрбеҙ. Һеҙ бары ҡатнашығыҙ ғына.

Бындай һүҙҙәрҙе кире ҡағып буламы ни?!
Был тойғо – ҡәҙерле, саф, йылы,
Был тойғо – иң дәртле, иң моңло,
Был тойғо бейетә, йырлата,
Был тойғо көлдөрә, илата.
Был тойғо – йөрәктә таң атыу,
Был тойғо – иң изге яратыу –
Тыуған йортоңа әйләнеп ҡайтыу!


Йәшерәктәр эш эҙләп ситкә китеп бөт­кәс, бер аҙ бушап ҡалған, “пенсионерҙар ауылы” тип нарыҡланған Һарыш халҡы – мәҙәниәткә тартылыусы тынғыһыҙ кеше­ләр ул. Мәшәҡәттән дә, ваҡыт бүлеүҙән дә ҡурҡып тормай, йыл да матур ауыл байрамдары үткәреүгә ҡыҙығып киттеләр. Һуңғы осорҙа ғына ауылдаштарҙың шәжәрә, ауыл юбилейы байрамдары уҙғарылды. Ҡунаҡҡа ҡайтҡандарҙың да, ауылда ҡалғандарҙың да ғүмер буйы иҫтәрендә ҡалырлыҡ булды улар.



Күңелемә яҡын
кешеләр янында


Былтыр тағы бер сара уйлап таптылар: уны “Һарыш ҡыҙҙары йыйыны” тип исемләнеләр. Ауылда йәшәгән осорға тап килгәс, мин дә был байрамдың түрендә булдым. Тиҙ генә ойошторолһа ла, халыҡ күп йыйылды. Хәҙер бәйләнеш шәп бит инде: ҡайҙан ғына ҡайтмағайны төрлө бы­уын Һарыш гүзәлдәре. Сараның про­грам­маһына күмәк көс, илһам менән әллә күпме ҡыҙыҡлы уйындар, йыр-бейеү­ҙәр, иҫтәлектәр, викториналар индерелеп, кү­ңелдәрҙе берсә тетрәндереп, берсә ҡанат­ландырып ебәрерлек тамаша барлыҡҡа килде. Күңел төптәрендә йәшенеп ҡалған хәл-ваҡиғалар, баҡыйлыҡҡа күскән яҡын кешеләр, улар хаҡындағы фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла хәтирәләр үткәндәрҙе генә иҫкә төшөрөп ҡалманы, бөгөнгөбөҙ хаҡында фекер йөрөтөргә, киләсәкте ҡурсалап уйланырға булышлыҡ итте. Ауылыбыҙ яҙмышына ҡағылышлы байтаҡ тәҡдимдәр әйтелде. Юҡҡа ғына Һарыш, бәләкәй ауыл булһа ла, районда иң күп уҡытыусылар сыҡҡан төбәктәрҙең береһе тип иҫәпләнмәй шул. Тирмә-ҡыуыш, өҫтәл-маҙар кәрәк, тип баш ватмаһалар ҙа, Дим ярында күстәнәстәрҙән бик матур сәй табыны әҙерләне йәш килендәр, уңған ҡыҙҙар. Самауыр-сәйнүктәр көн буйы шыжлап ҡайнап ултырҙы, тыуған яҡ яландарында, баҡсаларында яҡын кешеләрҙең осрашыу төҫө-еҫе булып үҫкән үлән сәйенең хуш еҫтәре бар тирә-яҡҡа таралды, хәтергә һеңеп ҡалды.

Спиртлы эсемлектәр бер кемдең башына ла инеп сыҡмағандыр. Ә уйын-көлкө, йыр-таҡмаҡ, бейеү ярыштары үҙенсәлекле фестиваль төҫөн алды.
Мин уҙған йылғы хәлдәрҙе шуның өсөн тәфсирләп бәйән итәм, сөнки ишетеп беләм: ҡайһы бер яҡтарҙа “беҙҙә ауыл байрамдары, кисәләр үткәрмәйҙәр, бының өсөн етәкселәр аҡса бирмәй” тип зарланалар. Уйлап ҡараһаң, бары ҡатнашыусы­ларҙың теләге һәм ойоштороу һәләте генә кәрәк бит. Артыҡ рәсмиләште­релмәгән саралар йылыраҡ та, тәбиғирәк тә әле ул. Етәкселәрҙең фатихаһы булһа, ҡайһы берҙә шул да еткән.

...Юбилейға айҙан артыҡ ваҡыт бар. Шуға сараны “Шиғыр һәм йыр байрамы” тип атағандар. “Апай, һеҙҙе тамаша башланыр алдынан ғына саҡырырбыҙ. Ҡыҙыҡ булһын: велосипедығыҙ менән килеп төшөгөҙ әле ауыл үренән Дим үҙәненә”, – тине ойоштороу дәртенән күҙҙәре осҡонланған Зөлфирә Шәрипҡолова.

Байрам майҙаны беҙҙең өй алдынан да күренеп тора. Бәләкәй генә ауылға ҡайҙан шул тиклем машина?! Ял көнө бит, ситтәге ауылдаштар ҙа ҡайтҡан инде ғаиләләре, бала-сағаһы менән. Ғәләмәт ҙур ҡаҙанда былау бешә. Уның тәмле еҫе хатта беҙҙең ситтән өсөнсө өйөбөҙҙөң ишек алдына ла килеп етә. Ике-өс көн эсендә, кистәрен эштән ҡайтҡас ҡына тотонһалар ҙа, оҫта ҡуллы төҙөүсе ҡустым Әхәт, Сажиҙәнең ире Рәмил, ауыл старостаһы Мосафир Вәлиәхмәтов һәм тағы ла бер нисә ир-уҙаман ялан сәхнәһе һәм тамашасылар өсөн матур итеп эскәмйәләр эшләп ҡуйҙы.

Ҡаҙан янындараҡ бер нисә тиҫтә кеше ултырып ашарлыҡ оҙон өҫтәл һәм эскәм­йәләр теҙелгән. Аллы-гөллө кейенешкән ауылдаштарым тамаша үтәсәк ергә ағыла, ялға ҡайтҡан бала-саға алдан йүгерә, инде тиҙерәк барып етеп, бер-береһе менән аралашҡыһы килә. Улар ҙа тиҫтерҙәрен һағынған, күбеһе йыл буйы күрешмәгән бит. Мин ойоштороусыларҙың әмере буйынса, велосипедым менән сәхнә яғына елдерәм. Елгә елберҙәп барған оҙон, киң итәкле сәскәле ебәк итәгем генә велосипед тәгәрмәсенә эләгеп, ергә барып төшмәһәм инде. У-у-ф, килеп еттем имен-аман. Йөҙләгән кеше телефондары менән фотоға төшөрөп, бер-береһенә күрһәтешә. Көсәйтелгән музыка ҡорамалдарынан минең шиғырҙарға яҙылған йырҙар яңғырай. Иҫәнләшеүҙәр, ҡотлауҙар, көләс йөҙҙәр, күңелемә яҡын кешеләр... Бәләкәй ауылда бөтәһе лә туған бит инде: апай ҙа еңгә, ағай ҙа еҙнә, һеңлеләр ҙә ҡусты­лар... Ошондай ҙа ихлас хәл һора­шыуҙар, яҡын күреп арҡанан һөйөүҙәр тыуған ауылыңда ғына булыуы мөмкин. Ирекһеҙҙән күңелгә, тәүге тапҡыр ситкә киткәс, ауылдаштарымды һағынып яҙған шиғыр юлдары килә (ҡыҫҡартып бирелә):

...Мин бит һеҙгә түләп бөтөргөһөҙ
Бурыслымын, ауылдаштарым.
Арағыҙҙа иркәләнеп йөрөп,
Үтте ғәмһеҙ бала саҡтарым.
...Кемдер илап торған саҡтарымда
Наҙлы һүҙҙәр әйтеп йыуатҡан.
Ҡайһы берәү ҡырын ғәҙәттәрҙе
Ваҡытында күреп оялтҡан.

...Фәһемле йыр, тылсым әкиәттәр,
Мин бит һеҙҙән башлап ишеттем.
Һеҙҙең хеҙмәт, һеҙҙең йолаларҙы
Мин дә күңелемә иш иттем...


Була бит шундай бар мәшәҡәттәрҙе, ауырлыҡтарҙы, борсолоулы уйҙарҙы һелкеп ырғытҡан, ҡанатлы хис-тойғолар урғылып торған илаһи бәхетле минуттар. Уларҙы бөгөн миңә яҡташтарым бүләк итә.

Һай, афарин! Сараға йәм өҫтәп, күрше Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылының Гөлгөнә Татлыбаева етәкселегендәге “Әхирәттәр” фольклор халыҡ ансамбле лә килгән икән. Сәхнә алдында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙа­рының байрам кейемдәрендә таҡмаҡ әйтеп, йырлап-бейеп торалар. Уларҙың араһында ғәзиз һеңлеләрем Ҡыпсаҡ-Асҡар килендәре Зәйтүнә Даянова менән Гөлнәзирә Ғәлимуллина ла бар. Минең бер генә ижади сарам да, ғаилә байрамдарым да уларҙың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Һеңлеләрем – ауылдарында ғына түгел, бөтә район кимәлендә хөрмәтле шәхестәр, ветеран-педагогтар. Зәйтүнә Аҙнағол ҡыҙы – Рәсәйҙең почетлы мәға­риф хеҙмәткәре, “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, Гөлнәзирә Аҙнағол ҡыҙы “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Хаҡлы ялға сыҡһалар ҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашалар. Кейәүҙәрем менән береһе – дүрт, икенсеһе өс бала үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар. Кесе һеңлем Гөлнәзирә әле лә мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Үҙебеҙҙең ауыл килене Гөлнур Миңле­ғолованың вокаль ансамбле лә әллә нисә йыр алып килгән. Сәхнә кейемдәре лә күҙҙең яуын алып тора. Улар башҡа­ры­уында минең күренекле композитор Роза Сәхәүетдинова менән берлектә яҙылған “Әлшәй вальсы” менән “Әйҙә, киттек Дим буйына” тигән йырҙарыбыҙ айырыуса урынлы һәм дәртле яңғырай. Шулай булмай ни, тыуған яҡтарыбыҙға арналған бит улар.

Сараға фатиха бирер өсөн һүҙ ауыл муллаһы Мансур хәҙрәткә бирелә. Ул – Дим буйы ауылдарында бер нисә мәсет төҙөргә һәм уларҙың эшен юлға һалып ебәрергә ярҙам иткән кеше. Бөгөнгө көндә Әлшәй районы мәсеттәренең имам-хатибы вазифаһын башҡара. Дин әһеленә халыҡ­тың ихтирамы ҙур. Һарышта мәктәп ябыл­ғас, уны мәсет итеүҙе ойоштороп, теләгән кешеләрҙе дин юлына баҫырға булышты. Хәҙер мәсетебеҙ йыл әйләнәһенә эшләп тора, шөкөр.

Йәштәр тулды күҙҙәргә

Себенле ауыл хакимиәте башлығы Рафиҡ Миңлеғәлиев миңә балҡып торған гөлләмә бүләк итеп, бөгөнгө шиғриәт һәм йыр байрамы менән ҡотлағас, күңелдәр тағы ла күтәрелеп китте. Район хакимиә­тенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов та төбәк телевидениеһе етәксеһе шағир Илфак Фаризов менән беҙҙең сараға килеп еткән. Уға һүҙ бирелгәс, Һарыш байрамы район кимәлендәге рәсми сараға ла әйләнде инде. Был көндә районда тағы ла бер нисә урында ауыл байрамдары һәм башҡа саралар үтә икән. Район вәкилдәре бер нисә сығыштан һәм концерт номерҙарынан һуң икенсе ергә китергә ашыҡты. Ә беҙҙең хисле-нурлы, йырлы-моңло сарабыҙ әйтеп аңлатҡыһыҙ ихласлыҡ менән шаулап-гөрләп дауам итте. Өлкәндәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә, ба­лалар ҙа менде сәхнәгә. Барыһы ла ми­нең шиғырҙарҙы яттан һөйләп йәки йырҙарымды йырлап, тамашасыларға ишет­терҙе. Барыһының да исем-шәрифе иҫтә ҡалмаһа ла, һәр бер сығыш яһау­сының ихлас йөҙө, тулҡынланып шиғыр уҡыуы, илһамланып йыр башҡарыуы күҙ алдында.

Ауылдашым Замира Шәңгәрәеваның Өфөнән ҡайтҡан ейәне менән ейәнсәре Илнара менән Илназ, класташым Салауат Шәриповтың ата-әсәһе менән Себер тарафтарында йәшәгән ейәнсәре Әҙилә Яруллинаның балалар өсөн яҙылған шиғырҙар уҡыуы бик оҡшаны. Ҡайҙа йәшәһәләр ҙә, туған телдәрен онотмау­ҙары күңелгә бигерәк тә хуш килде.

Салауат Шәрипов колхозда механизатор ҙа, клуб мөдире лә, колхоз рәйесе лә булып эшләне, ә ҡатыны Зәйнәб ханым оҙаҡ йылдар Себенле мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡытты. Әле лә йәмәғәтселек эшендә – ауылдың “Ағинәйҙәр” клубын етәкләй. Ейәнсәре менән сәхнәгә сығып, үҙе лә шиғыр уҡыу өлгөһө күрһәтте. Йәш быуындың илһөйәр, телһөйәр булып үҫеүендә олатай-өләсәйҙәрҙең дә роле ҙур шул. Шуны һис ҡасан онотмаһаҡ ине.

Күмәк бала әсәһе Фәриҙә Вәлиәхмәтова минең тыуған яҡтарға арнап йәш саҡтарҙа яҙған “Ҡолай тауы” шиғырын уҡығанда, күҙ алдынан алыҫтарҙа ҡалған бала саҡтар, үҫмер ваҡыттар иҫкә төшөп, күҙгә йәштәр тулды. Ошо һөҙәк тауҙан уның өләсәһе (хәҙер инде мәрхүмә) Мәйсәрә Ғәбдрәхимова менән сана шыуа торғайныҡ. Үҫә төшкәс, киске уйындарға йөрөнөк. Хәҙер ул үҫкән йорт урынына үҙебеҙ өй һалып йәшәйбеҙ.

Илгизә Нәғимова, Сажиҙә Һайранова, Зөлфирә Шәрипҡолова, Гөлгөнә Татлыбаева, Сәлимә Йыһангирова, Зилә Миң­лейәрова һәм Люциә Хәкимованың дәрт­ләнеп, илһамланып шиғыр һөйләүҙәре, йырҙарымды башҡарыуҙары, иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуҙары айырыуса тәь­ҫирле булды халыҡҡа. Ә инде үҙ ижадың емештәрен икенсе кешеләрҙән ишетеү – автор өсөн айырыуса тулҡын­ландырғыс күренеш. Нисектер уртаҡ хеҙмәт кеүек ҡабул ителә. Ауылдашым Васияның күрше Тәүәтәйҙә тыуып үҫкән ҡыҙы Альбина Миһранова бәләкәйҙән үк шиғыр яҙҙы. Улар элегерәк гәзиттәрҙә лә баҫылды. Миңә арнап яҙылғандары ла булды. Бына ул тағы ла яңы арнау шиғыры яҙып алып килгән. Оло бүләк тип ҡабул иттем.

Ә инде беҙгә бер яҡлап килен, икенсе яҡлап һеңле лә булған Гөлнур Миңлеғолованың тауышына ҡайһы бер профессиональ артистар ҙа көнләшерлек. Ул йырлағанда ҡоштар ҙа һайрауҙан туҡтап, һоҡланып тыңлайҙыр һымаҡ. Район кимәлендә уҙғарылған сараларҙың һирәге генә унан башҡа үтәлер. Минең ижади кисәләремдә лә ҡатнаша ул. Бөгөн ҡунаҡтарға һәм ауылдаштарыбыҙға көйөн Роза Сәхәүетдинова яҙған “Һарыш ауылы йыры”н бүләк итте. Халыҡ йырҙары ла яңғыраны сәхнәнән. Уларҙың барыһын да Әлшәйҙең иң шәп баянсыһы Артур Шә­йәхмәтов музыкаль яҡтан биҙәне. Ҡайһы бер йырҙарҙы баян көйҙәре генә түгел, сәхнә алдындағы майҙанға дәртлә­неп бейергә төшөүселәр ҙә күтәремләне.

Бына сәхнәлә ҡара күҙле, ҡара ҡашлы таныш йөҙлө һылыу ханым сығыш яһағас, яңы ғына сыҡҡан “Тыуған яғым – Миәкә” тигән йыр китабын миңә бүләк итә. “Унда, апай, һинең дә биш йырың бар”, – тип ҡыуандыра. Йәшләй генә вафат булған класташым, серҙәш әхирәтем Зәйтүнә Усманованың (аҙаҡ Ишмырҙина) һеңлеһе Гүзәл икән. Мин уны бәләкәй сағынан алып күргәнем булмағас, танымай ҙа торам. Иҫтәлектәр менән талпындыра ла, йөрәктәрҙе уйылдырып уйландыра ла байрамдағы осрашыуҙар.

Бына тағы ла бер сибәр ҡыҙ сәхнәлә. “Себенле ауылынан Әлмира Кашапова”, – тип иғлан иттеләр. Шулай уҡ йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән нәҫелдәш Рәйес ағайым менән Фәһимә еңгәмдең ейәнсәре икән. Уны ла: “Кемгә оҡшаған һуң әле?” – тип торһам, быйылғы “Һылыуҡай” конкурсы еңеүсеһе Әлфинә Кашапова менән бер туғандар булып сыҡты. Рәйес ағайымдың өлкән улы Таһирҙың ҡыҙҙары.

Их, үҙемдең еңгәләр!

Ана, алдағы эскәмйәләрҙә теҙелешеп, тамаша ҡарап, ауылдаш еңгәләрем улты­ра. Еңгәкәйҙәремдең бәләкәй саҡта­рымда эшкә, аҡылға өйрәткән, үҫә төшкәс, серҙәш һәм кәңәшсе булған, ғаилә ҡорғас, ҡайтып йөрөгәнебеҙҙә саҡырып ҡунаҡ иткәндә­ренең күбеһе яҡты донъяларҙа юҡ инде хәҙер. Уларҙың яғымлы, ҡурсаулы һүҙҙәре, изгелектәре, нурлы йөҙҙәре һәр ваҡыт иҫтә. Сәғиҙә, Мәрйәм, күрше Фәниә, Һәҙиә, Хәлимә, Шәмсениса, Гөлзаһира, Нәфисә, Зәкиә, Әсмә, Фатима, Зәйтүнә һәм башҡа ауылдаш еңгәләрҙе һағынып хәтерләргә генә ҡалды. Һикһән биш-һикһән һигеҙ йәштәрҙе иңдәренә һалған Мәрүәр, Суфия, Фәниә, Фәүзиә, Ғәлиә еңгәләр бөгөнгө байрамға килә алмаған, ә бит өсөнсө йыл ғына ошондай йыйында әүҙем ҡатнашып йөрөгәйнеләр. “Йәшәгәс, ҡартайыла инде”, – тип көлгәйне Мостай ағай бер саҡ, кемдеңдер һорауына яуап итеп.

Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан килгән (ҡартатаһы беҙҙең күрше Хөббиғужа бабай ине) Тәнзилә, иң өлкән тамашасы Зөлфирә, йәшерәктәрҙән Әлфиә, Тәслимә, Шәүрә еңгәләрҙе, уларға ҡушып иң яҡын Сәғиҙә, Мәрйәм еңгәмдәрҙең ҡыҙҙары Сибәрбикә менән Люциәне лә сәхнәгә саҡырам. Өлкәндәр яйлап ҡына тәпәш баҫҡыстан күтәрелә. Уларға иҫтәлеккә бүләктәрем бар. Тәүгеһе – “Еңгәләрем” тигән шиғыр. Уны мин кисә төндә генә яҙҙым. Тәүге китабым сығыуға ла илле йыл үтте. Ниндәй генә сәхнәлә, ҡайҙа ғына уҡылманы инде шиғырҙар. Яҡташтарым алдында айырыуса тулҡынланам, сөнки уларҙың күбеһе атай-әсәйемде, мине бала сағымдан белә. Һәр һүҙенә тиклем сәпкә тейгән, ихлас башҡарылған сығыштарҙы ғына яҡын күреп ҡабул итә улар. Их, еңгәкәйҙәрем! Өй тултырып балалар тәрбиәләнегеҙ, иген иктегеҙ, көн-төн тимәй токтарҙа уларҙы таҙартып, илебеҙ келәттәренә тейәп оҙаттығыҙ, колхоз баҫыуҙарында йәшелсә, сөгөлдөр, картуф үҫтерҙегеҙ, фермаларҙа мал ҡарап, һыйыр һауып, ҡалала, район үҙәктәрендә йәшәүселәрҙе ит, һөт ризыҡтары менән тәьмин иттегеҙ. Ағайҙарыбыҙға тоғро, уңған, һөйөклө ҡатын булдығыҙ. Һарышыбыҙҙың бөгөнгө көндә бар булыуында, гөрләтеп йәшәп ятыуында һеҙҙең рух көсөгөҙ, күңел яҡтылығығыҙ, хеҙмәт емештәрегеҙ баһалап бөткөһөҙ бит. Һәр берегеҙ хаҡында шиғыр ғына түгел, фәһемле повестар, романдар яҙырлыҡ. Быларын сәхнәнән әйтмәй торайым әле бөгөн. Керпектәрегеҙгә әсе күҙ йәше ҡунмаһын. Йөрәк һүҙҙәремде шаярыу ҡатыш еткерәйем.

Еңгәләрем

Их, үҙемдең еңгәләр,
Дәртле баҫып киләләр.
Ҡартлыҡ етә инде, тиһәң,
Ышанмайҙар, көләләр.

Еңгәләрем, еңгәйҙәр,
Ниҙәр генә күрмәйҙәр.
Ни генә кисерһәләр ҙә,
Йәшәү ауыр, тимәйҙәр.

Матурҙар ҙа, уңғандар ҙа
Еңгәләр, еңгәсәйҙәр.
Шулай булмай, улар хәҙер
Йорт ҡото – өләсәйҙәр.

Аҡыллылар, ялҡынлылар
Еңгәкәйҙәр, еңгәләр.
Ҡасан, ҡайҙа, нисек итеп
Ни һөйләргә беләләр.

Ғүмер үтә, көҙҙәр етә,
Йылдар алға еләләр.
Һеҙҙең менән ауыл йәмле,
Йөҙ йәшәгеҙ, еңгәләр.


Сәхнәлә барған тамашаны ауылы­быҙҙың аҡһаҡалдары, 80 йәштәрен тул­тырған Ислам Миңлейәров менән Шәмсун Ғәбдрәхимов ағайҙар тулҡынланып, күҙ ҙә алмай ҡарап ултырҙы. Ғүмер буйына тырышып эшләгән, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән хөрмәтле кешеләр улар. Рәхмәт килгәндәренә.

Шиғыр донъяһына сумып, йыр-моң тулҡындарында йөҙөп, талпына-оса рәхәтләнеп бейеп күңел булғас, халыҡ төркөм-төркөм табынға йыйылды. Байтаҡ кеше ҡунаҡ булып өлгөргән, улары туғандары, дуҫтары менән Дим буйына, ҡайһылары өйҙәренә таралышты.
Оҙон-оҙон өҫтәлдәр аш-һыуҙан һығы­лып тора. Иң ҙур ҡаҙандағы итле былау яртыһына ла төшмәгән әле. “Кем килде – бөтәһен дә һыйлап ебәрҙек, – ти Әхәт ҡустымдың кәләше, аш-һыу оҫтаһы Миң­зәлә килен, – бигерәк тә күрше ауылдан килеүселәрҙең һыйланып ҡайтыуына шатбыҙ”. Әхәттең һарығы һәр ваҡыт һимеҙ, бәрәкәтле була торған.

“Гөлфиә апайым хөрмәтенә әҙерләнгән байрамға үҙем бағыусы булам!” – тигән Өфөлә йәшәүсе нәҫелдәш туғаным, эшҡыуар Рифмир Юнысов, рәхмәт төш­көрө. Үҙе ҡайта алмаһа ла, кәләше Гөлсирә килен ауылдаштарының рәхмәт һүҙен иренә мотлаҡ еткерәсәген белдерҙе.
Ҡамыр, ит аштарына ла, һөттән әҙерләнгән ризыҡтарға ла бик оҫта ауылым хужабикәләре. Ҡабарып бешкән икмәк, баллы сәксәк, йыуасаларға, төрлө-төрлө эслектәр менән бешерелгән телеңде йоторлоҡ бәлештәргә конкурс иғлан ителһә, тәүге урындарҙы кемгә бирергә лә белеп булмаҫ ине.

Йәшелсә-емеш ваҡыты булғас, салат­тарҙың да ниндәйе генә юҡ! Улдарым Артур менән Уралдың ҡала күстәнәстәре лә бик оҡшаны табындаштарға. Ә уларға кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтыусы ошондай ябай, ихлас, фәһемле сара танһыҡ.
Шәптәр араһында ла айырылып торғандары була. Туй, юбилей табындары әҙерләшергә, ғәҙәттә, уларға мөрәжәғәт итәләр. Бөгөнгө өҫтәлде лә Миңзәлә Юнысова, Земфира Юнысова, Замира Шәңгәрәева, Тәслимә Ғәбдрәхимова, Гөлнур Миңлеғолова һымаҡ ауылдың маһир ашнаҡсылары әҙерләне.

Аҙна буйы килә-китә яуған ямғыр был матур көндә ауылды урап үтте. Яҡты күңелле кешеләрҙең байрамдары ҡояшлы, алсаҡ булып хәтерҙәрендә ҡалһын, тигәндер тәбиғәт тә. Минең күңелемдә лә бәхетле бер мәл булып урын алды был онотолмаҫ алсаҡ көн.

Яҡташтарыма

Яҙмыш ситкә алып китте
Өйөрөлдөрөп тыуған яҡтан,
Тик тамырҙар тоташҡан бит
Йөрәктәрҙә сабый саҡтан.

Төйәгебеҙ тарта беҙҙе,
Һаман йәшәү һуты бирә.
Илһам, һағыш, бәхет булып,
Һөйөндөрә, сәмләндерә.

Атайсалда шулай инде:
Ҡайһы яҡташ, ҡайһы туған.
Ярай әле, һеҙ барһығыҙ,
Яҡын итеп көтөп торған.

Рәхмәт һеҙгә, һаҡлайһығыҙ
Тыуған ерҙең утын, ҡотон.
Һәр беребеҙ ҡайта ала,
Минеке, тип тыуған йортон.

Рәхмәт һеҙгә, ил-көн йөгөн
Иңгә һалып тартыусылар.
Һеҙ бар саҡта илле, ерле
Тыуған яҡҡа ҡайтыусылар.


Вернуться назад