Хәрәкәттән бигерәк бәрәкәте25.07.2018
Хәрәкәттән бигерәк бәрәкәтеСтәрлетамаҡта инде биш йылдан ашыу балаларҙы милли бейеү серҙәренә төшөндөргән берҙән-бер ансамбль эшләп килә. Исеме ниндәй бит әле уның — “Торатау”! Кескәй генә артистары менән ошо коллектив ҙур тамашаларҙа ҡатнаша, республика бәйгеләрендә урындар яулай. Рухи мөхитте һәм милли сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ансамбль етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил ЛОҠМАНОВ менән коллективтың тарихы, көндәлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Рәил Рәйес улы, бындай шәп идея нисек тормошҡа ашты?
— Инде егерме йыл ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернатында бейеү түңәрәге алып барам. Ошондай уҡ эште элегерәк Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла ла башҡарҙым. Ҡалала башҡорт бейеүҙәрен өйрәнергә теләүселәр, балаларын рухлы итеп үҫтерергә тырышҡан ата-әсәләр ишәйә. Ошо теләктәрҙе иҫәпкә алып, ҡатыным Гөлгөнә менән ансамбль асырға булдыҡ. Тормош иптәшем мәрхүмә булып ҡалғас, уның эшен ҡыҙым Лиана дауам итә. Ул кем ҡайҙа сығыш яһай, ниндәй сарала ҡатнаша, репетициялар нисек үтә – барыһын да хәл итә.

— Лоҡмановтарҙы ҡалала бейеүселәр ғаиләһе тип беләләр шул...
— Ысынлап та, Гөлгөнә менән беҙ ҙә – бейеүселәр, ҡыҙыбыҙ Әҙилә лә “Торатау”ҙа шөғөлләнә, Лиана инде үҙе бейергә өйрәтә. Әммә бейеү сәнғәтен, халҡыбыҙҙың милли хазинаһын күберәк ғаиләләр һәм нәҫелдәр һаҡлаһын ине тигән теләк ҙур.

— Бейергә теләүселәр күпме?
— Бөгөнгө көндә ете тиҫтәнән ашыу бала шөғөлләнә. Шул иҫәптән әле телгә алған гимназия, ҡаланың 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ансамблгә күпләп йөрөй. Шулай уҡ күрше райондарҙан килеүселәр ҙә бар. Балалар өс төркөмдә шөғөлләнә – кемдер саҡ бейергә өйрәнә, кемдер ике-өс йыл йөрөй, биш йыл буйы ансамблдә бейеүселәр ҙә бар. Иң өлкән бейеүсебеҙгә 15 йәш булһа, иң кесеһенә 3 кенә йәш әле. Хәҙер инде репертуарыбыҙ ҙа байып китте – тиҫтәнән ашыу бейеү ҡуйҙыҡ. Барыһы ла милли бейеүҙәр.

— Өс кенә йәшлектәр шөғөлләнә, тинегеҙ. Уларҙың хәрәкәт итеп йөрөүе үҫеш өсөн бик һәйбәт, минеңсә.
— Әлбиттә, бейеү сәнғәте, бигерәк тә милли бейеүҙәр баланың физик һәм психологик үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Бөтә күҙәнәктәре, ағзалары хәрәкәткә килеп, ҡан тиҙерәк йүгерә, мейе тиҙерәк эшләй, етеҙлек, һиҙгерлек һәм башҡа мөмкинлектәр арта. Әммә ансамбль бының өсөн генә булдырылманы бит. Бөгөн бихисап малай-ҡыҙҙарыбыҙ – конкурстарҙа еңеүселәр. “Байыҡ” конкурсынан Гран-при яулап ҡайттылар. Мәҫәлән, Илһам Ғималов, Әлиә Хөснөтдинова, Алина Хәйретдинова, Эльза Ғәлина һәм башҡалар — киләсәктә Бейеү театры коллективына алмаш булырҙай быуын. Әммә был да тәү маҡсат түгел әле. Бөтә хыялым – ошо етмеш кенә баланы булһа ла милли бейеүҙәребеҙ нигеҙендә рухлы итеп тәрбиәләү. Шуға күрә хәрәкәттән бигерәк рух бәрәкәте бар. Иң мөһиме, бәхеткә күрә, яйлап ҡына хыял тормошҡа аша бара. Балалар ихласлап башҡортса бейей, “Һаумыһығыҙ!” тип күрешә, милли кейемдә ғорур баҫып йөрөй. Милли бейеүҙәребеҙҙе, йырҙарыбыҙҙы, әкиәттәребеҙҙе мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ быуын үҫеп килә икән, тимәк, ул дөрөҫ юлдан барыр.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад