Кеше эшһеҙ ҙә боҙола ул21.02.2018
Алыпһатарлыҡ түгел, ә етештереү менән шөғөлләнгән бәләкәй эшҡыуарҙар ни өсөн бик артмай? Сөнки ҡатмарлыҡтары бик күп, байтаҡ шарттар менән бәйле. Уларға монополист ойошмалар менән конкуренция тотоуы ла ауыр. Ә йәш эшҡыуарҙың тиҙерәк арыу килем алғыһы килә. Килем урынына юғалтыу ҙа булып ҡуя. Шулай төрлө ҡаршылыҡтарға осрай-осрай, сабырлығы етмәй ташлап ҡуя.

***
Бер йәш танышым юғары сифатлы сеймалдан ғына хәләл тәм-том етештерә башланы. Тәжрибәле таныштары уны алдан уҡ эшеңде ташларға мәжбүр буласаҡһың тип киҫәтте. Шулай ҙа ныҡышып, ысын аҡ май, юғары сифатлы он, башҡа сифатлы ҡушымталар менән, сит илдән алып ҡайтҡан заманса ҡорамалдарҙа бешертә башланы ул тәм-томдо. Тауарын ҡыйбат тип алманылар... Маргарин, пальма майы ҡушып, түбән сортлы ондан бешерергә тотонманы, эшен һатты...

***
Ауылда асылған бер тегеү фирмаһында, әҙ түләйҙәр, тип зарланалар. Эшкә урынлашыусы йыш ҡына хужаның сығымдарын күҙ алдына килтермәй. Шәхси ойошмала (фирмала) эш хаҡы ниҙән килеп сыға? Эшкә яллаусы үҙе кәрәкле сеймал (туҡыма), ҡорамалдар, тегеү өсөн кәрәк-яраҡ һатып ала, бина арендаһын, һалымдар түләй. Транспортҡа, телефонға киткән аҡса ла иҫәпкә алына. Иҫәпкә инмәгән башҡа сығымдар килеп сыға. Унан, тауарҙың үтеүе лә кәрәк, брак тауар булһа, бер кем дә алмай. Ярай ҙа тауарыңа күпләп заказ биреүсе булһа...

***
Ауыл цехында тегелгән әйбер арзан, тимәк, табышты ла күп бирә, тип әйтеп булмайҙыр. Унда ялланған тегенселәр юғары квалификациялы түгел, әлбиттә. Бик сифатлы итеп тегә белһә, ул бит өйҙә заказдар ала.
Ә ауыл халҡына әҙ генә булһа ла килем, эш стажы бара, социаль пакет булырға тейеш. Кеше эшһеҙ йәшәп тә боҙола, ә былай – коллективта. Тора-бара, сығарылған тауарға ихтыяж артһа, ҡатмарлыраҡ әйберҙәр ҙә тегелер, кемдер үҙ эшен дә асыр, бәлки. 8-ҙән 8-гә тиклем түгел, норма һорап алып эшләргә лә булалыр бит? Хужаның үҙе лә был йәһәттән ауыл кешеһенә яраҡлаштырылған эш тәртибе ҡуллана ала.

***
Ҙур эш хаҡы алыр өсөн ойошма, фирма тотҡан хужаның килеме лә ҙур булырға тейеш. Ул бит үҙе бушҡа эшләп йөрөй алмай. Йыш ҡына бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр икенсе йүнәлеш тә табырға тырыша, уның ҡулаҡсаһы ла булмай, эшкә һалынған була. Берәй эшҡыуар тураһында, күпме аҡса эшләй, ә аҡсаны ҡыҫып тота, тигән һүҙҙәр ишеткәндә мин шуны күҙ алдына килтерәм.

***
Сит илгә эшкә киткән бер танышым әйтмешләй, бына нисек була икән ул ЭШ – эш хаҡы арыу, әммә хәжәтеңдән башҡа бер минутҡа ла сыға алмайһың, бер минутҡа һуңлау йә иртәрәк китеү мөмкин түгел. Бер кем менән дә һөйләшеп тора алмайһың, эшеңдән башҡаны белмәйһең, нимәнелер дөрөҫ эшләмәнеңме – штраф!

***
Төркиәгә диңгеҙҙә ял итергә бик йыш урыҫ телле немецтар килә. Төрөктәр үҙҙәре лә ул илдә күп йәшәй, хәҙер ике миллиондан ашҡандар инде. Шуға күрә тығыҙ аралашалар. Шундай бер ханым менән һөйләшеп киттек. Балалары юғары белем алғас, Ҡаҙағстандан күсеп киткәндәр. Ҡыҙы конвейер менән эшләгән цехта ғына эш таба алған, дипломдарын иҫәпкә алмағандар. Эш тиҙлеген минут түгел, секунд менән тикшереп торалар, сөнки береһе тотҡарланһа, тотош цех һуңлай башлай. Ғәйеплегә – ҙур штраф, дәүмәле күпме тотҡарланыуға бәйле. Балалар башта мине ҡарғаны, хәҙер инде квалификацияларын раҫлап, һөнәре буйынса эш таптылар, ҡәнәғәттәр, тип һөйләгәйне ул.

***
Балаларҙы йәштән, йәлләп тормай, эшкә ҡушырға кәрәк! Вузда уҡығанда уҡ инде хеҙмәт кенәгәһе алырға тырышырға кәрәк! Өлкән ейәнсәребеҙ ҙә шулай итте, кесеһе, медта икенсе курста уҡығаны, йәй приборҙар буяу менән шөғөлләнде. Ниндәй эш таба ала – барһындар! Подъезд йыуып йөрөһәләр ҙә, эшләһендәр! Аҡсаһы күп булмаһа ла, эшләргә өйрәнә кеше, аҡса еңел килмәгәненә төшөнә! Улыбыҙ студент саҡта төҙөлөштә йөрөнө, үҙебеҙгә өй һалышты.

***
Мин үҙебеҙҙәге пенсияға сыҡҡан байтаҡ ҡына уҡытыусыны башҡортса Википедияға ылыҡтырҙым. Башҡа илдәрҙә викиҙа 80 процент ирҙәр, 20 процент ҡатындар яҙышһа, беҙҙә – тап киреһе. Беҙҙе халыҡ-ара вики-хәрәкәттә башҡорт вики-өләсәйҙәре тип йөрөтәләр. Һәр йәштә лә, һаулығың бар икән, күңел ятҡан шөғөл табып була, йәмғиәт арбаһынан төшөп ҡалмай йәшәргә мөмкин.

***
Аҫта телевизорым шарылдай, кухнямда – радио. Компьютерымдан сүрәләр тыңлайым, шул ыңғай викиға мәҡәләләр яҙып, төркөмөмдәгеләргә яуаптар яҙып ултырам. Хәләлем һаман эшләп йөрөй (шөкөр), ул ҡайтҡансы – яңғыҙмын. Шарылдатам ғына. Тынлыҡта ятып өлгөрөрмөн әле, тимен ҡартыма, ҡайтып аптырап торғанда. Бәхет бит – ғүмер зая уҙмауы, фекерҙәштәр булыуы, яңғыҙ ултырһаң да яңғыҙ булмау!

Рубриканы Гүзәл СИТДЫҠОВА алып бара.


Вернуться назад