Рок-музыка телде үҫтерәме?26.12.2017
Рок-музыка телде үҫтерәме?Тулҡын булып ағылған йылдарҙы бәйләр, һәр заманда кешенең күңел зауығын ҡандырған әйберҙәр була. Уларҙың күптәре тарих тәрәнлегенә китеүсән, ә ҡайһы берҙәре үҙ тәғәйенләнешен һәм көсөн юғалтмайынса, яңы һулыш менән тағы ла ҡеүәтлерәк һәм яҡтыраҡ төҫ һалыусан. Һүҙем һәр заманда үҙ тауышын әҙәм балаларына еткерер, рухландырыр, дәртләндерер, уйландырыр йыр сәнғәте хаҡында. Уның да ниндәйе – халҡыбыҙға хас милли рух ораны булып яңғыраған башҡорт рок йүнәлеше тураһында. Иллә-мәгәр, һуңғы ярты быуатта илебеҙгә ағым булып килгән төрлө күтәрелеш һәм түбән төшөүҙәр заманында милли рухыбыҙҙы ҡайтанан терелткән, йәш быуынды күңел азатлығына, йыр киңлегенә, уйҙар аныҡлығына һәм ныҡлығына әйҙәүселәрҙең береһе ул башҡорт рок йүнәлеше.


Әлмисаҡтан сәсәндәребеҙ ил алдына сығып һүҙ әйтһә, яңы заманда яңы йүнәлеш һайлаған ҡыйыу йөрәклеләр, заман тәрәнлеген, офоҡ сикһеҙлеген үҙ итеүселәр йәшенә лә, өлкәненә лә үҙ һүҙҙәрен еткерә.
Күптән түгел Республика халыҡ ижады үҙәгендә “Ural-batyr” республика башҡорт рок фестивале үтте. Ул башҡорт рогы киңлегендә йәшнәгән башҡорт рок, этно-рок, панк-рок төркөм­дәрен йыйҙы, таныштырҙы, дуҫлаштырҙы, яңы таланттарҙы асты, ошо йүнәлеште үҙ итеүселәргә һүҙен әйтте.
Сара “Рәсәй милләттәренең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһында халыҡтарҙы этномәҙәни йәһәттән үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә һәләтле музыкант­тарҙы табыу, уларҙың ижади потенциалын тормошҡа ашырыу, йәштәрҙе әүҙем тормошҡа һәм йыр сәнғәтенә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолдо.
Беренсегә уҙғарылған фестиваль өс этапта: бәйгегә ебәрел­гән демонстрацион материал­дарҙы һайлап алыуҙан, артабан һайланған рок төркөмдәрен тыңлап баһалауҙан иң аҙаҡтан иһә иң көслө, үҙенсәлекле һәм уңышлы сығыш яһаған төр­көмдәрҙең гала-концерты форматында үтте. Тәүге ике этап көҙ айҙарында ойошторолһа, ниһайәт, башҡорт рогын үҙ итеүселәр баш ҡалала “Елмерҙәк”, “ХамZа”, “Дан”, “Юлдаш”, Шурум-Бурум”, “Nectoria”, “Малай-Шалай”, “MANA*VARA” (“EuroАзия”) кеүек төркөмдәрҙең ялҡынлы сығыштарын ҡарап ҡыуанды.
Рок-фестивалдә ҡатнашыусы­ларҙы тәбрикләргә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла килде. Республика Халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков фестивалдә ҡатнашыусыларға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, йәштәргә ижади уңыштар теләп, фекерҙәре менән уртаҡлашты:
– Рок йүнәлеше беҙҙең халыҡ өсөн ят күренеш түгел, ул бар һәм буласаҡ. Бөгөн ошо йүнәлеште күтәреп алыу һәм үҫтереү – ҙур мәртәбә. Киләһе йылдарҙа был сара, киңерәк ҡитғаларҙы үҙ эсенә алып, тағы ла юғары һәм сифатлы кимәлдә үтер, тип ышанам. Беҙ туған телебеҙҙе юғары сифатлы йырҙарҙа күтәрәбеҙ, үҫтерәбеҙ һәм пропагандалайбыҙ.
Ике сәғәт дауамында барған концертҡа килгән һәр тамашасы көс-ҡеүәт туплап, уйланып, дәртләнеп, рухланып, ял итеп, шатланып ҡайтты. Тыуған ер, тел, миллилек, мөхәббәт, тормош хаҡында һәм башҡа рок йыр сәнғәте иңләй алырлыҡ йырҙарҙы тыңлап, ошо заманса милли, туған телле мөхиттән кинәнес алды.
Өфө ҡалаһының үҙенән, Салауат, Белорет райондарынан килгән төркөмдәр Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәхмәт хаттары һәм профессиональ йыр яҙҙырыу өсөн студияға сертификаттар менән бүләкләнде. Ысынлап та, ғәйәт әһәмиәтле булды был сара. Ҡыйыу һүҙле, үҙенсәлекле тауышлы, йыр сәнғәтен һайлаған йәштәргә ҡарап, беҙҙең башҡорт рок сәнғәтенең киләсәге бар, халыҡҡа әйтер һүҙе һәм халыҡты дәртләндерер көсө бар тиергә була. Һәм, кем белә, бәлки, киләсәктә беҙ милләттәштә­ребеҙҙе Рәсәй һәм донъяуи кимәлдә туған телендә йырлаған ҡыйыу һәм тырыштар иҫәбендә күрә алырбыҙ. Ышаныу, үҫешеү һәм тырышыу ғына фарыз. Йыр сәнғәтен үҫтереүгә ошондай фестивалдәр ярҙамында юлдар асыла.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика