Көслө – берҙе, белемле меңде йығыр14.12.2016
Көслө – берҙе, белемле меңде йығыр
Фәндең бөйөклөгө һәм бейеклеге тураһында кемдәр нимә генә әйтмәгән һәм уны нимә менән генә сағыштырмайҙар. Ерҙең күсәре, автомобилдең двигателе, әҙәм балаһының мейеһе... Ә тарих был турала ни һөйләй? Боронғо Греция фәндең тыуған иле һанала. Был тарафтарҙа көн иткәндәр беҙҙе уратып алған донъя башҡа кешеләр уйлағанса түгел, ә бөтөнләй бүтәнсә икәнен беренсе булып аңлаған. Шунан һиҙемләүҙән – абстрактлыҡҡа, донъяны танып белеүҙән уның закондарын өйрәнеүгә күсеү башланған. Фән тигәндән, сирек быуат элек Башҡортостанда Фәндәр академияһы ойошторолған. Ошо уңайҙан ғилми учреждениеның президенты – академик, педагогия фәндәре докторы, Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир-ағзаһы Әлфис ҒАЯЗОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Әлфис Суфиян улы, гәзит уҡыу­сыларҙы тарих төпкөлөнә сәйәхәт иттереп алайыҡ әле. Ни тиһәң дә, уҙған быуаттың 90-сы йылдары башы һынылышлы осор булараҡ хәтерҙә һаҡлана...
– Ысынлап та, ул осорҙа бик ҙур үҙгәрештәр булды, уның ауазы бөтә тармаҡҡа ла тәьҫир итте, хатта тиҫкәре йоғонто яһаны. Күптәр эшһеҙ ҡалды, “киләсәк нисек булыр?” тип хәүефләнде. Бына ошо күренештең әсе еле фәнгә лә ҡағылды. Ғилми тикшеренеүҙәр туҡтап ҡалғандай тойолдо, дәүләт заказһыҙ ҡалды. Унан сығыу юлы ниндәй? Шуларҙың барыһын да иҫәпкә алып, республикабыҙҙа милли Фәндәр ака­демияһы ойошторола.Тиҫтәгә яҡын ғалим уртаҡ фекергә килеп, устав төҙөй, концепция эшләй, бурыстар билдәләй. Дөйөм йыйылыш декабрҙең уртаһында уҙғарыла. Әйткәндәй, шул тиклем ҙур илебеҙҙең бөтә төбәге лә бындай абруйлы учреждение менән маҡтана алмай. Башҡорт­остандан тыш фәндәр ака­демияһы Татарстан, Саха (Яҡут) һәм Чечен республикаларында ғына бар.
– Юбилей яҡынлашыу ниндәй ҙә байрам йә тантана ойоштороуҙы ғына аңлатмай. Әлбиттә, уларһыҙ ҙа булмай. Моғайын да, шатланып һөйләрлек уңыш-ҡаҙаныштарығыҙҙы барлар ваҡыт еткәндер.
– Һүҙ юҡ, әгәр шулай әйтергә яраһа, еңеүҙәр алға әйҙәй. Мәҫәлән, әҙәм балаһының тормошонан айырылғыһыҙ медицина тармағына туҡталайыҡ. “Фәндәр академияһы күҙ ауырыуҙарының Өфө ғилми-тикшеренеүҙәр институты” дәүләт бюджет учреждениеһы тарафынан “Уфалинк” һәм “Декстралинк” тигән күҙ мөгөҙсәһен ультрафиолет ярҙамында дауалау өсөн аппарат уйлап табылды. Улай ғына ла түгел, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуынан яфаланғандарҙы дауалау өсөн һөҙөмтәле һәм юғары технологиялы ысулдар эшләнгән. Үҙ сиратында ошо алымды киң ҡулланыу үлем осраҡтарын күпкә кәметте. Шул уҡ агросәнәғәт комплексы тураһында һүҙ алып барғанда, иген үҫтергәндә No-till һәм Strip-till ише алдынғы технологияларҙы индереү ҙур уңыш бирҙе, киләсәк өсөн янған хужалыҡтар гектарынан 80 центнер уңыш алыуға өлгәште. Ер ҡуйынынан сығарылған нефтте өйрәнеү ҙә дауам итә.
Гуманитар фәндәр өлкәһендә хәлдәр нисек? Башҡортостан Фәндәр академияһы тарафынан рус һәм башҡорт телдәрендә “Башҡорт энциклопедияһы”, “История башкирского народа” (икеһе лә ете томлыҡ) исемле йөкмәткеле китаптар әҙерләнеп нәшер ителде.
Ҡыҫҡаһы, ғалимдар бөтә өлкәне лә алға этәрә, тиеү дөрөҫлөккә тура килә.
– Рәсәй, хатта донъя ғалимдары менән бәйләнеш булдырылғанмы, хеҙмәттәшлек итеү көслөмө?
– Фән – асыҡ система, ул үҙенең ҡабығында ғына тереклек итә алмай. Бихисап илдәрҙең фәндәр академиялары менән килешеүҙәр төҙөлгән. Беларусь милли Фәндәр академияһы, Ҡаҙағстан милли Фәндәр академияһы, Ҡырғыҙстан милли Фәндәр академияһы, Азербайжан милли Фәндәр академияһы, Эстония Фәндәр академияһы, Тажикстан Фәндәр академияһы, Молдова Фәндәр акаде­мияһы, хатта Цзянси Фәндәр академияһы (Ҡытай) шуға асыҡ миҫал. Айырыуса Германия менән бәйләнеш көслө генә. Сит ил ғалимдары менән уртаҡ гранттар отоуҙа ҡатнашабыҙ, шулай уҡ коллегаларыбыҙ үҙҙәрендә теләп фекерҙәштәренең китаптарын сығара, мәҡәләләр баҫтыра, ә хеҙмәттәшлек фәнде алға этәрә.
– Башҡортостанда ҡанат нығытҡан донъяға билдәле академиктарҙы һанап сыҡмаҫһығыҙмы?
– Бөтә Ер шарына танылыу яулаған академик Роберт Ниғмәтуллиндың исемен атау ҙа етәлер. Уның өлгөһөнә эйәргән­дәрҙең, ошо кимәлгә ынтылғандарҙың иҫәбе-һаны юҡтыр. Йә булмаһа, исемлекте дауам итәйек. Академиктар – хирургтар Вил Тимербулатов менән Владимир Плечев, онколог Шамил Ганцев, инженер-механик Искәндәр Әхәтов, физиктар Руслан Вәлиев менән Оскар Кайбышев, химик-органиктар Райхана Ҡунаҡова менән Усейн Джемилев, офтальмолог Марат Аҙнабаев, физик-математик Марат Илһамов һәм башҡа абруйлы яҡташтары менән башҡортостандар сикһеҙ ғорурлана.
– Әлфис Суфиян улы, бөгөн импортҡа алмаш мәсьәләһе буйынса нимә генә һөйләмәйҙәр. Был тәңгәлдә ғалимдар алғы сафта атларға тейеш тигән яҙылмаған ҡанун йәшәй. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?
– Бөгөн ғалимдар ҡул ҡаушырып ултырмай, киреһенсә, иҡтисади үҫешкә мөмкин тиклем үҙҙәренең өлөшөн индереп ҡалырға тырыша. Фарминдустрия тигән ғәйәт ҙур һәм ҡыҙыҡлы өлкә бар. Беҙҙең ғалимдарыбыҙҙың үҙенсәлекле дарыу уйлап тапҡанына нисек шатланмаҫҡа! Бынан ары 260 миллион һум тирәһе аҡсаны илебеҙ ҡаҙнаһында ҡалдырыуға булыш­лыҡ итте ул, үҙ сиратында дарыуҙарға ҡытлыҡты байтаҡҡа кәметте.
– Йәш быуын тураһында төрлө фекер ишетелә, егет-ҡыҙҙар юғары уҡыу йортон тамамлау менән көрәп алырлыҡ аҡсалы эш эҙләй, тиҙәр. Ғөмүмән, йәштәр фәнгә килергә ашҡынып торамы?
– Йәштәр фәндән алыҫлаша бара тиеү менән бер нисек тә килешмәйем, киреһенсә, тулҡын-тулҡын булып киләләр. Әлбиттә, беҙҙең яҡтан да ылыҡтырыуҙы, хатта шаяртып әйткәндә, тартыу көсөн эшкә еккәнбеҙ. Нәҡ йәштәр өсөн исемле стипендиялар булдырылған, етмәһә, төрлө гранттарға дәғүә итә алалар.
– Академик Ғайса Хөсәйенов, фән – ул ҡыйыуҙар, сыҙамлылар өлөшө, тигән. Ысынлап та шулаймы?
– Хөрмәтле Ғайса Батыргәрәй улының фекере менән килешмәү мөмкин түгел. Ул сыҙамлы һәм ҡыйыу сифаттарҙы үҙ итеүе менән бүтәндәргә өлгө күрһәтә. Эйе, тегендә-бында сабып йөрөүҙән айырмалы, фән бер урында ултырып ҡына эшләүҙе талап итә. Тимәк, ғилми эшкә башкөллө сумырға теләһәң, артабан иһә асыш тураһында хыялланһаң, ултырғысыңа таш кеүек батырға тейешһең. Шул уҡ ваҡытта баш ҡалҡытмай бик күп уҡырға кәрәк. Юҡҡа ғына, көслө – берҙе, белемле меңде йығыр, тимәйҙәр. Тағы китап тураһында уйланам. Шәхсән үҙем фән тауына менә башлаған осорҙо иҫләп, бөгөнгө менән сағыштырам. Ашау онотола, башҡа эштәргә бүленеүҙе телгә алыу ҙа артыҡ. Ҡыҫҡаһы, китап уҡыуҙы һәм ғилми китап культын тергеҙергә кәрәк.
– Фәндәр академияһында юғары вазифа биләүегеҙгә теүәл бер йыл үткән. Эште иң беренсе нимәнән башланығыҙ?
– Быйыл февралдә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышы үткәйне, унда Башҡорт технология инициативаһының концепция проекты менән таныштырҙым. Милли технология инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уны академия ғалимдары әҙерләне. Эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәре – нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефть һәм газ химияһы, технологиялар һәм машина төҙөлөшө деталдәре, агро һәм урман сәнәғәте комплексы, фарминдустрия, йәшәү сифатын күтәреү технологияһы.
– Күмәк ғалимдар армияһы киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәй?
– Беренсенән, теория – бер, ә бына уны ҡулланыусыға алып барып еткереү бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Әгәр ҙә беҙ ошо юлды һайламаһаҡ, үҫеш бер ҡасан да булмаясаҡ, алға китеш күҙәтелмәйәсәк. Икенсенән, академия составын нығытыу ғына түгел, ә уны йәшәртеү хаҡында хәҙерҙән үк хәстәрлек күреү зарур. Өсөнсөнән, перспектив һаналған фән аралаш проблеманы (проблема на стыке наук) хәл итеү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе. Республикабыҙ етәкселегенән даими ярҙам тойғанда йөкләмәләрҙе үтәү күпкә еңел.
2030 йылға хәтлем стратегик үҫеш планы раҫланған, уны бөтә тулылығында бойомға ашырыу өсөн ғалимдар бар көсөн һала.
– Әлфис Суфиян улы, әңгәмә өсөн рәхмәт! Уй-хыялдарығыҙҙың барыһы ла тормошҡа ашһын.


Вернуться назад