Тос фекер һәм үткер ҡәләм23.03.2012
Тос фекер һәм үткер ҡәләмБығаса мин Иршат Теләүембәтте үткер ҡәләмле журналист сифатында белә инем. Уның ҡатмарлы сәйәси-ижтимағи проблемаларға арналған мәҡәләләре, очерктары гәзит уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмағандыр. Был сығыштар көнүҙәк темаларҙы мотлаҡ ил-халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙар менән тығыҙ бәйләү арҡаһында публицистиканың күренекле үрнәктәре кимәлендә ине.
Беҙҙең күпселек яҙыусылар кеүек, Иршат та әҙәбиәткә журналистика аша килде. Хәйер, ул бөгөн дә был элемтәне өҙмәй. Уның “Бығау сыңы” тип аталған китабына хикәйәләр менән бергә юлъяҙмаларының да индерелеүе — быға асыҡ миҫал.
Шуның менән бергә яҙыусының стилендә, хәбәр һөйләүгә ҡарағанда, тасуири сараларҙың ишләнә барыуын, хикәйәләүҙең тығыҙлығын, композицияның йыйнаҡлығын күрмәү мөмкин түгел.
Хикәйәләренең байтағы новеллаға тартым. Улар, ҡарамаҡҡа, көтөлмәгәнсәрәк тамамланғандай. Асылда иһә ваҡиға үҫеше лә, геройҙың ҡылыҡ-фиғеле лә финалдың тәбиғи рәүештә сюжеттан үҫеп сығыуына психологик әҙерлек төҫөн ала.
“Мәкер” тип аталған хикәйәһе бүтәндәренән айырылып тора. Миңә ҡалһа, ул тамамланған әҫәр булыуҙан бигерәк, күләмле повесть йәки роман конспектын хәтерләтә. Ә бына текстың фактик нигеҙе бармы, юҡмы — үкенескә, уныһы мәғлүм түгел. Бының сағыу миҫалы — Булат Рафиҡовтың талантлы “фараз”-повестары. Ғәжәпме ни, әгәр ҙә Иршат Теләүембәт, ҡыҙыҡлы “конспект”ты артабан үҫтереп, тарихҡа нығыраҡ бәйләп, повесть йәки роман яҙырға тотонһа. Көтәйек әле...
Китаптың икенсе яртыһын тыныс ҡына уҡыу ҡыйын, сөнки автор нисәмә йыл инде халыҡ йөрәгенә ҡан һауҙырып килгән уңалмаҫ йәрәхәткә ҡағыла. Бындағы ете хикәйә лә, “Ҡанһыраған илгә сәйәхәт”, “Осҡон өҫтөндә бейеү” тигән ике ҙур очерк та Чечнялағы һуғышҡа бәйле. Беҙҙең прозала был ауыр теманың тәү башлап күтәрелеүен дә әйтергә кәрәк.
Тынғыһыҙ журналист Иршат Теләүембәт өс тапҡыр Чечен Республикаһына командировкаға барып ҡайтты.
Чечня мәсьәләһендә Иршат Теләүембәттең позицияһы аныҡ. Ул һуғыш арҡаһында ҡот осҡос юғалтыуҙарға дусар ителгән ерле халыҡты яҡлай, мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошто ғәйепләй; террорға ҡаршы тип үткәрелгән хәрби операцияларҙың Чечня төйөнөн сисә алмаҫын, бары тик ике яҡтан да ҡорбандар һанын арттырыуға килтерәсәген иҫкәртә.
Прозаик Теләүембәт иһә был төйөндөң ил муйынындағы боғалаҡ икәнлеген кеше яҙмыштары аша күрһәтеү юлын һайлай. “Һөйәк”, “Ҡамау”, ”Саҡырылмаған ҡунаҡ” кеүек хикәйәләрҙә һүрәтләнгән тетрәндергес ваҡиғалар Чечня һуғышына ҡарғыш булып яңғырай. Автор ҡуйы буяуҙарҙы мул ҡуллана, үҙенең персонаждары менән бергә нәфрәтләнә, һыҡтай, киҫәтә...
Прозаға өр-яңы үткер сюжеттар алып килгән “Бығау сыңы” китабын Иршат Теләүембәттең яуаплы ла, мауыҡтырғыс та ижади артылышты яулауына дәлил итеп һанарға нигеҙ бар.
Әхиәр ХӘКИМ,
Башҡортостандың
халыҡ яҙыусыһы.


Иршат Теләүембәтовтың мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән тәүге китабына (“Урман әбейе”, Өфө, 1988) иғтибар итеүем, уға рецензия яҙыуым хәтерҙә. Ундағы хикәйәләрҙә тәбиғәткә, һәр йән эйәһенә илтифатлы, мәрхәмәтле булыу, ярҙам ҡулы һуҙыу кәрәклеге баҙыҡ тел, һығылмалы стиль менән һүрәтләнгән.
“Егетлек”тәге төп герой — үҫмер, ваҡыты ҡыҫтау булыуға ҡарамаҫтан, сабыйы ауырып киткән әсәгә ярҙам итеп кенә ҡалмай, йәнә бер ҡыйыулыҡ күрһәтә: юл өҫтөнә сығып ҡотон осорған айыуҙан ҡурҡыуын еңеп, уның соҡорға ҡолап төшкән балаһын сығарыша.
Тормошта ла мин Иршат Теләүембәтовты тәбиғәтте, кешеләрҙе яҡшы аңлаған, халҡы өсөн утҡа ла, һыуға ла инерҙәй шәхес, һәләтле әҙип, ҡыйыу публицист, заман талаптары менән иҫәпләшкән оҫта ойоштороусы итеп беләм.
Фәнил КҮЗБӘКОВ,
филология фәндәре докторы, профессор.


Вернуться назад