Әҙәбиәтебеҙ шоңҡары23.03.2012
Әҙәбиәтебеҙ шоңҡарыИршат Әнүәр улы Теләүембәтов 1962 йылдың 26 мартында Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1985 йылда “Ленинец”–“Ленинсы” республика йәштәр гәзитендә тәржемәсе булып башлай. 1986 йылда Бөрйән леспромхозының ВЛКСМ комитеты секретары итеп һайлана, ВЛКСМ-дың Бөрйән райкомы бюроһы ағзаһы була. 1990 йылдан 1995 йылға тиклем тыуған ауылында тарих һәм йәмғиәт фәндәрен уҡыта.
1995 йылдың авгусынан 2002 йылдың июленә ҡәҙәр ете йыл ғүмерен “Башҡортостан” гәзите менән бәйләй. Ул бында хәбәрсенән алып бүлек мөхәррире, баш мөхәррир урынбаҫарына тиклем юл үтә. Республикала, илдә һәм тотош донъяла барған сәйәси ваҡиғаларға арнап аналитик мәҡәләләр менән сығыш яһай. 1995, 1997 һәм 1998 йылдарҙа хәрби хәрәкәттәр барған Чечен Республикаһында сәфәрҙә булып ҡайта. Юлъяҙмалары, шулай уҡ сәйәси темаларға арналған мәҡәләләре өсөн 1996 йылда “Башҡортостан” гәзитенең йыл лауреаты була.
Гәзиттең баш мөхәррире урынбаҫары вазифаһында эшләгән Иршат Теләүембәтов 2002 йылдың июлендә “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм алты йылдан ашыу ошо баҫманы етәкләй. Ул эшләгән осорҙа редакцияға эшкә һәләтле йәштәр килә, һәм Башҡортостан йәштәренең журналы республика баҫмалары араһында иң йәш коллективҡа әүерелә. Йөкмәткеһе яғынан да һынылыш осоро кисерә, биҙәлеше яҡшыра. Һөҙөмтәлә тиражы йылдан-йыл артып, башҡорт телендә нәшер ителгән журналдар араһында алдынғылар рәтенә сыға. Тап Иршат Әнүәр улының тырышлығы менән ике айға бер сыҡҡан “Шоңҡар” 2006 йылдың яртыһынан ай һайын донъя күрә башлай.
Иршат Теләүембәтов артабан Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия үҙәгендә әйҙәүсе белгес булып эшләп ала, бер үк ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
2011 йылдың авгусынан — “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары.
“Урман әбейе” (1988), “Тау эйәһе” (1992) һәм “Бығау сыңы” (2002) исемле өс проза китабы авторы, 1995 йылдан — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығының Маҡтау грамотаһына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хатына һәм “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн-2002” миҙалына лайыҡ булған.


Вернуться назад