“Ошо ерҙә усаҡ яғайыҡ та Һоҡланайыҡ йәйҙең йәменә...”21.06.2016
 “Ошо ерҙә усаҡ яғайыҡ та Һоҡланайыҡ йәйҙең йәменә...” Берегеҙ күрмәнеме?

Минең атты берегеҙ күрмәнеме?
Күндәм малҡай. Саҡма тояҡлы.
Ялы оҙон. Текә һыртлы. Ҡола.
Дағаланған. Ҡайсы ҡолаҡлы.

Минең атты берегеҙ күрмәнеме?
Ҡашлы эйәр, көмбәҙ йүгәнле.
Табалмайым шуны. Ғәйеп булды.
Ҡыҙырып сыҡтым дала, үҙәнде.

Әллә ниңә ҡыңғырау таҡмағайным,
Яҙлығыусан холҡо юҡлыҡтан.
Етемһерәй унһыҙ күңел түрем,
Ҡотһоҙлана дайсам, утлыҡсам.

Аҙаштымы икән ҡолаҡайым?
Йыуаш тимә, ятҡа баш бирмәҫ.
Атһыҙ башҡорт тигән дан күтәреү
Оялтыр ул. Беҙгә килешмәҫ.

Ҡуңыр Буға буйлап китте мәллә,
Ебәк юлдан микән юлланды?
Урландымы?
Ҡыҙыша ине яттар
Үтә сәмле, сыҙам, тоғролоҡло
Тоҡомона минең ҡоламдың.

Әнейем тиҫбеһе

Туҡһан туғыҙ бөртөк. Туҡһан туғыҙ.
Күҙ йәшенән, нурҙан яратыуҙан.
Ожмах емешенең һөйәгенән
Тиҫбең, әней.
Нәҙер – миңә яҙған.

Кескәй устарыңа шул тиҫбеме,
Һин тиҫбегә микән һыйынғанһың,
Ҡайһы сүрәләрҙе шыбырланың?
Белгәнһеңдер, һиңә – коммунисҡа
Доға ҡылыр ғәмәл тыйылғанын.

Мәрйәм ана йәше ти бит тәсбих:
Туҡһан туғыҙ бөртөк.Туҡһан туғыҙ.
Бисмиллалап тартһам, берәм-берәм
Дүрт ҡиблама, ике донъяма ла
Фатихалы доға ҡылаһығыҙ.

Туҡһан туғыҙ бөртөк. Туҡһан туғыҙ.
Мираҫ ҡына түгел, нәҙер миңә.
Үтеп китер алда инселәрем
Илтеп һалыусыға мине ергә.

Көҙ

Көҙ – генералмы ни!
Ранжир... Каре...
Теҙеп сыға китәр ҡоштарҙы.
Үҙәк өҙөп улар хушлашыр ҙа
Тағып китер беҙгә ҡыштарҙы.
Шағирмы көҙ? Шағир!
Рифма-рифма
Хис-тойғолар буйҙан-буйлатып.
Моңсол ғына шиғыр шыбырлай ул,
Әллә ниндәй уйҙар уйлатып.

Мольбертында көҙҙөң – аква буяу,
Төҫтәр эҙләй. Таба. Эй разый.
(Сигеү сигеп ник хитланған булдым?
Рәссам берәү. Юҡтан ҡоҙағый).
Ә музыка ниндәй?!
Көй – йыһандан!
Эфир ҡанатынан моң тама.
Көҙҙөң ғүмере ҡыҫҡа: карнавалдар,
Фестивалдәр кеүек тантана.


Ғүмер

Башҡынамдан һыйпап, алдаштырып,
Үтеп бара ғүмерем, ел кеүек.
Үртәлеүҙәр, уттар йотоуҙанмы,
Уҙғандарым төҫһөҙ, көл кеүек.

Күңелемдән усаҡ яҡҡыланым,
Үрткә түгел, төштө ҡуҙҙары.
Үрелеп баҡтым артҡа. Әллә ҡалай
Һайыраҡ һымаҡ һалған ыҙаным.

Шыйыҡ өйрә эсеп тәрән эҙҙәр
Һалып булмай микән, юғиһә.
Бынау ғүмере...
Киренән төш ине ул...
Бер аҙыраҡ йәнә көн бирһә.

Баштан һыйпай ғүмер көлә-көлә:
“Лимит, ханым, запас юҡ миндә;
Ыҙан боҙҙоң, усаҡ ҡабыҙҙың ни,
Яуап бирәсәкһең тегендә!”

Кисеккән...

Сабыр итер кәрәк, сабыр итер...
Билдәле ки: ваҡыт кисекте.
Йәтимлеге ҡойолдо ла төштө,
Һин тертләтеп ҡаҡҡас ишекте.

Сәғәттәр ҙә телһеҙ ҡалған төҫлө,
Оноттолар ваҡыт һанауҙы,
Тултырҙың да һалҡын бушлыҡтарҙы,
Иркен тигән донъям тарайҙы.

Оло-ғара донъям эстәрендә
Нур уйнаҡлай. Ә мин, мин ҡайҙа?
Үкһеҙлектән биҙгән күңелемде
Аңлар кәрең булһа, ярай ҙа...

Хәйер, миңә хәҙер барыбер ул:
Азатлыҡ ни, бығау... Ни бары
Илһам тулы йәнемә тышау бармы?
Ҡанатланып үрләй юғары.

Ҡайырылып төштө һағыштарым,
Илһам ташлап киткән ишектән
Килеп индең...
Тик билдәле бит һуң...
Яҙмыш сәғәттәре кисеккән.
Кисеккән...

Һүрелде

Ҡоро утын барҙыр был тирәлә,
Сытыр-сатыр барҙыр йә иһә.
Ошо ерҙә усаҡ яғайыҡ та
Һоҡланайыҡ йәйҙең йәменә.

Тирмә юҡ инде ул. Әллә тием,
Ярар микән ҡыуыш бесәндән?
Аңлайымсы... Үрһәләнмә, төңөл.
Минең дә бар иҫке һыҙланыуҙы
Онотайым, тиеп, көсәнгән.

Балыҡ тотаһыңмы? Ҡаҙан аҫһам,
Күңеллерәк булыр. Өй кеүек.
Юғалтыуҙан яраланған йәнең
Бөтмәҫ, бәлки, мине үҙһенеп.

Ә шулай ҙа... Бынау берләм һуҡмаҡ
Осраштырғас күлдең ярында,
Анау болот ергә аумаҫ борон
Йәйҙе саҡырайыҡ табынға.

Был күл түгел ине. Икенсе ер.
Мин берәүкәй менән хушлаштым.
Ташлашҡанды оҙаҡ белдермәнем,
Ҡайта, ҡайта, тиеп мутлаштым.

...Усаҡ дөрләмәксе!
Их... Һүрелде..
Бынау болото бит... Йә инде...
Сәбәп табыла икән...
Эстән өшөп,
Үткәрәһе йәнә йәйемде.


Вернуться назад