Мао — шағир07.10.2015
Ҡытай халҡының бөйөк улы Мао Цзэ-дун — ҡапма-ҡаршылыҡлы шәхес. Заманында Советтар Союзында уны дошмандар исемлегенә лә индергәйнеләр. Бөгөн инде беҙ шуны танырға мәжбүрбеҙ: социализм идеяларына хыянат итмәгән һәм юлбашсылары Мао күрһәткән юлдан тайпылмаған ҡытай халҡы сәнәғәттә лә, ауыл хужалығында ла юғары ҡаҙаныштарға өлгәште, үҙ-үҙен туйҙырып ҡына ҡалмай, ситкә лә аҙыҡ-түлекте, киң ҡулланылыш тауарҙарын күпләп сығара.
Миндә Мао Цзэ-дундың бик һирәк осрай торған китабы бар. Унда юлбашсының егермеләп шиғыры тупланған. Маоның шағир ҙа булыуын күптәр белмәй. Йыйынтыҡ 1959 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә рус теленән тәржемә ителеп баҫылған. Шиғырҙарҙы күренекле шағир Ҡадир Даян һәм Ү. Ғимаҙиев (ҡыҙғаныс, кем икәнлеген асыҡлай алманым) тәржемә иткән.
Йыйынтыҡ башында Мао Цзэ-дундың “Шикань” (“Шиғриәт”) журналы мөхәррире, шағир Цздан Ҡэ-цзяға мөрәжәғәт хаты иғтибарҙы йәлеп итә. “Һеҙҙең теләгегеҙҙе үтәп, үҙем хәтерләгән иҫке стилдәге шиғырҙарымды... ебәрәм. Үҙегеҙ теләгәнсә эш итеүегеҙҙе һорайым... “Шикань” журналында күберәк яңы шиғырҙар баҫылырға тейеш, тигән уйҙамын, сөнки миндәге иҫке стиль барыбер йәш быуында фекерҙе тотҡарлай...” — тип яҙа Мао Цзэ-дун.
Уҡыусыларға мин ҡытай юлбашсыһының өс шиғырын тәҡдим итмәксемен. Икәүһен — “Лоушань заставаһы” һәм “16-шар һүҙҙән торған өс шиғыр”ҙы — Ү. Ғимаҙиев тәржемәһендә, ә “Чанша” исемлеһе үҙ тәржемәмдә (руссаһын табып, яңынан ауҙарҙым) бирәм. Бәлки, әлеге әҫәрҙәр Мао Цзэ-дун кеүек күп яҡлы шәхесте яңы юҫыҡта асырға ярҙам итер.


Чанша

Һалҡын бер көн.
Инде ҡара көҙ ҙә.
Сянцзян ярҙарына биҙәк һалған.
Тау һәм ҡыуаҡтарҙы һыуыҡ көҙөм
Быйыл йәнә ҡыҙыл төҫкә манған.

Зөбәржәт һыу — балыҡсылар өсөн
Мауыҡтырғыс урын әле лә.
Һыу өҫтөнән йылғыр ыласындар
Күккә ҡарап уҡтай кәйелә.

Ҡояш сағыуында ынйымы ни!
Бәҫ ҡаплаған үлән, ағасты.
Үргә атылған балыҡ өсөн дә бит
Үтә танһыҡ икән азатлыҡ.

Сыбар киңлек алыҫ-алыҫтарға,
Ҡараңғыға китеп юғала.
Әҙәм балаһына идара иткән
Берәй көс бармы фани донъяла?

Алыҫтарҙа ҡалған яҙҙы иҫләп,
Дуҫтарымды бөгөн һағынам.
Ирек өсөн янып-көйгән саҡҡа
Бер ҡайтырға ине яңынан.

Хыяллана, бәхәсләшә инек,
Беҙҙең өсөн абруй юҡ ине.
Шиғыр уҡып, елгә ҡаршы барғас,
Күңелдәр ҙә бөтөн, туҡ ине.

Үтте инде ҡыйыу, йәш ваҡыттар...
Елгә ҡаршы йөҙгән кәмәбеҙ.
Тулҡындарға бәрелеп, туҡтап ҡалды...
Хыялдарҙан азат... һәммәбеҙ.

Иҫкәрмә: Чанша — Ҡытайҙың көнья­ғындағы ҙур административ һәм мәҙәниәт үҙәге, Хунань провинцияһының баш ҡалаһы. Ошо провинцияның Сянтань өйәҙе Шаошань ауылында 1893 йылда Мао Цзэ-дун донъяға килгән.
Сянцзян — Хунань провинцияһындағы ҙур йылға.


Лоушань заставаһы

Үткер еле иҫә көнбайыштың,
Таң алдынан донъя мәж килә.
Ишетелә ҡаҙҙар ҡаңғылдауы,
Таңғы тоноҡ ай ҙа бәҫ кенә.
Борғо уйнай таңда, аттар шаҡ-шоҡ баҫа...
Уйлама һин, ныҡ һаҡлана, тип, застава.
Был урында торманыҡ беҙ ҡамап оҙаҡ —
Кискә уны өҫкө яҡтан үттек урап.
Тауҙар, тауҙар, диңгеҙ кеүек зәңгәр улар,
Киңлектәргә ҡояш түгә ҡандай нурҙар.

Иҫкәрмә: Лоушань заставаһында Ҡытай Ҡыҙыл Армияһы хәрәкәт иткән. Был шиғырҙы Мао армияның 1934 — 1935 йылдарҙағы Бөйөк походы ваҡытында яҙған.

16-шар һүҙҙән
торған өс шиғыр


Тауҙар!
Мин эйәрҙә, ҡулда ҡамсы, сапҡын ат бар.
Өҫкә ҡара —
Ҡул етерлек, ер менән күк яп-яҡындар.

Тауҙар!
Гүйә, диңгеҙҙәге ярһыу, сал тулҡындар.
Әйтерһең дә, яуҙар барған саҡта,
Ҡыҫырыҡланып, шулай үрә баҫҡан аттар.

Тауҙар!
Зәңгәр күкте тишеп, өҫкә ашҡан улар.
Ләкин шул тау түбәләре
Аҫҡа төшкән күкте терәп ултыралар.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика