Көрәш, кеше!30.09.2015
Килде шундай заманалар:
Көрәш майҙаны — илем.
Ярты юлда туҡтап ҡалыу —
Барыбыҙ өсөн үлем.

Юҫығыбыҙ берәү: алға!
Кирегә юлдар ябыҡ.
Көрәшкә күтәрел!
Бөгөн
Битараф ҡалыу — яҙыҡ.

Биләмәһен бирмәй әле
Торғонлоҡ тигән яуыз.
Дошман ҡай саҡ үҙебеҙҙә,
Үҙеңә ҡарап яу ас.

Ең, ниһайәт, эсеңдәге
Ерәнгес йәнле ҡолдо.
Турайып баҫ та юллап тап
Үҙеңә лайыҡ юлды.

Көрәш, кеше!
Ғәмһеҙлеккә
Ерҙә урын ҡалмаһын.
Буйың тәпәш булһа-булһын,
Уйың тәпәш булмаһын.




Вернуться назад