Күрше хаҡы02.09.2015
Мотаһарҙың ҡустыһы ҡайтып төштө. Ҡалала йәшәй ул – бик фыртауай егет. Хәйер, егет ҡоронан күптән сыҡҡан инде үҙе: ағай тейешле Мотаһар ҡырҡ икеһен тултырһа, быныһы өс йәшкә кесерәк. Тик өйләнеп, ғаилә ҡорорға ғына форсаты теймәгән. Тәүҙә «өлгөрөрмөн әле» тиеберәк йөрөһә, һуңынан «был заманда» китте, ә аҙаҡ инде «кризис» башланды. Бөтә донъя көрсөгө булдымы был «кризис» тигәне, әллә үҙендә «кризис» барлыҡҡа килдеме – белмәҫһең. Хәйер, уныһы мөһим түгел.
Ана шул ҡустыһы, йылына ике-өс тапҡыр күренеп, аҙналар буйы ҡунаҡ булып китә торған. Китеүе лә күп осраҡта Мотаһарҙың тырышлығы менән була. Ҡыуып ебәрә тиһә, бик үк дөрөҫлөккә тура килмәҫ, ләкин «этәреп» ебәрә инде. Шулай итмәҫ ине, йорт тирәһендә берәй эштә ярҙамлашһа, эсмәһә, мыжыҡлығы теңкәгә теймәһә, бигерәк тә еңгәһе ҡырында сөсөләнә башламаһа. Ә Мотаһар ундай ҡылыҡты өнәмәй. Үҙ ҡатыны эргәһендә буталанған өсөн генә түгел, ғөмүмән, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәр алдында ихахай-михахай ҡыланыштарын да, ир-егеттәрҙең кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ ҡырында юхаланыуын да.
Ҡустыһы ҡайтты ла...
– Ба-а, ағай, һин нимә, күршенән баҡсаңа терәтеп үк аҙбар һалдыртаһың?! – тип Мотаһарҙың былай ҙа әрнегән яраһына тоҙ һалды. Һалып ҡына ҡалманы, яралағы тоҙҙо ышҡып-ышҡып ҡуйҙы. – Ҡуй, ул ярты баҡсаңа ҡояш нуры төшөрмәйәсәк бит!
– Күрше менән һүҙгә килешеп, талашып йөрөп булмай бит инде... – менән сикләнде ағай кеше. – Күрше хаҡы бар...
– Йо-оҡ, мин был эште былай ғына ҡалдырмайым. – Хәниф тамам ҡыҙҙы, ҡырлы стаканын өҫтәлгә дыңҡ иттереп ҡуйҙы. – Нисек була инде, понимаешь, талашып йөрөп булмай?! Һуң, ағай, шуны аңла, ул бит һинең частное владениеңа посягать иткән! Нәжми күрше хаҡын уйлап торғанмы?!
Ҡайһылай анһат ситтән ҡарап ҡына фекер йөрөтөүе, тип уйланы хужа, уныһын ғына Мотаһар ҙа белә инде. Етмәһә, Нәжми бит был яҡ баҡсаға сыҡмаған. Ошо турала ул ҡустыһына ла әйтте.
– Инмәһә һуң, ә пожарный безопасность? – Хәниф, өйҙәгеләрҙе лә көтөп тормайынса, тағы берәүҙе ҡойоп ғорғолдатты. – Һинең владениеңдан ике метр ситтә булырға тейеш һарайы!
Хәниф, үҙе завод тирәһендә слесарь ғына булһа ла, бик күпте белә, үҙенсә фекер йөрөтә. Дөрөҫмө ул, түгелме – барыбер уныҡы хаҡ килеп сыға. Шуға аптырай Мотаһар: мәктәптә «өслө»гә саҡ һөйрәлеп йөрөй ине, «дүртле»гә генә уҡыған ағаһынан барыһын да яҡшыраҡ белә. Донъя өйрәтә шул, сит-яттағы тормош мәктәбе, Мотаһарса әйтһәк, «зимагурлыҡ» көслө.
Әмәлгә ҡалғандай, әлеге нигеҙе ҡырында Нәжми булаша башланы: шлаклы блоктарҙы рәткә килтерәме, нигеҙ өҫтөнә ҡыҙыл кирбестән «нулевка» сығарырға уйлаймы – уныһы уның эше. Тик тәҙрәнән ҡарап тороусыларға ғына ул соҡсонған, йомран уртын тултырып өңөнә иген ташығандай, әллә нәмәләр ташыған һымаҡ күренде.
– Ба-а... Ана үҙе, собственный персоны, – тине лә Хәниф, әллә ни арала һалынғанын түңкәреп, закускаһын ҡабып, тышҡа атылды.
Мотаһар:
– Ней, ней, – тигән һүҙҙәр, әллә айырым ауаздар ғына сығарып ҡалды. Был уның ҡустыһын туҡтатырға, көтөбөрәк торорға, кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килергә саҡырыуы ине. – Не-ей...
Ләкин «ней» күптән Нәжми ҡырында ине инде. Бөттө баш, һуғышыр, үҙ туҡһанын туҡһан итергә тотонор инде хәҙер, тип хафаланды ағай кеше. Күрше хаҡын да уйлап тормаҫ.
Тик... Күтәрмәһенә сығып баҫҡан Мотаһар, ауыҙын асып, өнһөҙ ҡалды. Өйҙәре яғынан, шешә башына кейҙерелгән стаканын ҡыңғырау урынына зеңгерләтә-зеңгерләтә, тешһеҙ ауыҙын йырып, Нәжми сығып килә. Хәниф, ҡосағын йәйеп, күршеһенең буласаҡ һарай нигеҙен үлсәп йөрөй. Албырғап ҡалған ағаһын күреп:
– Ағай, кил әйҙә, мировой төҙөйбөҙ, – тине лә үҙе ҡабат нигеҙгә табан ҡоласын йәйҙе. – Күрше, шәп була бит был. «Нулевка»һын үҙем һалып бирермен.
– Хаҡын һөйлә һин уның, хаҡы-ын, – тип һуҙҙы Нәжми. – Мин әллә ҡайҙан оҫталар йыйғансы, бәлки, хаҡына килешһәк, стенаһын да өйөп алырбыҙ, ә?
– Ниңә булмаҫҡа, була ул! Как раз отпускы башланып ҡына тора.
«Бына һиңә «пожарный безопасность», «частное владение, – тип һуҙҙы эстән генә Мотаһар. – Етмәһә, быныһы ай буйы миндә ятыр инде...»
– Ағай, нишләп тораһың унда, әйҙә, кил, мировой төҙөйбөҙ. Бына, уйлап торам-торам да, ағай, если һиңә лә ошондай уҡ һарай отгрохнуть, ә-ә?.. – тип, Хәниф тағы Мотаһарҙың яраһына тоҙ һалды. – Нимәһе бар уның, үҙем һалып бирәм, тик материал ғына тап!
Шулай итеп, нигеҙ өҫтөндә «мировой» төҙөнөләр. Йәғни, кешесә әйткәндә, килештеләр. Эйе, янғын хәүефһеҙлеге лә, шәхси биләмә мәсьәләһе лә бик тиҙ хәл ителде: өс стакандың яртыһына ҡойолған иблис һыуы һәр береһенең яурындарында ултырған икешәр фәрештәне килештерҙе лә ҡуйҙы. Береһе әҙәм балаһының яҡшылығын, икенсеһе насар эштәрен яҙып барыр өсөн ҡулдарына ҡәләм алғайнылар, был осраҡта дәф­тәрҙәрен ябып, күҙҙәрен йомоп торҙолар.
Шулай ҙа, «мировой» төҙөлһә лә, Мотаһарҙың күңелендә оло ҡара бушлыҡ ҡалды. Яйлап ул бер төйөргә уҡмашты, йоҙроҡ һымаҡ ташҡа әйләнде – күкрәк тәңгәлендә ҡатып ҡалды. Уны иретеү өсөн, ай-һай, күп ваҡыт кәрәк ине. Был «таш» бит бер «мировой»ҙан ғына онтала торған нәмә түгел. Унда хужаһының көсһөҙлөгө лә, ғәрлеге лә уҡ­машҡан, етмәһә, ҡайҙандыр үс алыу теләге ҡалҡып сығып, йәбеште. Юҡ, былай ғына онталмаҫ шул, онталмаҫ.

* * *
«Эврика!» Бала саҡтан күңелдәргә тылҡып һеңдерелгән был ят һүҙ Мотаһарҙыҡында шундуҡ башҡортсаға әйләнде: «Әһә, таптым бит, әй!»
Ул сәй эсеп ултырған еренән һикереп торҙо ла, өйҙәгеләрҙе аптыратып, иҙән уртаһында тыпырлап алды. «Тәки таптым!» Был «таптым»ы уны өй ишеген астырҙы, яптырҙы, картуф баҡсаһы яғына табан атлатты. Аҙбар артына сығып, баҡса осона еткәс, кәртәгә таяндырҙы. Күҙҙәрен соҡорҙоң арғы яғында урынлашҡан емерелгән колхоздың емерелгән фермаһы яғына баҡтырҙы. Ғәҙәтенсәге «әһә»гә «бар икән әле» тигән һүҙҙәр өҫтәлеп сыҡты Мотаһарҙың ирендәре аша.
Ошо уҡ кисте уның ҡапҡаһынан емерелгән колхоздың емерек фермаһы ҡыйығынан ҡалған шифер, таҡталарҙы тейәгән фермер Шамилдың «КамАЗ»ы үтте. Бушаттылар. Мәгәрисләнеләр...
Бушатҡан саҡта Мотаһарҙың һай-һайтлаған, дауайлаған, һаҡ эш итергә саҡырған тауышы әллә ҡайҙа яңғырап торҙо: әйҙә, Нәжми ишетһен, күңелен бесәйҙәй тырнаһын, көнсөллөгөн уятһын.
Ысынлап та, уйлауы раҫҡа килде: күршеһе ҡапҡаһы алдында фермер машинаһының тормозы сыйылдауы булды – Нәжми тәҙрәгә ҡапланды. Ҡапланды, тиһәң, бигүк дөрөҫ булмаҫ, әлбиттә, ә ҡорғандар артына боҫоп, әкрен генә күҙәтте: элекке «калхуз ҡарағы» тағы ни сәлдергән?!
«Колхоз ҡарағы» тигән ҡушамат (асылда, Нәжми генә уны шулай тип йөрөтә) Мотаһарға уның арҡыры ятҡанды үҙ яғына табан бороп һалғанынан «йәбешкән». Тик ятҡан тимер-томорҙо, торба, арматура, шуның һымаҡ ваҡ-төйәк эргәһенән тыныс ҡына үтә алманы шул уныһы: тракторына һала ла ҡайта торғайны колхоз заманында. Береһенән дә ҡурҡманы алдынғы механизатор. Шуға әле лә бит, булмаған колхоз мөлкәтен бүтәндәр һүтергә ҡурҡып торғанда ла, барҙы ла ферма ҡыйығының түрә-ғара, уларҙың ҡуштандарынан ҡалған нәмәләрен һүтте лә алып ҡайтты. Үҙ-үҙен аҡлар өсөн сәбәбен дә тапты: «башҡалар һүткәндә ниңә ҡарап ятырға тейешмен» йәки, руссалап әйткәндә, «зачем добру пропадать?» Ысынлап та, ниңә булғанын серетеп ултыртырға?
Бына ошо «колхоз ҡарағы»н оҙаҡ ҡарап торҙо Нәжми тәҙрә, машина инеп киткәс, яңы һарайының быялаһы ҡуйылып өлгөрмәгән тәҙрәһе аша. Позиция хәрбиҙәрсә шәп ине: күршеләренең ни ҡылғаны күренеп, ишетелеп тора.
Мотаһарҙың һәр хәрәкәте Нәжмиҙең алҡымынан алды. Һәр һүҙе аҡырыныу-ҡысҡырыныу сарында үткерләгән бысаҡтай йөрәген телде. «Шамил, шиферҙы яңылыш ватып ҡуймайыҡ», «Шамил, шәп һаҡланған бит, әй, был шиферҙар. Колхоз таралыр алдынан ғына тракторға тейәп фермаға үҙем илткәйнем», «Таҡталары, таҡталары һуң, бөгөн пилорамдан сыҡҡандай».
«Таҡта. Ә, таҡта?!» Нәжми муйынын һуҙҙы, ҡолаҡтарын тырпайтты. Ысынлап та, таҡталар: киске ҡояштың һуңғы нурында төрлө төҫтәргә мансылып, шап та шоп төшәләр. Ах, таҡталар! Нәжметдин бит уларҙың һәр кубометрын өсәр, бишәр меңгә һатып алды! Ә был «колхоз ҡарағы-ы...» У-ух-х...
Быныһы ғына нисауа булған икән. Саҡ төн уҙғарған, бар донъяны күрә алмаҫтай булып таң ҡаршылаған Нәжметдин «муллалар йәйәү йөрөй торған урын»ға ашығып сыҡһа-а... Ни күрһен, ҡояш ҡалҡыр-ҡалҡмаҫтан уҡ Мотаһар картуф баҡсаһынан – ике аралағы межа буйлап килә. Эре-эре аҙымдар менән дүрт-биште атлай ҙа, туҡтап, ҡатыны ҡулынан ҡаҙыҡ ала. Туҡ-туҡ. Ҡағып ҡуйғас, тағы аҙымлай башлай.
Хәжәтен үтәй торған урындың ишеге ярығынан күҙен алмаған Нәжми өнһөҙ ҡалды: ике араға бағана ултыртып, кәртә тоторға йыйына бит был «ҡараҡ». Ғүмерҙә булмағанды, атай-олатайҙар күрмәгәнде...
Был көн Нәжметдин өсөн тамуҡтың туҡһан туғыҙ тәүлегенә тура килгәндер. Үҙ-үҙенә урын тапманы: йә ҡатыны ашын тоҙһоҙ бешергән, йә ике «шалапай»ы өйҙә ярҙамлашмай – уйнап тик йөрөй, бесәйе, сысҡан тотмайынса, гелән диванда ята, һыйыры көтөүҙән һуңлаған...


Вернуться назад