Бында башҡортҡа һан, нан бар, дәүләт бар...30.06.2015
Бында башҡортҡа һан, нан бар, дәүләт бар...Мине республикабыҙҙың көньяҡ төбәге халҡы һоҡландыра: башҡорт әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, йыр-моңобоҙға мөкиббәндәр, телебеҙҙе һөйәләр, тыуған тупраҡтарына тоғролар. Мәҫәлән, Хәйбулла — үҫәргәндәр илендә “сиҙәм” эпопеяһы булған, төрлө милләт вәкилдәре күпләп килгән... Ә сиҙәм яҡтарында, далалар илендә үҙ еренә тырышып-тырмашып йәбешеп ятҡан батыр халыҡ ҡына йәшәй ала, сит-ят бауырҙар гел яҡшыны, еңелде көҫәй.
Хәйбулла иленең ҙур бер ауылы Әбүбәкерҙәбеҙ. Ошо ерҙең шағиры Ҡадир Әлибай­ҙың 75 йыллығын байрам итергә йыйынғанбыҙ. Әйтәм дә, был яҡ халҡы, үҙ шағирҙарына, үҙ вәкилдәренә мөкиббән, ул-ҡыҙҙарын яраталар, күккә сөйәләр.

Әбүбәкерҙәр, эҫе йәй көнө тимәй, мәҙәниәт һарайына үҙ шағирҙарының яҡты иҫтәлеген хөрмәтләргә килгән. Федоровка ауыл Советы рәйесе Наталья Семеновна Лебедева, район хакимиәте башлығы урынбаҫа­ры Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина, мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова, район гәзите хеҙ­мәткәрҙәре, бар ауылдаштар Әбделҡадир Әхмәткирәй улы хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташ­ҡа диҡҡәт итеп ҡарай.
Эйе, шағир ауылына яңынан мәңгегә ҡайтҡан. Ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, Учалыла, Бөрйән­дә, Баймаҡта, Сибайҙа, хатта Мәмбәттә балалар уҡытһа ла, һуңғы сиктә барыбер үҙенең кендек ҡаны тамған иленә ҡайтып хушһынған. Бын­да уны иҫләйҙәр, онотмайҙар. Ошо тантанаға район китап­ханаһы (директоры Оксана Сын­булатова) бик матур күр­гәҙ­мә эш­ләгән. Унда Ҡадир Әли­байҙың китаптары, килгән яҙыу­сылар­ҙың әҫәрҙәре менән дә та­нышырға мөмкин ине. Был күргәҙмәгә шағирҙың өр-яңы китабы ла өҫтәлде.
Күренекле шағирҙың яҡташ­тарына әйтер һүҙе әле бөтмә­гән. Киләсәктә ҡыҙы Гөлсәсәк (әлеге көндә Өфөлә “Башбланкиздат”тың генераль директоры) уның яңы шиғырҙарын туп­лап нәшер итмәксе. Шағир­ҙың ялҡынлы һүҙе далаларҙа тағы ла яңғырар әле. Ауылдаштар, урта мәктәп уҡыусылары уның тыуған тупраҡ тураһын­дағы шиғырҙарын һөй­ләй, көйгә һалынған йырҙарын йырлай. Ҡадир Әлибаев заманында ҡыҙына арнап шиғыр ҙа яҙған.

Ҡыҙым Гөлсәсәккә
Туҡмас таяғындай буйың,
Тәпәй баҫтың
тәү башлап...
Һинең үткән юл-һуҡмаҡты
Мин бит уҙам ашаҡлап!
Мин һөйөнәм, мин көйөнәм
Һин донъяла барлыҡҡа:
Юҡ, кәрәкмәй миңә дан да,
Юҡ, кәрәкмәй байлыҡ та!
Һөйөнәм һин барлыҡҡа!
Гөлсәсәк атаһының ижад өлгөләрен бөртөкләп йыя, шиғри йыйынтыҡтар итеп туп­лай, 75 йыллығына арнап буклет эшләткән. Киләсәктә лә уның хыялдары оло: атаһының өлкәндәр өсөн китабын сыға­рыу, ауылдаштарына башҡорт баҫмаларына яҙылырға ярҙам итеү. Афарин шундай илһөйәр, телһөйәр баланы үҫтергән хәйбуллалар, дан уның әсәһе Тәнзилә апайға, атаһы Ҡадир ағайға!
Шағирҙың рухын иҫләргә, хәтерҙе яңыртырға Әбүбәкергә Өфөнән оло делегация килде. Етәксеһе — Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙиптең тиҫте­ре, яҡын һабаҡташы Ҡәҙим Аралбай, яҡташы Фәрзәнә Аҡ­бу­латова, Фәрзәнә Ғөбәйҙул­лина, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, телевидение хеҙмәткәре драматург Сәрүәр Сурина. Сәрүәр ошо яҡтың килене икән.
Ҡадир Әлибай менән Ҡәҙим Аралбай заманында Аҡъяр мәк­тәбендә бергә уҡыған. Яҙ­мыш уларҙы гел бер һуҡмаҡтан йөрөткән, Ҡадир Әхмәткирәй улы Ҡәҙим Әбделғәлим улының тыуған яғы — Мәмбәттә уҡыта. Мәмбәт менән Яңы Ергән, халыҡ шағирының тыуған ауылы Таңатар йәнәш кенә. Райондың ҙур ауылдарының береһе Яңы Ергәндә ике ауыл хужалығы кооперативы булған, хәҙер тарҡалған. Халыҡ күбеһенсә үҙенең шәхси малына ҡарап тора, күршеләге Аҡъяр баҙа­рына итен, майын, ҡаймағын илтә.
Таңатар Мәмбәт менән Яңы Ергән ауылдары араһында ята. Заман елдәре тарафынан ныҡ имгәтелгән, унда-бында өй нигеҙҙәре, әүәлге баҡса урындары һерәйә. Элекке урамдар­ҙы ҡылған, алабута, әрем баҫ­­ҡан. Ярай ҙа күңелде йылытып дүрт йорт ултыра. Заманында бында Айытбай Дан­сыҡ­­баев фермерлыҡҡа тотоноп ҡарай.
Мәмбәттә Ҡадир Әлибай ағай уҡытҡан, ул — был төбәк­тең төп ауылдарының береһе. Бында ил ағаһының ейән-ейәнсәрҙәре йәшәй, әҙәбиә­тебеҙ­гә, телебеҙгә ысынлап тоғ­ро халыҡ — башҡорт­лоғо­боҙҙоң, мәҙәниәтебеҙҙең бер терәге улар. Розалия Рәхмә­това — ауыл мәҙәниәт йорто мөдире, Вәсилә Мәм­бәтова — ауыл китапханасыһы. Улар барлыҡ сараларҙы ойоштороу­сы. Мәмбәттә ағинәйҙәр ҡоро гөрләп эшләй. Бында Ҡадир Әлибай ағайҙың ҡыҙы Гөлсәсәк тыуған, улы Азат, шағирҙың ейәне. Был ауыл — шағирҙың тәүге ҡатыны Тәнзи­лә Усман ҡыҙының иле. Усман ҡарттың нәҫел тамырҙары ХVII быуатта йәшәгән ил ағаһы Мәмбәткә барып тоташа.
Шәжәрәгә бәйле, Мәмбәттең төп йорто Һабырҙа (Йылайыр районы) булған. Мәмбәт Үҫәр­гән ырыуы старшинаһы Һабыр Ҡотломбәтов ғаиләһендә үҫә, аҫырауға алынған малай була.
Мәмбәт ауылына Ырымбур далалары, Орск, Гай ҡалалары яҡын, ҡа­ҙаҡ ҡәрҙәштәр иле ерҙәре йә­нәш. Өфөгә лә ара алыҫ тип тормай Мәмбәт уландары. Бар донъяға тоташҡан уларҙың юлы, был төбәк — башҡор­том­доң оло иле, дала төпкөлөндә башҡорт тоҡомло аттарҙың тибенләр урыны. Ә йылҡы бар ерҙә башҡорт бар, башҡортҡа нан, һан бар, ил бар, дәүләт бар.


Вернуться назад