Хеҙмәт “Корчагин”ы26.06.2015
Хеҙмәт “Корчагин”ы Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡов Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған. Сәйетбаба урта мәктәбендә VIII класты тамамлау менән “Йондоҙ” колхозында төрлө эш башҡара ул. Стәрлетамаҡтағы механизаторҙар әҙерләү училищеһында уҡығандан һуң тракторсы булып эшләй. Үкенескә ҡаршы, техника йүнәткәндә бик ҡаты өшөп, ауыр сиргә тарый, ләкин көслө рухлы егет бирешмәй, оҙаҡ ҡына дауаланғас, ең һыҙғанып яңынан эшкә тотона.
Аҙнабай Сәғит улы, 1967 йылда Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, агроном булып эшләй, ә 1970 йылда уны “Йондоҙ” колхозының рәйесе итеп һайлайҙар. Колхозға етәкселек иткән 17 йылда юғары ҡаҙаныштарға ирешә. Ил алдындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн Аҙнабай Сәғит улы “Почет Билдәһе” ордены һәм бихисап миҙал менән бүләкләнгән.
Хеҙмәт батыры, олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә ҡул ҡаушырып ятмай. Күптән түгел уның “Йылдар һәм юлдар” тип аталған хәтирәләр китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡ уйландырғыс, тетрән­дергес ваҡиғаларға бай. Унда бер кешенең генә яҙмышы түгел, тотош дәүерҙең һулышы тойола.





Вернуться назад