Бибисара апай йырлай08.05.2015
Бибисара апай йырлай Әллә ҡайҙан килеп сыҡты ул башҡорт эстрадаһында Бибисара апай! Элегерәк тә үҙенең төбәгендә йырлағандыр ул, әммә ишеткән булмағас, миңә уның тауышы сарсап килгәндән һуң уртлаған шишмәне хәтерләтте. Шуға күрә апрель аҙағында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторолған концертына халыҡтың эркелешеп килерендә шигем дә юҡ ине.

“Ғүмер ике килмәй” тип аталған концерт программаһы бер яҡтан йыр­сы­ның тамашасы алдында яуап тотоуы кеүек ҡабул ителһә, икенсенән, ул күңел монологы ла булып яңғыраны. Ана бит әсәһенә ниндәй яҡты, йылы һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә ул: “Ниндәй генә ауырлыҡтар төшһә лә башыңа, йыр менән күтәр барыһын да, балам, тип әйткәйнең, һинең һүҙҙәреңә һыйынып йәшәйем, ҡәҙерлем!” Йырсының бала сағынан алып әлеге мәлдәренә тиклем ғүмер юлы үткәндәй булды күҙ алдынан. Бәндәләргә Хоҙай Тәғәлә һынауҙарҙы ла күтәрерлек кенә бирәм тигән, ана бит Бибисара апайыбыҙ ҙа шатлығын да, ҡайғыһын да моң менән үткәргән. Тормош юлында кәртәләр осраған, әммә ауырлыҡтарҙы кешелек дәрәжәһенә тап төшөрмәй күтәрә белгән һайын моң даръялары ла киңәйәлер, күрәһең.
Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов менән Дим Шәрәфиев гармунда уйнап ебәрһә, совет осо­рондағы концерт бригадаһының сығы­шына тап булғандай хис итәһең үҙеңде. Ретро йырҙарҙы ла халыҡ йырылай башҡара Бибисара апай. Көсәнмәй ҙә, тамырҙары шартлар сиккә еткәнсә ҡысҡырмай ҙа, бер көйгә һалынған моңон ағыҙып тик тора күңелдәргә!
Әҙәбиәт йылы уңайынан Фаяз Йәнтүриндең кисәне шиғырҙар менән биҙәүе үҙ бер йәм булды. Былар барыһы ла рухи байрамға килгән тамашасының йәненә йылылыҡ өҫтәгәндер. Танылған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Хажиев та залдағыларҙы йырҙары менән ҡыуандырҙы. Йәшерәк быуын артистары Заһир Иҫәнсурин, Рәил Өмөтбаев, Ян Лира, Илнур Миһманов, Ләйсән Нурыева кисәгә замана дәртен өҫтәне. Ҡурайсы Азат Биксуриндың маһирлығы хаҡында һөйләп берәүҙе лә аптыратып булмаҫ. Афарин, Азат, тыңлаған һайын ҡурай мәртәбәһенә торошло асылың да ҡыуандыра.
Бибисара апай был кисәлә шаян йырҙар ҙа башҡарҙы. Ғүмер юлын гел моңланып, бойоғоп ҡына үткәргән икән был апай, тип уйлаһа әгәр берәйһе, бик яңылыша. Халҡыбыҙға хас йор, шаян һүҙ – уның булмышының бер яғы. Һәр сығышты гөлләмәләр менән ҡаршы алған тамашасылар байрамдан күңеленә ҙур ҡәнәғәтлек алып таралышҡандыр.
Ә инде Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡабатланмаҫ моң эйәһе Рамаҙан Йәнбәковтың сәхнәгә бер ҡап кәнфит тотоп сығып, йыр башҡарыуы һәм үҙенсә Бибисара апайға фатиха биреүе бик тетрәндергес һәм һоҡланғыс күренеш булды. Ана шундай ул халҡыбыҙ: борондан уҡ үҙенең таланттарын күтәрә, ҡанат ҡуя белә, күңелен үҫтерә.
“Ғүмер ике килмәй” тигән концерты менән халҡыбыҙ йырсыһы Бибисара Азаматова, әйтерһең, йырҙай ғына ғүмерҙең миҙгеленә мәҙхиә йырланы, яралы йәндәрҙе имләне, нурлы күңелдәргә ғәм өҫтәне. Тағы ла ҡарар инем был кисәне!..




Вернуться назад