Уралтауҙа10.02.2012
УралтауҙаСал Уралдың ҡаяһында
Ҡурай моңо — башҡорт йырлай.
Ҡабатланмаҫ аҫыл йыры
Күңелемде моңға сорнай.
Тау бөркөтө — башҡорт йырлай,
Ярһыу йөрәк күкте иңләй.
Башҡорт йыры тыуған ере —
Уралтауҙа сикте белмәй.
Башҡорт моңо урман-ҡырҙың
Бал ҡортолай һутын йыйған,
Сәскәләрҙең еҫен, төҫөн
Ҡушып, һутлы кәрәҙ ҡойған.
Йырсы башҡорт аһәңендә —
Илдең-ерҙең аҡыл көсө.
Олатайҙар кеүек олпат,
Халҡым кеүек заты көслө.
Уралтауҙың ҡаяһында
Йыр яңғырай, ерҙе ҙурлай.
Уҡ-йәйәле яу ораны —
Башҡортомдоң рухы йырлай.
Уралтауһыҙ башҡорт булмай,
Ят-ситтәргә телең һыймай.
Уйнай ҡурай. Илем-ерем,
Быуаттарҙың һүҙен тыңлай.
Хакимдар бит һорап тормай,
Намыҫ боҙор әмер яҙа.
Буталды ил, ҡибла тапмай,
Көфөрлөктән әҙәм аҙа.
Яңы афәт, яңы тәҡдир
Илһеҙ-ерһеҙ ҡол төҫөндә.
Илем, ерем, телем — тәсбих —
Ҡылдан нескә ҡыл өҫтөндә.
Уралтауҙа ҡайһы башҡорт
“Урал” көйөн һуҙып йырлай?
Ирек даулап йыр йырлаған
Ул Салауат батыр, буғай.
“Батыр тыуһа — ил бәхете, —
Аҡһаҡалдар әйткән белеп, —
Ил исемен ташҡа яҙма,
Йөрәгеңә яҙ һин элек”.
Уралтауҙа башҡорт йырлай,
Ҡурай уйнай, моңо сыңрай.
Әй, һин, халҡым! Уян, ҡалҡын,
Салауаттар рухы һорай.

Рафаил ХАФИЗОВ.
Дүртөйлө ҡалаһы.


Вернуться назад