“Ғалимдар мәктәбе”, тиҙәр уны10.02.2012
“Ғалимдар мәктәбе”, тиҙәр уныБаймаҡ районының Ҡолсора мәктәбе ғалимдар үҫтереүсе белем усағы булараҡ мәғлүм тиһәң дә яҙыҡ булмаҫ. Унда Башҡорт дәүләт университеты ректоры, химия фәндәре докторы Әхәт Мостафин, педагогия фәндәре кандидаты Зиннәт Аллаяров, физика-математика фәндәре докторы Йыһанур Фәйзуллин, медицина фәндәре докторы Рәшит Дәүләтшин кеүек фән эшмәкәрҙәре уҡыған.
Ҡолсора уҡытыусылары бөгөн дә йәш быуында ғилемгә ынтылыш уятыуға барлыҡ тырышлығын һала. Уҡыусылар, йыл һайын Бәләкәй фән академияһының ғилми-тикшеренеү проекттары конкурсында ҡатнашып, призлы урындар яулай, республика кимәлендә лә сығыш яһай. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса йылдан-йыл үҫеш күҙәтелә. Йәштәр нигеҙҙә Сибай ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарын һайлай, һуңғы йылдарҙа Өфөлә белем алыусылар ҙа арта. Мәскәү, Дағстан Республикаһының ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарында ғилем эстәүсе егеттәр ҙә бар.
– Уҡыу алдынғыларын дәртләндерергә тырышабыҙ. 2003 йылдан алып исемле стипендиялар тапшырыу йолаһы йәшәй: ғалимдар Йыһанур Фәйзуллин – математиканы һәйбәт белеүсегә, Зиннәт Аллаяров – олимпиада йәки фәнни проекттар конкурсында еңеүсегә, Әхәт Мостафин – мәктәпте уңышлы тамамлаусыға, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов спорт ярыштарында призлы урын алыусы балаларға өс мең һумлыҡ премия тапшыра, – ти мәктәп директоры Ғәйфулла Мөхәмәтҡужин.
Былтыр белем усағы 15 уҡыусыны оло тормош юлына сығарған, унауһы юғары уҡыу йортона ингән. Быйыл 11 кеше мәктәпте тамамлай, улар урынына йәнә шунса бала I класҡа киләсәк. 166 балаға 23 педагог белем бирә.
Уҡыусыларҙы фән һөйөүсән, тәртипле итеп үҫтерергә ынтылыусы уҡытыусылар үҙҙәре лә һәр саҡ белемен арттырыу, заман менән йәнәш атлау яғында. “Республикалағы барлыҡ коллегаларыбыҙ “Башҡортостан” гәзитенең акцияһына ҡушылған мәлдә беҙҙең дә ситтә ҡалғыбыҙ килмәй”, – тип хәбәр иттеләр редакциябыҙға.
Директор урынбаҫары Рина Баязитова баҫмабыҙҙың уҡытыу эшендә ҙур ярҙамсы булыуын билдәләне. “География фәне киң тармаҡлы. Дәрестә, илдәр һәм ҡитғаларҙан тыш, сәйәсәт, иҡтисад тураһында ла төплө, аңлайышлы итеп һөйләргә кәрәк. Был йәһәттән “Башҡортостан” гәзите миңә кәңәшсе”, – тине ул.
Математика уҡытыусыһы Нәғимә Һамарбаева баҫмалағы мәҡәләләрҙе класс сәғәттәрендә файҙаланыуын әйтте. “Электән яратып уҡыйым “Башҡортостан”ды. Еңел-елпе түгел, төплө итеп яҙаһығыҙ. Башҡа хеҙмәттәштәремә лә, гәзитте эшегеҙҙә ҡулланығыҙ, унда дәрестә һөйләр өсөн әҙер материал күп, тип аңлатам”, – тине мөғәллимә.
– Һуңғы бер-ике йылда мәктәпкә дүрт йәш уҡытыусы ҡайтты. Акцияға уларҙы ла йәлеп иттек. “Башҡортостан”ды киләсәктә лә йәше-ҡарты яратып уҡыһын, – тигән теләктә оҙатты беҙҙе Ғәйфулла Ғәйнулла улы.
Нурзиә ХӘСӘНОВА
Баймаҡ районы.


Вернуться назад