Әҙәмиәт йәне – әҙәбиәт18.06.2014
2015 йыл Рәсәйҙә әҙәбиәт билдәһе аҫтында уҙасаҡ. Ил Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһында Әҙәбиәт йылын үткәреү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.


Документҡа ярашлы, ошо рәүешле йәмәғәтселектең иғтибарын әҙәбиәткә, китап уҡыуға йәлеп итеү күҙаллана. Рәсәй Хөкүмәтенә Әҙәбиәт йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын төҙөргә, төп саралар планын эшләүҙе һәм раҫлауҙы тәьмин итергә ҡушылды. Төбәктәрҙәге башҡарма власть органдарына тейешле саралар ойоштороу тәҡдим ителде.


Вернуться назад