Эшкә уңғандар байрам итә лә белә04.06.2014
Эшкә уңғандар байрам итә лә белә
Федоровка районында ла сәсеү эштәре тамамланыу айҡанлы шаулап һабантуй байрамы үтте.


Сараға Башҡортостан Президенты советнигы Спартак Әхмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Рузалия Хисмәтуллина, Секретариат етәксеһе урынбаҫары Нәүфәл Йәнбухтин, шулай уҡ Өфөнән, күрше ҡала һәм райондарҙан хөрмәтле ҡунаҡтар килде, уларҙы район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов оҙатып йөрөнө. Байрамда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ул ағымдағы йылдың биш айы һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. Уның һүҙҙәренсә, төп иҡтисади күрһәткестәр буйынса районда үҫеш күҙәтелә.
Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харрасов республика Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе, аграрийҙарҙың үткән йылдағы уңыштарын иҫкә төшөрҙө. Башҡортостанда иҡтисади үҫеш темптарын арттырған 100-ҙән ашыу инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, тип билдәләне ул. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Миңлетдин Шафиҡов уңышлы эшләп, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәргә Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, дипломдар тапшырҙы. Район хакимиәтенең Почет грамоталары менән шулай уҡ йәш спортсылар бүләкләнде. Батыр ауылынан Ғәли Аҡсурин «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» билдәһе менән наградланды.






Вернуться назад