“Алтын ҡаурый”лы сатирик30.04.2014
“Алтын ҡаурый”лы сатирик
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә күренекле яҙыусы-сатирик һәм шағир Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе булды.

— Марсель Шәйнур улы тыуған ерендә генә түгел, мәскәүҙәргә лә яҡшы таныш. Уның ижадын беләләр, ихтирам итәләр. Сатирик әҫәрҙәрендә ул алға барырға ҡамасаулаған кәмселектәрҙе аяуһыҙ тәнҡитләй, йәмғиәттә дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшә, — тине, кисәне асып, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров.
Сарала ҡатнашҡан яҙыусылар Йәмил Мостафин, Илгиз Кәримов, академик Тельман Әминев һәм башҡа танылған яҡташтар, шулай уҡ баш ҡала ҡунаҡтары — Рәсәй Журналистар союзының Мәскәү бүлексәһе идараһы рәйесе Леонид Речицкий, Урыҫ фән һәм сәнғәт академияһы президенты Виктор Никеров, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Владимир Галатенко Марсель Сәлимовтың ижади һәм ижтимағи эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ә сатирик үҙе кисә барышында йәштәр менән дә, ветерандар менән дә күңелле әңгәмә алып барҙы, Башҡортостандағы әҙәби һәм мәҙәни яңылыҡтар тураһында һөйләне, шиғыр, юморескаларын уҡыны, автографтар бирҙе.
Мар. Сәлимдең һуңғы ваҡытта ижад иткән үткер публицистик, сатирик шиғырҙары Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа төбәк баҫмаларында донъя күрҙе. Ул “Рәсәйҙең иң яҡшы шағирҙары һәм яҙыусылары-2013” бәйгеһендә еңеүсе булды. Баш ҡаланың Үҙәк әҙәбиәтселәр йортонда уға “Алтын ҡаурый” билдәһе һәм “Мәғрифәткә индергән өлөшө өсөн” ордены тапшырылды. Был наградаға латин телендә боронғо ғибәрә уйып яҙылған: “Сәнғәт һәм кешелеклелек менән, хеҙмәт һәм белем менән”. Әлеге һүҙҙәр күренекле әҙиптең ижад үрҙәренә нисек күтәрелеүе хаҡында асыҡ һөйләй кеүек.
Эйе, ул фәҡәт таланты һәм тырыш хеҙмәте менән генә еңеү яулай.
Мәскәүҙә урыҫ телендә сыҡҡан “Заманы ниндәй – көлкөһө шундай” тигән яңы китабы өсөн шағир-сатирик “Ватан журналистикаһының алтын китап кәштәһе” бәйгеһендә еңеүсе булғайны. Баш ҡаланың Үҙәк журналистар йортонда лауреат дипломын тапшырғанда Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов, уның ижадын лайыҡлы баһалап: “Марсель Сәлимов – хәҙерге Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтенең сағыу һәм талантлы вәкилдәренең береһе”, – тине.


Вернуться назад