Һөйөү ғаиләнән башланһын25.02.2014
Һөйөү ғаиләнән башланһын
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Республика туған тел байрамы булды. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.

Фойелағы бай күргәҙмә кемдәрҙе генә ҡыҙыҡһындырманы!? Олоһо ла, кесеһе лә "Башҡортостан", "Республика Башкортостан", "Кызыл таң", "Йәншишмә" гәзиттәре һәм журналдар менән танышты, нәҡ ошо кисәлә матбуғат баҫмаларына яҙылғандар бүләк алып ҡыуанды. Әйткәндәй, беҙҙең гәзиткә арҙаҡлы ғалим Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов ҡына яҙылды. Хәйер, туған тел байрамында башҡорт зыялылары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине шул.
Бынан тыш "Башҡорт энциклопедияһы", "Китап" нәшриәттәре, Рәсәй Фәндәр академияһы ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана китап сауҙаһы ойошторҙо. Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығы украина, польша, сыуаш, мари, немец, әрмән, йәһүд йәкшәмбе мәктәптәрен саҡырыуҙы хәстәрләгән, Башҡортостандың Милли музейы, "Эксклюзив" башҡорт етештереү-сауҙа фирмаһы һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернаты милли кейемдәр күрһәтте.
Һөйөү ғаиләнән башланһынРәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина билдәләүенсә, һәр мәҙәниәттең рухи нигеҙен тел тәшкил итә. Әгәр ҙә туған телебеҙ йәшәй икән, тимәк, мәҙәниәт тә үҫеш кисерә, халыҡтың киләсәге яҡты. Хәҙер бигерәк тә телдәрҙе һаҡлап ҡалыуға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк.
Мәҙәниәт министры урынбаҫары Валентина Латипова, ил Президенты Владимир Путиндың "Башҡортостанда, бер тамсы һыуҙағылай, Рәсәйҙең күп яҡлы мәҙәниәте, диндәре, телдәре һәм халыҡтар дуҫлығы сағылыш тапҡан" тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө.
– Һәр кем туған телен белергә, уны мөмкин тиклем тәрән өйрәнергә тейеш. Телгә һөйөү ғаиләнән башланһын ине, – тигән теләген еткерҙе мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев совет осоронда украин, әрмән, ҡаҙаҡ әҙәбиәте көндәренең үтеүен һағынып һөйләне, мәғрифәтсе Ҡашғари телендәге һүҙҙәрҙең бөгөн дә ҡулланылышта йөрөүен билдәләп, башҡорт теленең иң боронғолар иҫәбендә булыуына баҫым яһаны. Әҙип мәктәптәрҙең ябылыуына, һүҙлектәрҙең әҙ нәшер ителеүенә әсенеүен дә белдерҙе. Һөйөү ғаиләнән башланһын"Австралияла йәшәгән Суфия ханым башҡорт телен үҙаллы өйрәнгән, туған теленә һөйөүҙе ҡыҙы Шәмсиәнең дә күңеленә һалыуға өлгәшкән", – тип рухлы ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә арнап яҙған шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Күренекле сәсәниә Розалия Солтангәрәева иһә ағинәй Әсмә Усманованан яҙып алған “Урал батыр” эпосынан өҙөктө нәҡ урындағы халыҡ телендә һөйләгәндә, зал тын ҡалып тыңланы.
Кисә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназиялары, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернаты һәм башҡа белем усаҡтарында уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән күңелле концерт менән дауам итте. Тамашасы башҡорт йырын тыңлап, урыҫ романстарына хисләнеп, татар бейеүен ҡарап кинәнде, ҡыҫҡаһы, барыһы ла республикабыҙҙы төйәк иткән төрлө халыҡтың (беҙҙә 150-нән ашыу милләт вәкилдәре ғүмер итә) сәнғәтенә ғашиҡ булып таралды.


Вернуться назад