Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ҒҮМЕР ҮРҘӘРЕ, ИЖАД БЕЙЕКЛЕКТӘРЕ
ҒҮМЕР  ҮРҘӘРЕ, ИЖАД БЕЙЕКЛЕКТӘРЕ(Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһын уҡығас тыуған уйҙар)

“Зиһенемә Йыһан һыйған минең...” — тип яҙғайны байтаҡ йыл элек үҙенең “Рух ҡиблаһы” тип аталған бағыш-поэмаһында ҡайнар хисле, тос фекерле шағирә Гөлнур Яҡупова. Бөгөн билдәле әҙибәбеҙҙең ижад юлы башында уҡ үҙе күҙаллаған үрҙәргә тайпылышһыҙ барыуына һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғолары кисерәм. Бының раҫланмышы – Гөлнур Яҡупованың ошо көндәрҙә Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Ҡатындар“ трилогияһы.

Был күләмле әҫәр “Ҡыҙ бала”, “Бер һөйгәнем өсөн...”, “Кесе йыһан – Оло йыһан” тип аталған өс китаптан (романдан) тора. Ошонда бер һүҙ менән генә әйтеп китәм: “Ҡатындар”ы Гөлнур Яҡупованы төрки донъяһында тәүге роман (“Ырғыҙ”), ҡатын-ҡыҙ араһында тәүге трилогия (“Яҡтыға”), роман-эпопея (“Бөйрәкәй”) ижад иткән Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Таңсулпан Ғариповалар рәтенә баҫтырҙы.
Трилогия башта өс йыл һуҙымында “Ағиҙел” журналында донъя күрҙе, һәм олпат журналыбыҙҙың уҡыусылары ғәжәйеп үҙенсәлекле, заманса яңғырашлы һәм шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың сәсән телен, алтын аҡылын, тәрән тамырлы тарихын да эсенә алған был әҫәрҙе беренселәрҙән булып уҡыу бәхетен татыны. Маҡсатым китаптың йөкмәткеһен һөйләү түгел, мәҡәлә форматында был мөмкин дә булмаҫ ине. Бер генә иҫкәрмә яһап уҙам: китаптар шау ҡатындар хаҡында бәйән итмәй, улар донъя тураһында, ә донъяны Аллаһыбыҙ парлылар өсөн яралтҡан. Әҙәм вә Һауа...
Саҡ ҡына артҡа тайпылып, иҫкә төшөрөп киткем килә: уҡыусылар күңелен хис һәм аҡыл гармонияһына ҡоролған, һоҡландырғыс мөхәббәт лирикаһы тыуҙырған шиғриәте менән яулаған, әҙәбиәттә бәҫле урын биләгән Гөлнур Яҡупова көтмәгәндә “Йыртҡыс ҡаны” тип аталған проза китабы менән шаҡ ҡатырғайны бер мәл. Тәбиғәткә мәҙхиә йырлаған мажаралы сюжет, геройҙарҙың берсә ҡатмарлы, берсә фажиғәле яҙмыштары, бөгөнгө менән боронғо замандар араһына ташланған хәтер баҫмалары – барыһы ла йор ҡәләмле, бай телле, һөнәри оҫталыҡ йәһәтенән өлгөрөп еткән прозаик үҫеп килеүен дәлилләй ине. “Әҙәби мөхиткә һуңлабыраҡ ҡушылыуым өсөн үкенгеләй инем, хәҙер инде район матбуғатында көндө төнгә ялғап эшләгән йылдарыма прозам өсөн рәхмәтлемен”, — тигәйне “Йыртҡыс ҡаны” хаҡында бер әңгәмәләшкәндә Гөлнур апай. Бармаҡтан һурып яҙып булмай шул әҫәрҙәрҙе, донъя ҡуласаһында зыр әйләнмәй, тормош уртаһында ҡайнап, уның әсеһен-сөсөһөн татымай тороп!
Әҙибәбеҙ Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Салауат педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында белем алған. Ниһайәт, район гәзите редакцияһында 17 йыл эшләп тәжрибә туплағандан һуң, уға баш ҡалабыҙға күсеп килергә, йәне теләгән ҡорға, яҙыусылар араһына, инергә форсат асыла — тормош юлдашы Раил ағайҙы Башҡортостан Прокуратураһына эшкә саҡыралар. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында алты йыл бүлек мөхәррире, артабан ”Ағиҙел”дә хаҡлы ялға сыҡҡансы яуаплы сәркәтип вазифаларын атҡара. Олпат баҫмабыҙҙың талантлы әҙиптәре Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәевтәр менән эшләй. Шуныһы ғәжәп: Гөлнур апай ул ваҡытта әле Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаһа ла, әҙәби журналға эшкә алғандар, тимәк, оло ҡәләм оҫталары уның булмышында эшлекле, ышаныслы шәхесте генә түгел, өмөтлө ижадсыны ла алдан күргән. Бөгөн иһә Гөлнур Яҡупова — тиҫтәләгән шиғыр һәм проза китаптары авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
“Афған яҡтарынан шаңдау килә – Һаман һуғыш унда, аҡҡоштай өркөп өйөрөлгән аҡ ҡарҙарҙа ут һәм ҡандың ҡыҙыл балҡышы…” — тип яҙғайны шағирә “Афғандар” ҡайтҡанда” тигән шиғырында. Йөрәген һаман да тетрәндергән ошо һуғыштың шаңдауы уҙған йылда уны “Илһөйәр” повесын яҙырға этәрҙе, һәм был әҫәр республиканың ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге әҙәби премияһына лайыҡ булды.
Әйткәндәй, премия тигәндән, Гөлнур Яҡупова тыуған районында әҙәби ижад менән мауыҡҡан мәктәп балалары өсөн “Өмөтлө ҡәләм” тигән конкурс ойошторған һәм үҙенең премияларын булдырған. Был сара хәҙер тотош республикала танылыу яуланы. Күптәргә ошо матур өлгөгә эйәрергә тәҡдим итер инем мин. “Үлән үҫкән ерендә үҫә”, ти халыҡ мәҡәле. Әлеге көндә илгә бихисап яҙыусылар биргән Ғафуриҙа киләсәктә лә ижад шишмәһе ҡоромаҫ, иншалла!
“Ғәмәлдә мин бер баҫалҡы ҡатын, яҙам йөрәк хатын, йөрәк антын”, — тип тә әйткәйне шиғырында Гөлнур Яҡупова үҙе тураһында. Кешеләр уны, эйе, сабыр, итәғәтле ҡатын, тоғро дуҫ, фиҙакәр әсә, наҙлы өләсәй тип тә белә. “Һиңә, улым, һәм дә апайыңа фиҙа булды минең йәшлек һутым. Һуңғы һулышҡаса һеҙҙе ҡурсып, һеҙҙең өсөн яныр ғүмер утым...” — тигән ул ун йәшенән әсәй ҡулына ҡалған Рафаэленең туйына арнап яҙған “Туй фатихаһы” шиғырында. Ә ҡайһы ғына әсә ишетмәҫ был юлдарҙа үҙ йөрәгенең дә тибешен?! Әйткәндәй, әҙибәнең балалары хәҙер үҙенә терәк инде: ҡыҙы Гүзәл, ике юғары уҡыу йортон тамамлап, дәүләт хеҙмәтендә эшләй, улы Рафаэль атаһы һөнәрен һайлаған, республиканың Тәфтиш комитетында яуаплы вазифа биләй, юстиция подполковнигы. Икеһенең дә үҙ ғаиләһе бар, уландар үҫтерәләр.
Матур кеше тураһында тулыраҡ итеп хикәйәләге, тотош китап яҙғы килә лә китә. Әйтергә теләгәндәремдең тағы ла күбеһе һыймай ҡалғандыр, уның шәхсиәтен, ижадын белгән кешеләр минең фекерҙәргә ихласлығын ҡушыр тигән өмөттә ҡалам. Ышанам: “Ҡатындар” трилогияһының, ғөмүмән, Гөлнур Яҡупованың башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшө хаҡында, бығаса яҙылғандарға өҫтәп, мәҡәләләр, ғилми хеҙмәттәр тағы яҙылыр әле киләсәктә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 672

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 042

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 563

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 768

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 590

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 502

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 403

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 657

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 396

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 564