Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Осҡондан ялҡынға әүерелер
Осҡондан ялҡынға әүерелерӘҙиптәребеҙ сафына йәш көстәрҙең өҫтәлеп тороуы бик ҡыуаныслы. Күптән түгел Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә Алмас Шаммасовтың "Яңынан тыуыу" исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты.
Йәш шағирҙың шиғри донъяһы бик үҙенсәлекле: әҫәрҙәренең йөкмәткеһе бай, тематикаһы төрлө, күтәрелгән проблемалары көнүҙәк, үҙенең фекер йөрөтөү даирәһе киң. Шиғырҙарында авторҙың үҙенә генә хас стиль һыҙаттарын күҙәтергә мөмкин. "Республикам", "Тыуған тупрағыма таянып" исемле шиғырҙары ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған.
"Таянамын тыуған тупрағыма,
Был бит изге ерем, ғәзиз ер.
Салауаттар рухы һынмаған ер,
Салауаттар рухы еңгән ер", —

тип йәш шағир аяғында ныҡлы баҫып тора һәм ата-бабаһының васыятын үтәргә әҙер:
"Ошо ерҙе һаҡла һәм ҡәҙерлә! —
Беҙҙең үтенес был, ейәнем.
Биҙә уны бөтә ғүмер буйы,
Арттыра күр тыуған ер йәмен!"

Шағирҙың кеше ғүмере, тормош тураһында уйланыуҙары "Балаҫ ҡаға бер ҡарт", "Ҡолон", "Диалектика", "Ике ғүмер" кеүек шиғырҙарында сағылған. "Битарафлыҡ", "Кер" исемле шиғырҙары уның йәшәйеш, бөгөнгө заман тураһында уйланыуҙары, борсолоуҙары менән тулы.
Мин битараф түгел, гел һыҙланам.
Мине тартып тора бар тараф.
Мин битараф түгел заманыма.
Заманым һуң миңә ник битараф?!
Нимә көтә заманымдан йәнем,
Заманым һуң минән ни көтә?
Әйтсе, заман! Яуап көткән мәлем.
Битарафлыҡ күңелемде өтә.
("Битарафлыҡ").
Шулай уҡ йәш шағир үҙенең йәштәштәренә, уларҙың яҙмышына битараф түгел. Был турала уның йәштәр темаһына арналған шиғырҙары һөйләй. Мәҫәлән, "Ун етелә инең", "Күгәрсен хаҡында баллада", "Тыумаған бала ауазы" кеүек шиғырҙары бөгөнгө тормошобоҙҙа киң таралған киҫкен проблемаларҙы күтәреп сыға.
Ә "Кисәге батшаға" тигән шиғырында Алмас Шаммасов ил башлыҡтарының, уларҙы уратып алған ялағайҙарҙың икейөҙлөлөк, ярамһаҡланыу кеүек сифаттарын фашлай. "Хыял", "Эх, сәскәләр", "Ҡояшым", "Уйҙарым туйҙары" исемле шиғырҙарында авторҙың лирик геройы йәшлек романтикаһына бирелеп, хыял диңгеҙендә йөҙә.
Һин айҙалыр. Мин белмәйем,
Етерме буйым айға?
Буйым еталмаһа, йәнем
Атланыр аҡбуҙ тайға.
("Хыял").
Йыйынтыҡҡа индерелгән шиғырҙар тәрән фекерле булыуы менән уҡыусы иғтибарын үҙенә тарта. Мәҫәлән:
Күҙ йәштәре — мәрйенең ул
Күңелең диңгеҙендә.
Тик бәхетле сағыңда ул
Ялтыраһын күҙеңдә.

Көтәйексе. Тыуыр әле
Яңы шиғыр, яңы уй.
Эҙ юл башлай,
Һүҙ юл яра — Уйнарбыҙ шиғри туй.
Тик ашыҡмасы, ҡуй...

Сатирик стилдә яҙылған "Хулиган" шиғырында егет тормоштағы ғәҙелһеҙлектәрҙе фашлай, уларҙың хужаларынан көлә, ә "Әсәйемә", "Атайыма" исемле лирик шиғырҙарында үҙенә ғүмер бүләк иткән яҡындарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, улар менән ғорурланыу тойғоһон белдерә.
Йәш шағирҙың ҡәләме үткер, фекере тос булмаҡсы. Шиғырҙары еңел уҡыла, күңелгә ятышлы, бай телле. Автор һүрәтләү сараларының бөтә төрҙәрен дә ҡулланған.
Эй, китабым, аҡҡошҡайым,
Үткер күҙле бөркөтөм,
Дуҫтарыма гөлдәр илтер,
Дошманымды өркөтөр! —

тип яҙған шағирҙың киләсәге, әлбиттә, өмөтлө. Ә артабанғы шиғриәт "Яңынан тыуыу" китабында балҡыған осҡондан ялҡынға әүерелер.
Йәш шағир Алмас Шаммасовтың "Яңынан тыуыу" исемле шиғырҙар йыйынтығы республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ тип иҫәпләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571