Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гүзәллекте юлдаш итеп...
Гүзәллекте юлдаш итеп......Әфғән Ғиззәт Башҡортостандың Кушнаренко районындағы Тартыш ауылында 1933 йылдың 2 авгусында донъяға килә. Үҙ ауылында уҡығандан һуң белемен Өфөләге һөнәрселек мәктәбендә камиллаштыра. Уны тамамлағас, заводта токарь булып эшләй. Совет Армияһында хеҙмәт итә. Тимәк, шиғриәт донъяһына, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, китап сәхифәләрендәге "аҫыл" һүҙҙәр менән туйынып ҡына түгел, тормоштоң ҡайнар ҡаҙанында шаҡтай ҡайнап та килә.
Уның шулай икәнлеге һәр шиғырының үҙәгендә, йөрәгендә, тын алышында, ҡайнар һулышында һиҙелеп тора. Былай тигәс тә, уны башҡаларҙыҡын уҡымаған, классик шиғриәт менән таныш түгел тип әйтеп булмай. Уның шиғриәтендә боронғо ата-бабаларыбыҙҙың йөрәк моңо, күңел йыры, ҡанлы көрәше, иман алдындағы яуаплылығы, Ватан яҙмышы өсөн йәнтәслим ҡылыуы, киләсәк быуынға әйтеп ҡалдырған васыяттары сағылдырыла.
Бөйөк Ватан һуғышы бөткәндә Әфғән 12 йәштә генә була әле. Ә бына һуғыш килтергән ғәрәсәттәр, фажиғәләр, йыртҡыслыҡтар бик күп әҫәрҙәрендә телгә алына. Ул, әйтерһең, һалдат бутҡаһы ашап, шул утлы, ҡот осҡос һуғышта ҡатнашҡан, янып көлгә әүерелгән ауылдарҙы, ҡалаларҙы үҙ күҙе менән күргән. Был — уның үҙ иле, үҙ Ватаны, үҙ халҡы, бөтә донъя, Йыһан, ғаләм яҙмышы өсөн дауыллы йөрәге, шашҡын күңеле, барлыҡ килбәте менән әрнеү хосусиәте. Ғәлимйән Ибраһимовса фекер йөрөтһәк, яҙыусы, шағир әҫәрҙең идеяһын үҙе әйтеп бирергә тейеш түгел. Әҫәрҙең идеяһы тел-һүрәтләү сараларында сағылдырыла. Халыҡтың "Һүҙ эсендә алтын бар" тип әйтеүе — шуға ишара.
Кешеләргә, Ер гүзәллегенә, Күк күркәмлегенә, Йыһанға, бөтә ғаләмгә ғашиҡ булған, илаһи ҙур мөхәббәттең, һөйөү-һөйөлөүҙең ҡәҙерен ныҡ белгән, дөрөҫлөктө иманға әүерелдерә алған Әфғән Ғиззәт был яҡты донъяла ни бары 36 йыл йәшәне. Шулай ҙа иманлы ижад ялҡыны менән шиғриәттең алғы сафына баҫты ул. Уның шулай икәнлеген шағирҙың поэтик хазинаһына лингвистик йәки филологик анализ яһамайынса белеп булмай. Талантлы шағирҙың барлыҡ шиғырҙарына өслүби (стилистик) анализ яһау өсөн шаҡтай ҡалын хеҙмәт яҙырға кәрәк. Хоҙай быныһына ла насип итер әле. Әйткәнем фәрештәнең "Амин" тигән сағына тура килһен!

Суфиян ПОВАРИСОВ.



Ваҡыт


Әгәр ваҡыт тәгәрмәсле булһа,
Тиҙ йөрөшлө поезд шикелле,
Бәлки, ул артҡа ла илтер ине
Артҡа ынтылыусы кешене.
Әммә йүнәлеше ваҡыттың бер —
Алға, киләсәккә гел генә.
Үткәндәргә ваҡыт ҡайтаралмай,
Үткәндәргә ҡарап тилермә.
Тауҙар емереп ул упҡын уя,
Күлгә әйләндерә диңгеҙҙе.
Ваҡыт
Ер шарын баҡса иткән,
Иманлы итте бит ул беҙҙе.
Ваҡыт йәнәш атлай беҙҙең менән,
Иптәш уға дуҫлыҡ-татыулыҡ.
Беҙ ваҡытҡа тоғро,
Шуның өсөн
Ваҡыт атлай беҙгә тотоноп.

Йәшәү ҡыҙыҡ


Был донъяла миңә бары ла ҡыҙыҡ,
Йөҙгә ҡаршы бәргән ел ҡыҙыҡ.
Әсәйемдән айырылып
Алыҫтарға
Алып киткән тәүге юл ҡыҙыҡ.
Әсә керпегенә ҡунған йәштә
Ҡояш сағыла —
Миңә шул ҡыҙыҡ.
Бәлки, уның һөйөү йәше аша
Сағылғандыр бәхет йондоҙом.
Ҡыҙыҡ күреп,
Тауҙарға үрләнем,
Ҡыҙыҡ күреп кистем йылғаны.
Ауырлыҡтар килһә,
Ҡыҙыҡ күреп,
Күҙ йәштәрем аша йылмайҙым.
Ил саҡырҙы — сиҙәм ерҙәренә
Ҡыҙыҡ күреп,
Үҙ һулышым иттем
Ҡом сүленең эҫе елдәрен.
Был донъяла йәшәү ғәжәп ҡыҙыҡ,
Эштән тартынмаһын ҡул ғына.
Кем хеҙмәтте үгәй ата тимәй,
Ерҙә ҡыҙыҡ йәшәй шул ғына.

Кеше


Кеше хисе
Ҡатламдарҙа ятҡан руда төҫлө,
Еңел түгел уны табыу һәм ҡуҙғатыу. Ләкин бер таптыңмы,
Бел, енәйәт уны ҡәҙерһеҙләү Һәм юғалтыу.
Иң яҡшы хис — Кешеләргә шәфҡәтлелек.
Был кешелә иң оло көс.
Әммә беләм, кеше күңелен аңлау өсөн,
Барлау өсөн уның бөтә матурлығын,
Хоҡуҡ кәрәк Керергә дуҫ күңеленә.
Ә унда юл тик бер генә:
Гүзәллекте юлдаш итеп ал ғүмергә;
Гүзәл булһын эшең,
Гүзәл булһын һүҙең, Хисең.
Ерҙә иң ҙур гүзәллек —
Кеше тигән исем.

Ғәфү үтен


Ҡара төн шикелле ҡара ерҙә
Йондоҙ төҫлө яна ал сәскә.
Һинең өсөн уны өҙгәс, ҡапыл
Ҡарар иттем һиңә бирмәҫкә.

Сәскә — ер бүләге. Ҡара ерҙең
Кешеләргә булған һөйөүе.
Ә һин — ерҙән биҙгән...
Ауыр миңә
Ер һөйөүен һиңә биреүе.

Ул сибәрлек биргән, Буй-һын биргән,
Уның гөлдәренә ғашиҡ һин.
Ерҙе һөйөп һәм иркәләп, унан
Ғәфү үтенергә ашыҡ һин.

Ғәфү үтен сәскән орлоҡ менән,
Ғәфү үтен тамған тир менән.
Сәскәләргә ҡул һуҙырға оял,
Дуҫ булмаһаң ҡара ер менән!

Ҡыҫышҡан ҡулдар


Ҡыҫышҡан ҡулдар — вәғәҙә, өмөт,
Ҡыҫышҡан ҡулдар — антҡа тоғролоҡ.
Ҡыҫышҡан ҡулдар — дуҫлыҡ төйөнө,
Ә кәрәк саҡта — берҙәм йоҙроҡ.

Ҡулды ҡул ҡыҫһа, ҡушыла хистәр,
Ҡулды ҡул ҡыҫһа, парлаша йөрәк.
Ҡыҫышҡан ҡулдар — бәхет тәлгәше,
Ҡыҫышҡан ҡулдар — йәшәүгә терәк.

Милләттәр ҡулын милләттәр ҡыҫһын,
Халыҡтар ҡулын халыҡтар ҡыҫһын.
Ҡитғалар аша, ҡулды ҡул ҡыҫып,
Дошманлыҡ сиген мәңгегә боҙһон.

Ҡитғалар аша ҡулға ҡул һуҙам,
Дуҫлыҡ, туғанлыҡ еңәһен белеп.
Ерҙә — биш ҡитға, берләшһен улар,
Ҡыҫышҡан ҡулда биш бармаҡ кеүек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 679

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 050

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 574

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 774

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 600

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 455

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 509

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 414

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 667

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 405

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 570