Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәтер хазиналары
Хәтер хазиналарыҒүмерҙәрҙән, дәүерҙәрҙән хәтерләүҙәр ҡала. Үткән ғүмер — ҡалған хәтер, тиҙәр бит. Хәтер — үткәндәрҙе иҫтә тотоу ғына түгел, киләсәк өсөн үҙе бер һабаҡ та, фәтүә һәм фәһем дә ул. Юғары һәләт, оло аҡыл кешелек хәтеренән, зиһен зирәклегенән, йәшәйеш күсәгилешлегенән килә. Гендар ҙа бит — биологик хәтер. Ҙурҙан ҡубып әйтһәк: тарихи хәтер, милли хәтер, дини хәтер, ер хәтере...
Әҙәбиәт тә, бер уйлаһаң, аҡыл һәм йөрәк хәтере ул. Тәьҫирләндерә, әҫәрләндерә, фекерҙе, зауыҡты үҫтерә, шуның менән зат-зәүергә үҙенсә көс бирә. Бының өсөн хәтер хазиналарын барлау-баһалауҙар бик тә кәрәкле, әһәмиәтле.
Ошо хәстәр, ошо ниәт менән әҙиптәр күмәкләп сыҡты сәфәргә. Ижади ойошмабыҙҙың бәҫен һаҡлап, халыҡ алдында абруйын күтәреп, уны Яҙыусылар союзы идараһы бар яҡлап та йүнселлек менән атҡарҙы. Әҙерләнеп, хәрезләнеп, егерме биш шағир һәм яҙыусы бер ҡорға тупланып сыҡты иҫтәлекле сәфәргә.
Аңыбыҙҙы, асылыбыҙҙы хәтер ҙә билдәләй икән, хәрәкәттә — бәрәкәт тигән һүҙ уға ла ҡағыла, ул һәр саҡ яңыртып тороуға мохтаж. Аманат та шулай һаҡлана, мираҫ та шулай байытыла. Ошо уйҙар менән барып төштөк беҙ Күгәрсен районына, атап әйткәндә, Туйөмбәт ауылына, тағы ла аныҡлай төшкәндә — ил инәһе Зәйнәб Биишеваның ҡомартҡылы музейына. Иманыбыҙ ҡушҡанынса — фатихалар алырға. Бөйөктәр бейеклегендәге рухы ла, ижади ҡаһарманлығы ла тотҡан юлыбыҙҙан яҙҙырмаҫлыҡ хәтер хазинаһы бит.
Был яҡтарға, Оло Эйек буйҙарына, юл төшкән һайын әллә ҡайҙан уҡ күренеп, күңелгә үрелеп торған ошо ифрат үҙенсәлекле, көнсығыш стилендәге йортҡа туҡталып, бер ҙә булмаһа, үтешләй күҙҙәребеҙ мөлдөрәп китеп уҡталып, Зәйнәб апайҙы иҫкә алып, нисәмә тапҡырҙар йөрәкһендек икән! Әле лә шул уҡ хистәр, шул уҡ кисерештәр.
Бында, музейҙан тыш, Туйөмбәт балаларының башланғыс мәктәбе лә булыуы символик мәғәнәгә эйә. Ауылдың ғына түгел, райондың, хатта республиканың мәҙәни тормошо ошонда ла тамырланған. Арҙаҡлы әҙибәнең, олуғ шәхестең эш өҫтәле, яҙыу машинкаһы, әҫәрҙәренә ҡот һәм һут ҡойған ҡәләме бына хәҙер килеп инер, нурлы күҙҙәрен төбәп, бына хәҙер сәсәндәрсә соғоллоҡ менән һүҙ башлар тип Зәйнәб апайҙы көткән һымаҡ. Хәйер, аҡ һәм хаҡ күңелен, эске мөһабәтлеген сағылдырған, аҡ мәрмәрҙән мәңгеләштерелгән бюсы килеп ингәс тә апайҙың үҙенә генә хас ирәбелек менән ҡаршы ала.
Ун өс йәшемдән үк уның менән хаттар алышҡан, һүҙ тылсымына, шиғырға, әҙәби юлға илһамландырған, Өфөлә үҙе бер терәк булған, яҡташым, мырҙам тип өҙөлөп торған, бер-беребеҙгә һүҙҙәребеҙ һыйған ҡәҙерле Зәйнәб апай! Музей буйлап йөрөгәнемдә лә, унда тап һинең ҡунаҡсыллығыңда һый-хөрмәт күргәнебеҙҙә лә, ҡәләмдәштәремдең хәтерләүҙәрендә лә һин теп-тере булып күҙ алдына баҫҡандай булдың. Был тойғоно район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наилә Юнысова, музей директоры Зәбирә Кәримова ла үҙҙәренең ихласлығы менән тағы ла сағыулатып ебәрҙе. Хәстәрле, илтифатлы, инабатлы һүҙҙәре, булмыштары менән дә һоҡландырыр был заттар хаҡында Зәйнәб апай, бына шундай инде минең яҡташтарым, тоҡомдаштарым, тип ғорурланып әйтеп ҡуйыр һымаҡ. Халҡың өсөн ҡыуанысты ошондай мәлдәр, ошондай ҡәрҙәштәр, һәр ҡайҙа ла тап улар үҫтереп ебәрә бит.
Музейҙағы "Бейешевтәр шәжәрәһе" был уй-ҡарашты тағы ҡеүәтләй төҫлө. Ошоно раҫлап, илһөйәрлеккә, телһөйәрлеккә тоғролоҡто иҫбатлап, ил инәһенең аманатын маяҡ иткән, Зәйнәб Биишева исемендәге шөһрәтле премия лауреаты булған Ирек Кинйәбулатов, Әнисә Таһирова һәм мин фәҡирегеҙ халыҡ яҙыусыһы, рухыбыҙ остазы хаҡында тәрән тулҡынланып үҙ һүҙен әйтте. Ә балалар һуң! Йотлоғоп тыңланы улар. Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарын Туйөмбәт балалары әллә нисек белеп тыуған һымаҡ, хайран ҡалырлыҡ итеп ишеттерҙе. Был осрашыу ҙа, моғайын, хәтерҙәрендә оҙаҡ-оҙаҡ һаҡланыр әле. Рухи хазиналар шулай туплана.
Артабан юлыбыҙ — Йылайырға.
Айға үрләп, нурҙа уйнап,
Күкрәгемде нурланым.
— Ит ғәфү әй, ай, — тинем мин,
— Нурҙарыңды урланым.
— Һис зарар юҡ, ал, — тине ай,
— Ал да сәс нур халҡыңа;
Мин дә бит төн хаҡына
Алдым ҡояштың нурҙарын.

Ай-ҡояштан нур алған, иҫ киткес оҫталыҡта халҡы күңеленә шиғри хазиналар һалған, азатлыҡ рухы, рух азатлығы өсөн фиҙакәрлектә янған, Башҡортостаны өсөн ҡорбан булған Шәйехзада Бабич... Ғүмере кеүек үк, ижады ла ғәрәсәттәр аша үткән остазыбыҙ рух һүнмәһә, ил йәшәр тип ҡайта-ҡайта ҡалҡына хәтерҙә. Кемдер берәү тыйнаҡһыҙлыҡта ғәйепләмәһен, инанып әйтәм:
Төңөлтмәк булыпмы,
тормош Утҡа,
һыуға ла һалды.
Тик йөрәк һәр саҡ Бабичлы,
Рәмиле юлда ҡалды.

Зәйнәб Биишеваның иҫтәлеген шулай хөрмәтләгән кеүек үк, Шәйехзада Бабич һәйкәленә лә тәүҙә беҙ баштарыбыҙҙы эйеп ҡәнәфер сәскәләрен һалдыҡ. Шағир үҙенең һуңғы төйәген тапҡан был изге урында телдәребеҙ генә түгел, гүйә йөрәктәребеҙ әйтте рәхмәт һүҙҙәрен. Делегациябыҙ етәксеһе, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов, халыҡ шағиры Марат Кәримов, Риф Мифтахов, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағир һәм ғалим Фәнил Күзбәков, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, профессор Рәйеф Әмиров Бабичтың тетрәндергес яҙмышы, шиғриәтебеҙең илаһи бейеклеген билдәләр әҫәрҙәре хаҡында һәр кемдә ауаздашлыҡ табыр һүҙҙәрен әйтте, арнаулы шиғырҙарын Йылайыр тупрағында һеңеп ҡалырлыҡ итеп ишеттерҙе. Шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина иһә Бабичтың тыуған еренән — Дүртөйлөнән, Әсән ауылынан сәләмдәр тапшырҙы. Шуныһы ла бик һәйбәт: дүртөйлөләр менән йылайырҙар һәр саҡ аралашып йәшәй. Бындағы уҡытыусылар йыл һайын тиерлек Шәйехзада Бабич менән Назар Нәжми төйәгенә экскурсиялар ойоштора. Дүртөйлөләрҙе иһә Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич урамында ла, бөйөк шағир исемендәге башҡорт гимназияһында ла күрергә була. Ошо гимназияла Бабич ижадына арналған "Халҡым өсөн" тигән район һәм зона конкурстары үтә.
...Бына һәйкәл янына "йәш Бабич" килеп сыға. Шағир образындағы Фәнзил Алсынов тигән егет "Бер минут" исемле шиғырҙы ялҡынлы итеп уҡый. Балалар бер-бер артлы хәтеребеҙ хазиналарын барлап үтә: Салауат, Вәлиди, Буранғолов, Бабич, Рәми, Мостай... Улар барыһы бергә яңғырата: Бабич. Һинең исемеңдә Халҡым үткәне яна. Күпме аҫыл ил улдары Һәйкәлдә мәңге ҡала!
Бындағы аңлатып бөтмәҫлек бай тәьҫораттар менән беҙ Юлдыбай урта мәктәбенә юл тоттоҡ. Йылайырҙан сыҡҡан мәшһүр ҡурайсыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтовты, уның арҙаҡлы вариҫы Азат Айытҡоловты, яратҡан йырсыбыҙ Фәрит Бикбулатовты, ҡәләмдәшебеҙ Хәйҙәр Тапаҡовты телгә ала-ала барҙыҡ.
Юлдыбай — киң билдәле ауыл. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Йәмил Аҙнағолов тотош Йылайыр районы, халыҡтың бөгөнгө ынтылыштары, Юлдыбай мәктәбе хаҡында ла мәғлүмәттәрҙе ихлас еткерҙе беҙгә. Уның ошо төбәктәге рухлы ир-азаматтарҙың береһе икәнен күреп шатландыҡ. Мәктәптә иһә, каникул тип тормай, уҡытыусылар, уҡыусылар әҙиптәрҙе икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән, йырлап-бейеп ҡаршы алды. Яҡты, күркәм мәктәп. Уның тарихы ла ирәйеп китеп һөйләрлек. Ошо мәктәптә уҡытҡан билдәле яҙыусы Мөнир Әбсәләмовты, бында ҡанат нығытҡан шағирә Фәүзиә Юлдашбаеваны хөрмәтләп иҫтә тоталар. Улар тураһында, ғөмүмән, тормошҡа, ижадҡа бәйле итеп Әнисә Таһирова, Зәйтүнә һәм Сабир Шәриповтар, шулай уҡ Союзыбыҙ идараһы рәйесенең урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина матур хәтирәләре, уй-ҡараштары менән түгелеп китеп тигәндәй уртаҡлашты. Йыйылыусылар беҙҙең юлдаштарыбыҙ, моңдаштарыбыҙ — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалды, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинды, тағы килеп Дилә Булгакова, Мәрйәм Күсмәева, Рәшиҙә Бикмәтова, Закир Әҡбәров, Кинйәғәле Абдуллиндарҙы ихлас тыңланы. Ә инде Мөхәммәт Закировтың ярһыулы итеп шиғыр уҡыуҙары ҡайҙа ла онотолмаҫлыҡ булды. Йәш шағирә Зиниә Байназарова ла алҡышланды.
Хәтер хазиналарына бағышланған сәфәребеҙ, ижади осрашыу-күрешеүҙәр артабан да күтәренкелектә дауам итте. Бергәлек, берҙәмлек тойғолары, ижади ҡомар көсәйә генә барҙы. Төнгә ҡарай Сибайға килеп урынлашҡас, Политехник колледж ятағының йыйнаҡ бүлмәләрендә лә сәм менән ғәм беҙҙе ташламаны. Дәррәү барҙы һүҙ-фекерҙәр. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөштөк. Йыр ҙа йырланды, шиғырҙар ҙа уҡылды. Төнгө Сибайҙың тымыҡ урамдарынан ҡыҙырып килеүселәр ҙә булды. Бүлмәләр ҡәнәғәтлек менән тулды. Донъяға сығыу, әҙәбиәтте баһалай белеүселәр менән осрашыу, иң мөһиме, тәғәйен маҡсаттарҙың бойомға аша килеүе — үҙе бер ҡыуаныс, үҙе үк рухландырғыс түгелме ни?!
Ҙур төшөнсәләргә, тарихи ҡомартҡыларға, олуғ шәхестәргә бәйле хәтер хазиналары тип яҙам да яҙыуын, сәфәребеҙҙә уң ҡулыбыҙ булған ҡәләмдәштәрҙе рәхмәтле хистәр менән хәҙер үк әйтәйем әле, хәтерҙәре ҡалып ҡуймаһын. Улар — Йылайырҙа йәшәүсе бына тигән әҙибә Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева һәм Сибайҙан драматург, үҙе лә, һүҙе лә инә бөркөттө хәтерләткән Әминә Яхина. Шиғриәт секцияһы ултырышында тәүге йыйынтығына фатихалар алған Айгөл Айытҡолова ла Туйөмбәттә яныбыҙҙа булды. Артабанғы ике көнөбөҙҙә беҙ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы руднигында — карьерҙа, ҡаланың бөтөн Башҡортостанда бер тигән тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдыҡ. Икеһендә лә музей директоры Юнир Минишевтың хәстәрлеген күрҙек, мәғлүмәттәре музей ҡаҙнаһына торошло — бай һәм ентекле.
Ә инде Баймаҡ районында — Темәстәге тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында алған тәьҫораттар, бигерәк тә Арҡайымға сәфәребеҙ хаҡында асылыбыраҡ туҡталып үтмәксемен. "Был бинала 1919 йылдың 21 февралендә башҡорттарҙың беренсе хәрби ҡоролтайы үткән. Унда Башҡорт автономиялы совет республикаһын төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән". Башҡортостандың Темәстәге иң тәүге Хөкүмәт йортонда — хәҙер тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ошондай таҡтаташ ҡуйылған. Ә инде Темәс ауылы республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы һәм Хөкүмәт ҡарары менән Баймаҡ районының тарихи-мәҙәни үҙәге тип иғлан ителгән. Эске бер тулҡынланыу менән килдек бында. Тарихи йортҡа ҡарата иһә "изге", "ғәзиз" тигән һүҙҙәр бер ҙә артыҡ түгел. 1919 йылдың ғинуарынан алып март аҙағына ҡәҙәр ике ҡатлы был күркәм бинала беҙҙең иң тәүге хөкүмәтебеҙ эшләгән. Унда инер алдынан ғәм халыҡты Башҡорт хөкүмәте вәкәләттәрен алған Ваҡытлы революцион комитет рәйесе Зәки Вәлидиҙең мәртәбәле бюсы ҡаршылай (скульпторы — Хәйҙәр Ғарипов). Эстә иң тәьҫоратлыһы — мемориаль зал. Нисектер тетрәнепме, ғорурланыпмы китерлек осрашыу! Дәүләтселегебеҙҙең тәүге ҡаһармандары, ил ағалары, Рәсәй Федерацияһының — тап бына тиңлектең, ғәҙеллектең, иректең асылын нығытыр федераль ҡоролоштоң башланғысын һалған шәхестәребеҙ менән күҙмә-күҙ осрашыу хайран ҡалырлыҡ бит! Шулай булмайса ни — милли хәрәкәт лидерҙарының балауыҙҙан эшләнгән һындарын теп-тере тигәндәй ҡиәфәттә күрәбеҙ. Улар — ете уҙаман. Аллабирҙе Йәғәфәров, Шәйехзада Бабич, Мстислав Ҡулаев, Муллайән Халиҡов, Нуриәғзәм Таһиров, Юныс Бикбовтар өҫтәл артында ултырған килеш, ә Зәки Вәлиди баҫып торған көйө кәүҙәләндерелгән. "Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһындағы килешеү"гә, шулай уҡ башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәтенең тулыһынса Совет власы яғына сығыуына бәйле юридик документтарҙы әҙерләй улар. Күңелдә — онотолғоһоҙ кисерештәр. Әйтерһең дә, халҡыбыҙ яҙмышына, дәүләт ҡоролошона, азатлыҡ һулышына ҡағылышлы ошо тарихи мәлдәргә беҙ ҙә шаһит булдыҡ. Шул осорҙа йәшәһәк, шаһит булыу ғына түгел, кем белә, шәһит тә китер инек, ихтимал. Бына тағы бер иҫ китмәле, тетрәндергес күренеш.
Икенсе залда — башҡорт халҡының 1755 – 1756 йылдарҙағы ғәрәсәтле ихтилалын сағылдырған диорама. Ил-ҡәүемдең суҡындырыуға ҡаршы күтәрелешендәге ҡанлы бәрелеш. Нәфрәт һәм теләктәшлек урғыла. Кем һәнәк тотҡан, кем — һөңгө. Батша зобаныйҙары ҡулында — мылтыҡ. Йә — еңеү, йә — үлем! Аяныс хәлдәрҙе, йән әсеткес йәберҙәрҙе онотмау, рух ныҡлығында көс икәнен иҫтән сығармау — был фәһем яҙыусыларҙа ижад ялҡыны булып беҙгә тиклем дә дөрләгән, артабан да күсер ул вариҫтарыбыҙға. Бигерәк тә тарихи әҫәрҙәр аша. Музей директоры Рәмилә Әбсәләмова, "Темәс" тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Нур Ҡулмырҙин, музей хеҙмәткәре Гөлдәр Иҙелбаевалар әҙиптәрҙе ғибрәтле лә, шөһрәтле лә, һабаҡ та булыр экспозициялар, экспонаттар менән бик тә бирелеп таныштырҙы. ХIХ быуат аҙағынан хәҙерге көндәргәсә килгән тормошобоҙ төрлө юҫыҡта күҙҙән, күңелдән үтә. Фондта өс меңдән ашыу әйбер-ҡаралты тупланған. Байтаҡ өлөшөн документтар, фотографиялар, һирәк осрар китаптар тәшкил итә. Этнографик коллекция ла етерлек. Бында хатта беҙҙең эраның IV быуатына ҡараған, таштан яһалған биҙәүес әйбере лә бар. Әлбиттә, баймаҡтарҙың, тәғәйен Темәс ауылының бөгөнгө тормошо, хеҙмәттәге, мәҙәниәттәге ҡаҙанышы, көнкүреше тураһында ла төрлө яҡлап мәғлүмәттәр алырға була. Музейҙа Төркиәнән Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә менән улы Субидәйҙең булып китеүе лә архив документтары, фотографиялар менән дәлилләп ҡуйылған.
Аңлашылып тора — бер юлы ғына барыһын да әйтеп бөтөү мөмкин түгел. Шуныһы фарыз — үҙен ил улы, ил ҡыҙы итеп тойған ҡәрҙәштәрҙән юл өҙөлмәҫ бында. Әлбиттә, әҙиптәребеҙҙең илһамлы һүҙе алда ла ҡайта-ҡайта ишетелер музейҙа. Дәүерҙәргә дәүерҙәр, быуындарға быуындар ялғанып бара фани был донъяларҙа. Алтын сыҡҡан ерендә ҡәҙерле, тигәндәй, һәр дәүерҙең, һәммә зат-зәүерҙең, ғөмүмән, тарихтарҙың баһаһы үҙ ерлеге, үҙ асылы, йәшәйеш һабаҡтарын бирер һығымталары, шәхестәре менән билдәләнә. Быны Арҡайымға бәйле лә төрлө яҡлап әйтергә була. Ер йөҙөндәге тәүтормоштан һуңғы нигеҙләнеүҙәрҙең, йәмғиәт ҡора башлауҙарҙың ҡомартҡыһы ул. Ер ҙә тарта бында, һыу ҙа тарта. Йән дә тарта, ҡан да тарта, тигәндәй. Скифтармы, һундармы йәшәгән унда? Һиндтармы, фарсылармы? Өҙөп кенә кемдәр әйтер икән? Беҙ, башҡорттар, әлмисаҡтағы ата-бабаларыбыҙҙың тамырҙарын юллаһаҡ, бер ҙә ғәжәп түгел. Боронғо башҡорт ерҙәре бит был! Арҡайым тигән һүҙ үҙе үк гүйә төрки тәбиғәтле, беҙҙеңсә яңғырашлы ауаз бит. "Арҡа тамыры", "Арҡа һөйәге", "арҡаланыу" тигән һүҙҙәр тиктәҫтән генә иҫкә төшмәйҙер. Был хикмәтте археологик хәтеребеҙ сырмауҙарын сисеүсе арҙаҡлы ғалимыбыҙ Нияз Мәжитов, этник асылыбыҙ төпкөлдәрен үҙенсә юллаусы хөрмәтле яҙыусыбыҙ Йыһат Солтанов анығыраҡ, асығыраҡ төпсөрләр, моғайын. Мин инде ундай тәрәнлектәргә төшөр юҫыҡта түгелмен шул. Күргәндәрҙән сығып тағатмаҡтамын ыҡсымлап уй-фекерҙе. Һәр хәлдә, ғилем эйәләре, тикшеренеүселәр Арҡайымды Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәниәттәрен тоташтырыусы "күпер"ҙәрҙең береһе тип иҫәпләй. Унда йәшәүселәр Азия менән Европаның хәҙерге байтаҡ халыҡтарын уҡмаштырыусы даһилыҡта булған. Улар үҙҙәрен "аръя", йәғни арийҙар тип һанаған. Быны ташъяҙмалар раҫлай. Силәбе өлкәһенең ярайһы өлөшөн биләгән бындай ҡаласыҡтар бронза дәүеренән ҡалған. Ундай әһәмиәттәге төйәктәр, хатта әле уҙҙырып та баһа алыр урындар хәҙерге Башҡортостан ерҙәрендә лә донъяға билдәле булыр үҙ ваҡытын көтә, тиҙәр. Бер үк Уралыбыҙ бит. "Авеста"нан да тәүҙәрәк ижад ителмәгәнме икән әле, тиҙәр бит "Урал батыр" эпосын. Уны ятлайҙар, ятлаталар. Әммә уға бәйле лә асылырға тейеш археологик, этник ҡатламдар.
Арҡайымдағы музейҙа төп ҡоролманан табылған әллә күпме әйберҙәр, һөлдәләр, шул дәүергә хас ҡиәфәттәге ҡанбабаларҙың таш һындары, ҡоралдары, биҙәүестәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, торлаҡ нигеҙҙәренең йыһан серҙәренә тартым икәнен күрһәткән фотоһүрәттәр — һанап та бөткөһөҙ нәмәләр бар. Ошо тупраҡта — Урал итәктәрендә, Яйыҡ, Ағиҙел буйҙарында көн иткән ҡәүемдәрҙең бөгөнгө вариҫтары тураһындағы мәғлүмәттәр, яҙмалар рәтендә башҡорт халҡы тураһындағыһы иң тәүге итеп ҡуйылған.
Яҙыусыларыбыҙ шифалы тип һаналған Ҡараған йылғаһында ҡойондо, изге теләктәре "Мөхәббәт", "Тәүбә", "Күрәҙәлек", "Ижад" тигән, тағы шундай бер нисә тауға, түбәләргә һыйынды. Был юраулы исемләүҙәр, ырымдар, ихтимал, аҡыллы баштар тарафынан Арҡайымдың әһәмиәтен асыҡлар, нығыраҡ ылыҡтырыр өсөн һуңыраҡ та уйлап табылғандыр. Нисек булһа ла, әҙәм шулай инде: ғөрөф-ғәҙәттәр, тылсымдар ышандырып, арбап алыусан. Өмөттәрҙе көсәйтә был. Хәйерлегә булһын барыһы ла. Юғиһә, имеш, Арҡайым ҡабул итмәгән, кире йоғонто яһаған йәндәр ҙә һирәкләп осрағылай, тиҙәр. Донъяла ни генә булмаҫ! Халҡым, илем, телем, моңом тип ижади фиҙакәрлектә йәшәгән әҙиптәрҙе ул рухландырҙы ғына, тип уйлайым мин.
Бында сувенирҙар, һирәк осрай торған китаптар ояһы икән. Арҡайымды өйрәнеүселәр, килеүселәр, палатка ҡороп ятыусылар өсөн шундай хазиналар икһеҙ-сикһеҙ, бөткөһөҙ. Кемдәрҙер өсөн алыпһатарлыҡ үҙе бер ҙур кәсепкә әүерелгән. Булһын, булғаны яҡшы. Ҡолараҡ ерҙәрҙән, ҡылғанлы түбәләрҙән, йәшеллеккә мулыҡҡан үҙәндәрҙән боронғолоҡ аңҡый. Әллә ниндәй серле хозурлыҡ. Беҙ ошо мөхиттә уйландыҡ, моңландыҡ, табын ҡорҙоҡ, юлыбыҙға фатихалар алдыҡ. Түңәрәк рәүешендәге Арҡайым ҡоролмаһы, йәнтөйәк ҡаласығы беҙҙе, мираҫты ҡәҙерләһәгеҙ, цивилизация башланғыстары яҙлыҡтырмаҫ, тигәндәй оҙатып ҡалды.
Шулай ифрат иҫтәлекле, мәғәнәле, фәһемле булды өс көнлөк сәфәребеҙ. Хәтер хазиналарын барлап, күңелдәребеҙ, әйтерһең дә, юғарылыҡтарға ашты, дәүерҙәр гүйә бергә тоташты. Айырыуса бөйөк шәхестәребеҙҙең васыятын, аманатын йөрәктәрҙә яңырттыҡ, быныһы, әлбиттә, бөтөнөһөнән дә мең артыҡ. Ерҙәге донъяны тәбиғәт менән бергә кешемен тигән кешеләр тота бит. Бергәлек, берҙәмлек тота. Бигерәк тә Хоҙай биргән асылыбыҙға, иманыбыҙға тоғролоҡтар мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Фәрит Мортаев
    Фәрит Мортаев от 27.08.2013, 12:36
    Рәхмәт ихлас юлъяҙмағыҙ өсөн.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 664

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567