Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күкрәгендә —Әбеш моңо
Күкрәгендә —Әбеш моңоИлһам ҡошо ҡунғанда

Иртәнге саф һауала ҡартәсәйем ап-аҡ мейес эргәһендә аш-һыу әҙерләп йөрөй. Эргәләге утынлыҡта ҡартатай үҙ алдына мөңгөр-мөңгөр ниндәйҙер көй көйләп, хужалыҡ эштәре менән мәшғүл: тау артынан яңы ҡалҡып килгән ҡояшта ялтыратып, салғыһын, бысҡыһын үткерләй. Төнәгестән төшкән тауыҡтар ҡытҡылдашып, берәм-берәм ишек алдына йүгереп сыға башлай, өлөш төшмәҫме икән тип, аласыҡ эргәһендә уралана. Ауылда үҙенең көндәлек ғәҙәти мәшәҡәттәре менән йәйге иртә башлана.

Әммә был көн ҡалғандарынан айырыла. Беҙҙең өйҙә — ҡунаҡ. Балалар ҙа иртәрәк торған. Берсә тыштағы мейескә, берсә ҡолдор-ҡолдор килгән ҡоҙоҡҡа ҡарап, туфалтала беҙҙең рәссам олатай ултыра. Тубығына һалған ҙур зәңгәр альбомына ниҙер төшөрә. Минең өсөн был күренеш яңы. Шуғалыр ҙа, ҡыҙыҡһыныуым ни тиклем көслө булмаһын, эргәһенә барып ҡарарға баҙнат итмәнем. Әммә нимәләр төшөргәнен, ҡағыҙҙарының ниндәй серҙәр һаҡлағанын шул тиклем белге килә! Оҙонса соланға индем дә, сәсемдәге алһыу таҫмалар күбәләк кеүек тәҙрә аша елбер-елбер күренеп ҡалмаһын тип эйелеп, шул килеш үҙем өсөн кәрәкле тәҙрә янына килеп еттем. Йөрәк табанға төшкән, әммә ныҡышмалылығым кире сигенергә юл ҡуйманы. Тын да алмайынса, ипләп кенә аяҡ осона баҫып торҙом. Һаҡаллы олатайҙы күреп йөрәк жыу итеп ҡалды. Уның ҡарауы ҡағыҙ битендә ҡыҙыл яулығын ябынып, һауыт-һаба йыуып торған ҡартәсәйемде, сүкеш тотоп мунса башына менеп киткән ҡартатайымды таныным. Өй эсенә атылып инеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Олатайым Ишемғолов Дамир Нуретдин улы менән тәүге танышыуым шулай булды. Ул саҡта миңә алты йәш тирәһе булғандыр. Әммә бала саҡтағы хәтирәләр күңелгә уйылып ҡала икән. Әле булһа рәссамдар тураһында һүҙ сыҡһа, туфалтала һүрәт төшөрөп ултырған һаҡаллы олатайым күҙ алдыма килә.
Рәсәй һәм Башҡортостан Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Дамир Ишемғолов 1943 йылда Хәйбулла районының Бәләкәй Әбеш ауылында тыуған. Бала сағынан тәбиғәткә ғашиҡ булып, уның матурлығына һоҡланып, ҡыр-урмандарҙа йөрөргә яратҡан. Яратмаҫлыҡ та түгел шул ул яҡтарҙың тәбиғәтен! Урманына инһәң, ғүмерҙә лә йырламаған кеше йырлап ебәрер, Һаҡмарынан ятып һыу эсһәң, күңелеңә илһам ҡошо ҡунып, һине берәү ҙә белмәгән серле үә сихри ижад юлдарына илтер. Шул саҡтан уҡ тәбиғәт менән “һөйләшеп” өйрәнгән буласаҡ рәссам ғүмере буйына ошо туғанлыҡты, берҙәмлекте тойоп, унан көс алып, илһамланып ижад итә. Уға дүрт йәш булғанда атаһы үлеп китә. Бәләкәй Дамир иптәш малайы менән көн дә ҡырға сығып, еләк йыйыр була. Ул емештәрҙе атаһының ҡәберенә һала икән. Икенсе көнөнә килеп ҡараһа, еләктең бер бөртөгө лә ҡалмаған була. “Атайым ашаған!” — тип ҡыуанып, тағы ла еләклеккә йүгерә малай. Бер аҙҙан әсәһе уға уйынсыҡ гармун һатып алып бирә. Төймәләренә баҫып, күңелендәге һағышын көйгә һалып моңланыр булған ул. Шулай тормоштоң ҡыйынлыҡтарын, юғалтыуҙарын кисереп, етмәһә, бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килеп, күңеленә ниндәйҙер моң һала килгән. Аҙаҡ был моңдоң һүрәттәр булып ағылырын һис кенә лә белмәгәндер әле буласаҡ рәссам.
1950 йылда ғаиләһе Оло Әбеш ауылына күсеп килә. Ул ваҡытта бында уларҙың өлкән улы Сиражетдин йәшәгән. Ғүмере буйы мәктәп директоры булып намыҫлы хеҙмәт иткән, мәғариф өлкәһен үҫтереүгә күп көс һалған, барлыҡ тырышлыҡтары өсөн РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған Сиражетдин Нуретдин улын педагогтар араһында әле булһа хөрмәтләп иҫкә алалар. Дамир II класҡа уҡырға барып, уҡытыусыһы Әхмәткирәй олатай Илембәтов менән һынлы сәнғәт донъяһын үҙләштерә башлай.
Бер ваҡыт рәсем дәресендә балаларға пейзаж төшөрөргә ҡушалар. Уҡыусыларҙың барыһы ла ҡояшлы, сыуаҡ көн төшөрһә, тәбиғәтте үҙенсәлекле күргән малай ҡара болоттар ҡаплап алған күкте, йәшенле ямғырҙы үҙ иткән. Уҡытыусынан шелтә алған алыуын. Әммә был традицияһына киләсәктә лә хыянат итмәгән рәссам: трагик ноталар профессиональ эштәрендә лә йыш ҡына сағылыш таба. Күрәһең, шундай үрһәләнеп торған, өҙгөләнгән күңел булмай тороп, ижад итеү мөмкин түгелдер ҙә. Тынғыһыҙ ижад кешеһе һәр саҡ эҙләнеүҙәрҙә, күңелендә тыуған һорауҙарына яуап таба алмай, борсола, яна... Йөрәкте ҡуҙғытып тыуған ижад емештәре генә башҡаларға тәьҫир итеү көсөнә эйә шул.

Баҫҡыс буйлап – үргә

Профессиональ белемде Дамир олатай Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлегендә ала. Аҙаҡ был уҡыу йортонда үҙе лә оҙаҡ йылдар йәш рассамдарҙы һынлы сәнғәт серҙәренә төшөндөрә, күптәргә остаз, кәңәшсе, терәк була. Бишенсе курста уҡығанында, буласаҡ ҡатыны Клара инәй менән танышып ғаилә ҡоралар. Хәйбулла районына ҡайтып бер аҙ эшләп алғандан һуң, ҡабат Өфөгә киләләр. Әйткәндәй, рәссамдың яҙмышында һәр саҡ уның бер туған апайы Роза хәл итерлек роль уйнаған. Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исемен йөрөткән Роза Нуретдин ҡыҙы, ә ул ваҡытта Өфөләге медицина институтын тамамлап ҡайтҡан йәш белгес һигеҙенсе класта уҡып йөрөгән ҡустыһын үҙенең янына – Бүребай ауылына ала. Үҫмерҙең ижади башланғыстарын хуплап, уға үҫешер өсөн төрлө һүрәт эшләү, ағаста һырлап биҙәк төшөрөү кәрәк-яраҡтары, китаптар һатып ала башлай. Ҡустыһы булғас, бәләкәй тип күргәндер инде – һигеҙенсе класс уҡыусыһы өсөн “Чиполлино” кеүек китаптар алып ҡайта икән. Әммә үҫмер бер ҙә аптырап ҡалмай, Чиполлино менән "дуҫ" булып алғандан һуң, йәшерен генә апайының китаптарын үҙләштерергә тотона.
Был юлы ла Роза апайы йәш ғаиләгә Өфөгә күсеп килергә кәңәш итә. Бында рәссам Башҡортостан ижад-етештереү комбинатына эшкә төшә, рәссамдар менән таныша. 80-се йылдар аҙағында “Һары бейә” төркөмөн ойошторалар. Ә инде 1989 йылда Мәскәүҙә уларҙың тәүге күргәҙмәһе уҙа. Бынан һуң улар танылыу яулап, ижад баҫҡысынан ышаныслы үргә күтәрелә башлай. Төрлө йылдарҙа художество төркөмө менән Мәскәү, Силәбе, Өфө, Йошкар-Ола, Новосибирск, Екатеринбург ҡалаларында эштәрен күргәҙмәгә ҡуя, шулай уҡ Австрияның Вена, Зальцбург ҡалаларында Башҡортостан рәссамдары эштәре күргәҙмәһендә экспонент була. Төркөмдөң исеменә килгәндә, рәссам үҙе шулай аңлата: бейә — ул етештереүсе, ризыҡ биреүсе, тоҡом биреүсе. Һары төҫ – ҡояш, өлгөрөп еткән емеш, иген төҫө, именлек символы. Ошо аңлатманан сығып, үҙенсәлекле рухта ижад итә лә инде төркөм ағзалары. Академизм һынлы сәнғәтенән айырмалы рәүештә, “Һары бейә”ләр үҙҙәренсә ижад итеүҙе хуп күрә. Уларға рус авангарды йүнәлеше, Франция рәссамдарының ижады көслө йоғонто яһай. Тормошто артыҡ сағыу итеп һүрәтләүҙән, уны үтә маҡтауҙан, билдәле бер дөрөҫлөктә генә ҡабул итеүҙән ситләшеп, уны ябай кеше күҙлеге аша сағылдырыуҙы дөрөҫ тип таба. Икенсе төрлө әйткәндә, улар “һул ағым” рәссамдары була. Асыҡланыуынса, бындай йүнәлештәр 80 — 90-сы йылдарҙа башҡа ҡалаларҙа ла үҫеш ала. Шулай итеп, “һулдар”, ҡалыплашҡан төп ағымдарҙан тыш, сәнғәт киңлегендә башҡа йүнәлештәрҙең дә морон төртөп, ирекле ижад итеү идеяһын алға һөргән.
Дамир Ишемғолов шулай уҡ “Артыш” ижади берекмәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. Был төркөм менән Өфө, Ырымбур, Магнитогорск, Ҡазан, Яр Саллы ҡалаларында үткәрелгән күргәҙмәләрҙә сығыш яһай. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡарата башҡорт рәссамдары эштәре күргәҙмәһен ойоштороуға күп көс һала, күргәҙмә директоры була. Уның картиналары Рәсәйҙең төрлө музейҙарында, шулай уҡ сит илдәрҙә (АҠШ, Франция, Германия, Финляндия, Австрия) шәхси йыйынтыҡтарҙа һаҡлана. 1996 йылда рәссам “Ер йылыһы” исемле үҙенең тәүге күргәҙмәһен ойоштора.

Ҡояш нурына мансылған ҡанаттар

Рәссамдың ижады хаҡында күп мәҡәләләр яҙылған. Уның һүрәттәренең философик-эстетик эстәлеген һәр кем үҙенсә күрә һәм аңлай. Мин дә уның бер генә картинаһы миҫалында ижадын нисек аңлауым хаҡында бер кәлимә фекер әйткем килә.
Иғтибарымды айырыуса йәлеп иткән, үҙенең айырым бер моңо менән күңелемде арбаған һүрәттәренең береһе – 1991 йылда яҙылған “Тәүлек”. Картина дүрт өлөштән торһа ла, үҙ-ара ниндәйҙер сылбыр менән бәйләнеп, бер бөтөнлөктө тәшкил итә. Был сылбырҙы Ваҡыт тип атар инем. Кеше тормошонда ла тәүлек әйләнәһенә барған ваҡиғалар айырым бер эпизодтар булып һынланыш таба һәм иҫтә ҡала. Тәүлектә генә түгел, тотош ғүмер дауамында ла кеше бер сағыу ваҡиғанан икенсеһенә, йәки бер маҡсаттан икенсе маҡсатҡа тиклем юл һала. Һәм айырыуса нәҡ ошо ваҡиға-маҡсаттарға кеше ҙур иғтибар бүлә. Әммә уларҙың барыһын да бер епкә теҙеп, ваҡиғаларҙың үҙаллы күренеш түгел, ә бер-береһенән барлыҡҡа килгән ағым булыуын күрһәткән Ваҡыт бар. Тимәк, тормоштоң һәр һулышы, кеше өсөн уның күләме, эстәлеге, әһәмиәте ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, айырым бер мәғәнәгә эйә.
Картинала иң беренсе күҙгә салынған ҡош образы таңды символлаштыра. Ҡояш ҡалҡыу менән кеше, ҡанаттарын йәйгән ҡош кеүек, яңы көнөн башлай. Ҡоштоң аҡ булыуы һәм, ғөмүмән, был өлөштә аҡ төҫтөң өҫтөнлөк итеүе кешенең иртәнсәк торғас та уйҙарының саф, әлегә тик үҙенә генә хас булғанса, таҙа булыуын раҫлай. Тимәк, яңы уянған саҡта кеше үҙен гәүһәр шикелле нисек бар, шулай күрә һәм тоя. Көн дауамында йәмғиәт, мөхит һәм башҡа көслө йоғонто яһаған күренештәр уға мөһөр баҫа, йәки быны ул үҙе эшләй. Ҡош ҡанаты осоноң ҡояш менән бер төҫтә булыуы – кеше менән тәбиғәттең берҙәмлеген, уларҙың бер төшөнсәнән яралыуын таныу. Был төшөнсәне һәр кем үҙенсә аңлай. Мин уны Аллаһы Тәғәләнең Оло Һөйөүе тип атар инем. Көн дауамында, масштаблыраҡ алһаҡ – ғүмер дауамында кеше үҙенең шул ҡояш нурҙарына мансылған булыуын иҫләп йәшәргә тейеш кеүек.
Дамир Ишемғоловтың картиналары ауыл тормошон, ундағы кешеләрҙең еңел булмаған, әммә күңел тыныслығы биргән, йәшәү рәүешенә әүерелгән хеҙмәтен, уларҙың көслө ихтыярын, күңел матурлығын һәм тәрәнлеген сағылдыра. “Тәүлек”тә лә ошо образдар һынланыш таба. Көн – тормоштоң иң ҡыҙған мәле. Баҫыуҙа, бесәнлектә, йорт эсендә — ҡайҙа булһа ла эштең ҡайнап торған сағы. Һәр кем үҙенең эшен белә һәм уны ашыҡмайынса, әммә еренә еткереп үтәй. Ошо талғынлыҡ, ғөмүмән, рәссамдың бөтә тиерлек эштәрендә һиҙелә. Ҡаланың ярһып торған тормошонан айырмалы рәүештә, ауылға ниндәйҙер тыныслыҡ, йомшаҡ ритм хас. Әммә был бер ҙә күренекһеҙ, йәки күңелһеҙ тормош хаҡында һөйләмәй. Киреһенсә, ошо образдарҙа, уларҙың һәр хәрәкәтендә, хеҙмәтсәндәрҙе уратып алған мөхиттә — гармония, тормош һуты һәм асылы. Рәссамдың сағыу төҫтәр ҡулланыуы ла ошо хаҡта һөйләй кеүек.
Картинаның был өлөшөндә төшөрөлгән ҡатын ябынған йәшел яулыҡтың мәсет манараһы менән бер төҫтә булыуы осраҡлы түгелдер. Кешенең күңеле шул уҡ Аллаһы Тәғәлә йорто булыуы хаҡында һөйләмәйме икән был? Боронғо риүәйәттә әйтелгәнсә, бер көндө Хоҙай кешеләрҙән йәшенергә була. Фәрештәләрен эргәһенә саҡырып, кәңәш һорай: “Иң бейек тау башына менәйемме, диңгеҙ төбөнә төшөп ятайыммы?” Шул ваҡыт шуғыраҡ берәүһе былай ти: “Кеше йөрәгенә инеп йәшен, был уның иң һирәк ҡарай торған урыны”.
Кеше ғүмерен йыл миҙгелдәре менән сағыштыралар. Тәүлек тә бындай сағыштырыу өсөн тап килгән күренеш. Һүрәттең өсөнсө өлөшөндә оло йәштәге ир һынландырылған. Күренеүенсә, ул эш көнөнән һуң өйөнә, ялға ҡайтып бара. Йомоҡ күҙҙәре – уның арыуын, әммә хеҙмәтенән ҡәнәғәт булыуын, тыныс ҡиәфәте эшен йәшәү рәүеше итеп ҡабул итеүен белдерә кеүек. Әйтерһең дә, ул эстән генә үҙенең күптән белгән бер көйөн көйләп, шуның моң ағышына талғын ғына тормош юлынан атлай. Хеҙмәтсәндең ҡулына иғтибар итмәй булмай. Дамир Ишемғолов тыуҙырған образдарҙың һәр береһенә ошондай ҙур, формаһы менән дүртмөйөштө хәтерләткән ҡулдар хас. Һәм был аңлашыла ла: хеҙмәт кешеһен тәү сиратта ҡулдары ашата, йәшәтә. Образлы әйткәндә, ҡулдар ни тиклем ҙурыраҡ булған һайын, ул кеше ғүмерендә лә хеҙмәтте күберәк күргән, байыраҡ тормош тәжрибәһе туплаған төҫлө. Түбәтәй кейгән был бабай ҙа “тәүлек”тең әсе-сөсөһөн татып, хеҙмәтен намыҫ менән башҡарып, тормошоноң кисенә юл алған. Хәҙер инде уның эшен башҡалар, йәшерәктәр дауам итәсәк. Артҡы фонда арбала китеп барған билдәһеҙ йәштәге кеше ошо күсәгилешлекте һынландыра, минеңсә. Көндө — көн, ғүмерҙе икенсе ғүмер алмаштыра. Ә тормош шул килеш дауам итә. Тик һәр кем (көн, быуын) уға үҙ төҫтәрен өҫтәй. Сәскәләр ата ла һулый, ә сәскә атыу процесы – мәңгелек.
Ниһайәт, дүртенсе өлөш. Башҡорт халҡында “Аяғыңды юрғаныңа ҡарап һуҙ” тигән мәҡәл бар. Йәғни фани донъяла кешенең йәшәйеше мөмкинлектәренә ҡарап формалаша. Улар үҙенә күрә ниндәйҙер бер сикләү булып тора. Тимәк, көндөҙ (фани донъяла) кеше мөмкинлектәр менән сикләнгән бер арауыҡта йәшәй. Ә төндә (ахирәттә), төпкөл аң уяу булған хәлдә лә, ғәҙәти аң һүндерелгәндә, кешенең Йыһан менән бәйләнеше көсәйә һәм ул үҙен, өйөндә йөрөгән бала кеүек, бер ниндәй икеләнеү, ҡурҡыу тойғоһо кисермәйенсә иркен тота – Йыһан киңлегендә тормош бер нимә менән дә, айырыуса матди күренештәр менән сикләнмәй. Рәсемдең дүртенсе – шартлы рәүештә “төн” тип аталған өлөшөндә йоҡлап ятҡан ҡатын образы ошо күңел иреклеген сағылдыра. Эйе, уның юрғаны ҡыҫҡараҡ, әммә был уға тормош даръяһын бөтә матурлығында һәм төҫтәрендә күреп гиҙергә ҡамасау итмәй. Ә тормош матурлығы уның тик ыңғай яҡтарҙан ғына тороуын аңлатмай... Төн булыуға ҡарамаҫтан, йорт тәҙрәләрендә ут яна – өмөт. Тимәк, кемдер йоҡламай. Беҙҙең кеүек үк ябай бер кешеме, төпкөл аңмы, юғары көсмө? Кем булыуына ҡарамаҫтан, был ут күңелгә йылы бөркә. Уның уяу һәм шул уҡ ваҡытта күктәге ярты Ай һымаҡ ирекле булыуы – кешенең төндә генә түгел, ә көндөҙ ҙә, айыҡ аң менән ошо киңлектә, иркенлектә йәшәргә тейешлегенә ишара кеүек.
Һәр рәссам эштәренә үҙенең мәғәнәһен һала. Әммә был эштәрҙе “уҡыусы” һәр кеше лә уларҙы үҙенсә күрә һәм күңеленә ауаздаш булған моңдо таба. Ижад өлкәһенең үҙенсәлеге лә шундалыр: был киңлектә сиктәр һәм ҡағиҙәләр юҡ. Бында бер генә ҡанун бар: ижад итеүсе йөрәк түренән сыҡҡан эштәре менән кешелә ниндәйҙер уйҙар, хистәр, илһам тыуҙыра икән – тимәк, ул дөрөҫ юлда. Дамир Ишемғоловтың һүрәттәре лә уйландыра, берсә балаларса шатландыра, берсә күңелде семетеп ала, иң мөһиме — битараф ҡалдырмай. Бына әле “Тәүлек” картинаһы тәьҫирендә тыуған фекерҙәрем менән бүлештем. Уны аңлауым да, “уҡыуым” да үҙемсә. Рәссамдың ошо һәм башҡа һүрәттәрен күңел күҙлеге аша ҡарап сыҡҡандан һуң, түбәндәге һығымтаға килдем: тормоштоң һәр мәлен тойоп, уға иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу; тәбиғәт менән кеше араһындағы берҙәмлекте онотмай, уға ҡаршы килмәй, ошо гармонияла йәшәү; күңел азатлығын, сафлығын юғалтмай, тулы ҡанлы тормош менән йәшнәү; ҡырағайҙарса үҙеңдең ҡиммәттәреңде һаҡлау... – бына авторҙың кешеләргә еткерергә теләгән мин күргән генә идеялары. Был исемлекте тағы ла, тағы ла тулыландырырға була. Хәйер, кешенең ҡиммәттәр йолоп алыу һәләте сикләнмәгән.

“Ер йылыһы”

Ошо көндәрҙә Дамир олатайым үҙенең 70 йәшлек матур юбилейын билдәләне һәм Өфө һынлы сәнғәт галереяһында үҙенең дүртенсе шәхси күргәҙмәһен ойошторҙо. Уны ла, тәүгеһе кеүек үк, “Ер йылыһы” тип атаны. Әйтерһең дә, был исем рәссамдың ижади асылын билдәләй. Тыуған яҡҡа һөйөү, уны һағыныу, һалҡын ҡыштан һуң талпынып ҡайтҡан ҡоштар кеүек бәләкәй ватанға ашҡынып тороу, ҡайҙа ғына булһаң да, ошо Ер йылыһын тойоп, уны күкрәгеңдә йөрөтөү – быларҙың барыһы ла рәссамдың эштәренән урғылып аҡҡан хистәр. Һәм еңел булмаған тормош һәм ижад юлында ошо моң ғына, баш осонда ҡанат ҡаҡҡан һаҡлаусы ҡош кеүек, көс, илһам, һөйөү бирә торғандыр — Әбеш моңо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566