Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәт әйтеп өлгөрмәнем
Рәхмәт әйтеп өлгөрмәнемКүренекле композитор Салауат Низаметдиновтың ҡапыл арабыҙҙан китеүе тураһында уның тәүге йырҙарын үҙенсәлекле башҡарған, әлеге ваҡытта Финляндияла йәшәгән Айһылыу Солтановаға ла хәбәр иттем. "Күҙҙәремә ҡара", "Бәүелсәк" кеүек йырҙарын моңло тауышы менән ғәжәп матур башҡарып, тамашасы һөйөүен яулаған йырсы хәҙер яҙмышын сит ил кешеһе менән бәйләп, Алиса Манненон исемен йөрөтә.
Уның яуап хаты миңә тәғәйен ебәрелһә лә, яҙмаһын "Башҡортостан" гәзитен уҡыусыларға ла тәҡдим итергә булдым (әлбиттә, үҙенең рөхсәте менән), сөнки был юлдарҙа Айһылыуҙың яратҡан композиторына ул иҫән саҡта әйтә алмаған рәхмәт һүҙҙәре, ижадына юғары баһаһы һәм шәхси мөнәсәбәте бар. Былар башҡалар өсөн дә фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булыр тигән ниәттән хат юлдарынан өҙөктәрҙе уҡыусылар менән уртаҡлашырға булдым.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле Зөһрә апай!
Иртәндән алып илай-илай күҙҙәрем шешенеп бөттө. Ә кисә, һиҙгән кеүек, йөрәгем сәнсте... Минең Салауатҡа шул тиклем күп әйтәһе һүҙҙәрем, эшләйһе эштәрем ҡалды, шуның өсөн хәҙер үҙемде ғәйепләйем. Мин уны мәңге йәшәр кеүек тоя инем... Йәл, хушлашырға ла бара алмайым. Уның менән бергә үҙемдең дә ғүмеремдең бер өлөшө киткән кеүек булды, әйтерһең дә, йәшлегемдең иң матур йылдарын тамырынан йолҡоп алдылар. Бик ауыр! Мин бит Салауат арҡаһында йырсы булып киттем. "Күҙҙәремә ҡара" тигән йырҙы ла уйламағанда ғына яҙҙырҙыҡ.
Салауат уны бүтән башҡарыусыға бирергә теләгәйне. Ә беҙ студияла икенсе йырҙы яҙҙыра инек. Ваҡыт артып ҡалды ла мин уға әлеге йырҙы башҡарып ҡарарға теләүемде әйттем. Уның менән эшләүе шул тиклем еңел ине. Салауат тексты иҫ киткес һиҙгер тоя һәм шиғырҙың һүҙҙәрен үҙенең көйө менән бергө уңышлы "ҡауыштыра" торғайны.
Мин һеҙҙең икегеҙҙе лә үҙемдең яратҡан авторҙарым тип иҫәпләйем. Киләһе йылға мине Башҡортостанға саҡырҙылар. Унда Салауат менән бергә сығыш яһармын тип уйлағайным. Хәҙер инде концертты уның иҫтәлегенә арнарға ҡала. Алла бойорһа. Бер кемдең дә йырҙарын шулай илһамланып башҡарманым. Салауат тап минең авторым ине. Һеҙҙең һүҙҙәргә яҙылған йырҙар, һис шикһеҙ, Башҡортостан мәҙәниәтендә үҙенең эҙен ҡалдырҙы. Быныһы хаҡ.
Салауат Низаметдинов мәшһүр талант эйәһе һәм шәхес ине. Ул Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә шулай булып ҡаласаҡ. Ижадын яңынан күҙаллап сыҡҡандан һуң шуны асыҡланым: музыка донъяһында Чайковский менән Салауат ҡына — күп күләмдә опера һәм ҙур әҫәрҙәр ижад иткән композиторҙар. Беҙ ғәжәйеп шәхесте, үҙенсәлекле композиторҙы юғалттыҡ.
Салауатты һуңғы юлға оҙатҡан көндә беҙҙә лә ямғыр яуҙы, әйтерһең дә, тәбиғәт шулай илай ине. Ижадының гөрләп сәскә атҡан сағында ғына ғүмере өҙөлөүе бик үкенесле. Йәндә — аңлатып бөтөргөһөҙ һағыш. Ысынлап та, ул үҙенә бирелгән ғүмерҙең ҡыҫҡа икәнен белгән кеүек ашығып йәшәне һәм үҙен яндырҙы...
Ғаиләһенә, туғандарына Хоҙай сабырлыҡ бирһен.
Алиса МАННЕНОН-Айһылыу СОЛТАНОВА.
Финляндия.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 678

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 049

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 572

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 773

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 599

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 454

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 507

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 411

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 666

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 404

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 568